Колосс Родосский: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә викилаштырыу, категория
33 юл:
Родоссылар һәйкәл эшләүҙе [[Лисипп]]тың уҡыусыһы [[Харес (скульптор)|Харесҡа]] тапшыралар. Башта һәйкәл 18 м булырға тейеш була. Әммә халыҡ тағын шундай уҡ аҡса йыйып, бейеклеген ике тапҡыр арттырыуҙы талап итә.
 
Эш барышында Хересҡа яҡындарынан өҫтәп аҡса йыйрғайыйырға тура килә. Сөнки [[Закон, квадрата — куба|куб законы буйынса, бейеклеге ике тапҡыр артыу менән, төҙөлөш өсөн киткән материал күләме һигеҙ тапҡырға арта]].
 
Ун ике йыл китә 36 м бронза алпамышаны эшләүгә. Алдарында пәйҙә булған һәйкәлгә ҡарап иҫе китә халыҡтың. Аҡ мәрмәр өҫтәндә башында нурлы тажы менән балҡып күркәм егет-алла баҫып тора. Бейек, һомғол кәүҙәһе саҡ ҡына артҡа янтая биргән . Ә ҡарашы офоҡтар инен байҡай . Һәйкәл утрау алдында, гавань өҫтөндә ҡалҡып торған. Уны эргәләге утрауҙарҙан да һәйбәт күргәндәр.
 
Һәйкәлде эшләү өсөн Харес тәүҙә металл каркас (һөлдә) эшләп алған. Тәнен балсыҡтан эшләп, өҫтөн бронза табаҡтар менән япҡан. Эш барышында һәйкәлде уратып тупраҡтан уба күтәрелә барған. Аҙаҡ убаны емергәс кенә, халыҡ һәйкәлде күреп хайран ҡалған. Тик Харес үҙе бөлгән, бурысын түләй алмағас, үҙ ғүмерен үҙе ҡыйырға мәжбүр булған.