Гвиана таулығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"{{Горная система |Название = Гвиана таулығы |Национальное название =…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

07:18, 14 апрель 2016 өлгөһө

Гвиана таулығы (Гвиана яҫы таулығы) — Көньяҡ Американың төньяҡ-көнсығышындағы тау системаһы.

Гвиана таулығы
Рорайма тауы өс дәүләт сигендә
Рорайма тауы өс дәүләт сигендә
Характеристикалар
Оҙонлоғо1930 км
Бейек нөктәһе
Иң бейек түбәһеРорайма 
Бейек нөктәһе2810 м
Урынлашыуы
5°08′36″ с. ш. 60°45′45″ з. д.HGЯO
Илдәр
Венесуэла
Красная точка
Гвиана таулығы
 Гвиана таулығы Викимилектә

География

Оҙонлоғо яҡынса 1930 км, бейеклеге 300—1000 м. Ориноко һәм Амазонка йылғалары бассейнары һәм Гвиана яр буйы уйһыулығы араһында, Венесуэла, Гайана, Суринам, Француз Гвианаһы һәм Бразилия илдәренең биләмәләрендә урынлашҡан. Иң бейек нөктәһе — Рорайма тауы (бейеклеге — 2810 м).

 
Гвиана ҡалҡанының сиктәре

Геологик яҡтан Гвиана таулығы кембрийға тиклем барлыҡҡа килгән тау тоҡомдарынан төҙөлгән ҡалҡан. Геологик ҡоролошо Бразилия таулығына оҡшаш. Таулыҡ ҡомташ һәм лава ҡатламы менән ҡапланған боронғо кристаллик ҡаяларҙың киң платоларынан яһалған. Плтолар бер-бер артлы күтәрелеп гигант баҫҡысты хәтерләтә. Бында башланған бихисап йылғалар тәрән каньондар һәм шарлауыҡтар барлыҡҡа килтереп аға. Донъялағы иң бейек Анхель шарлауығы (бейеклеге — 979 м) Гвиана таулығында урынлашҡан. Төбәктә халыҡ һирәк ултырған. Таулыҡтың түбәнге битләүҙәре һәм уның тирәһе тропик ямғыр урмандары менән ҡапланған.

Гвиана таулығында тимер, марганең һәм глинозём ятҡылыҡтары бар.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар