Венгрия короллеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Әҙәбиәт: категория
78 юл:
== Тарихы ==
 
900—1000 йылдар тирәһендә [[Венгрҙар|венгр]] ҡәбиләләре урта-дунай тигеҙлегенә, шулай уҡ венгрҙарға ҡәрҙәш секей һәм чангоштар биләгән [[Карпат тауҙары|Карпат]] буйына (Трансильванияға) килеп урынлашалар. Быға тиклем өс-дүрт быуат элек был ерҙәрҙә күсеп йөрөгән славян ҡабиләләренән айырмалы венгрҙар ерҙәрҙе һуңғараҡ яулай. Был халыҡ [[славяндар]] (төньяҡтан һәм көньяҡтан), [[немецтар]] (көнбайыштан) һәм румындар/валахтар менән (көнсығыштан) тәбиғи байлыҡтар өсөн ҡаты конкуренция шарттарында, ярайһы уҡ һуғышсанлыҡ күрһәтеп, яулай был ерҙәрҙе. Мадьярҙарҙы, улар артынан [[хазарҙар]]ҙы, [[бәшнәктәр]]ҙе һәм [[Ҡыпсаҡтар|ҡомандарҙы (ҡыпсаҡтарҙы)]] тарихи аренаға сығарыу процесы биш быуат элек [[һундар]]ҙы, шулай уҡ башҡа дала халҡын дәртләндергән процесҡа үтә ныҡ оҡшаған. Шул уҡ социал мотивация, хәрби тактика, иҡтисади билдәләр, хатта барып етеү урыны — паннон бассейнына тиклем оҡшағандар. Тимәк урта быуат венгр тарихын яҙыусыларының [[АтиллаАттила]] вариҫтарына һылтаныуҙары һис тә осраҡлы түгел<ref name="musse">''Мюссе Л.'' Варварские нашествия на Западную Европу. — СПб.: Евразия, 2006. — С. 14 −15. — ISBN 5-8071-0211-8</ref>.
 
Венгрияның тәүге короле Арпадтар династияһынан [[Иштван I|Изге Иштван I]] була. Ул король итеп 1001 йылда, рим папаһы ''Сильвестр II'' «апостол ғәли йәнәптәре» титулын биргәс кенә ысынлап таныла. 1102 йылда венгр короле ''Кальман I'' хорват бейҙәре менән килешеү төҙөй. Уның буйынса Шәхси уния һөҙөмтәһендә ике дәүләттең короле тип билдәләнә. Хорват ерҙәренә идара итеү менән башлыса хорват Бандары шөғөлләнә. XII—XIII быуаттарҙа венгр короллеге словак, хорват, румын һәм украин ерҙәренең бер ни тиклемен үҙенә буйһондора.