Ауырыу: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Категория:Ауырыуҙар
1 юл:
: '' «'''Сирле, ауырыу кеше '''» һорауы бында йүнәлтелә
 
[[Файл:Michael Ancher 001.jpg|thumb|350px|Сирле ҡыҙ (Den syge pige).<br />Художник [[Анкер, Микаэль|Микаэль Анкер]] (1882 год)]]
 
'''Сир, ауырыу ''' ({{lang-la|morbus}})  — ҡәҙимге тереклек эшмәкәрлегенең, организм функцияларының, эшкә һәләтлелектең, эске һәм тышҡы тәьҫирҙәргә , үҙгәреүҙәргә ҡарата көйләнеш механизмының , әүҙемлектең ниндәйҙер сәбәптәр менән боҙолоуы, ғүмер өсөн хәүефле хәлдәр ул. Организм эске мөхиттең даимелеген ([[гомеостаз]]) көйләй, һаҡлай алмай башлай. Шуның эҙемтәләре (симптомдар) ауырыу була.
* [[Һаулыҡ ]] төшөнсәһенең [[антонимы]] .
 
== «"Сир, ауырыу »" төшөнсәһе ==
 
[[медицина|Медицина]] тарихында сир тураһында ҡараштар ҡат-ҡат үҙгәреп тора.. [[Гиппократ]] сирҙе организмда дүрт шыйыҡсаның: [[кровь|ҡандың]], лайланың , һары һәм ҡара үттең (веноз ҡандың ) дөрөҫ ҡушылмауынан килеп сыға тип һанаған. [[Демокрит]] үҙенең атом тәғлимәтенән сығып сирҙе [[атомдарҙың ]] килбәте һәм урынлашыуы үҙгәреүҙән килеп сыға тип фаразлаған.
 
Боронғо һәм яңы эра сиктәрендә, урта быуаттарҙа сир (ауырыу) [[йәндең]], йәки махсус бер йәшәү көсөнең («[[архей (философия)|архей]]») организмдағы тайпылыштар менән көрәше ул тигән тәғлимәт өҫтөнлөк ала.
Шулай уҡ, урта быуаттарҙа медицинаның (тыйб ғилеме) үҫешенә көнсығыш фәйләсуфы, ғалиме, күренекле табип [[Әбүғәлисина ]] ҙур йоғонто яһай. Уныңса сирҙәр күҙгә күренмәҫ йән эйәләре тарафынан барлыҡҡа килә.
17—19 быуаттарҙа ауырыуҙарҙың сәбәбен асыҡлау юҫығында күп кенә ғәлимдар үҙ өлөшен индерә. {{не переведено 3|Дж. Б. Морганьи|Дж. Б.
Морганьи|it|Giovanni Battista Morgagni}} буйынса сир- [[Орган (биология)|ағзаларҙың]]) төҙөлөше боҙолоуы тигән фекер белдерә. [[Биша, Мари Франсуа Ксавье|М. Ф.  К.  Биша]] күп кенә сирҙәрҙең патологоанатомик һүрәтләүҙәрен эшләй.
[[Рудольф Вирхов]] теория целлюляр патология тәғлимәте менән тарихҡа инеп ҡала.
 
[[Бернар, Клод|К. Бернар]] сир—организм менән мөхит араһында тигеҙләнештең боҙолоуы тип белдерә.
[[Боткин, Сергей Петрович|С.  П.  Боткин]], [[Пашутин, Виктор Васильевич|В.  В.  Пашутин]], [[Павлов, Иван Петрович|И.  П.  Павлов]], [[Остроумов, Алексей Александрович|А.  А.  Остроумов]] ауырыу хәлен [[кешенең]] йәшәү мөхитендәге һәм [[нервы]] системаһындағы тайпылыштар тигән идеяны алға һөрә.
 
Ауырыуҙар тураһында хеҙмәттәр күп булыуға ҡарамаҫтан, әле лә был өлкәлә тәғәйен уртаҡ фекергә килеү әлегә юҡ.Күптәр сирле һәм һау кеше араһында айырма булыуын инкар итә (мәҫәлән, [[Богомолец, Александр Александрович|А.  А.  Богомолец]]).
 
[[Горизонтов, Пётр Дмитриевич|П.  Д.  Горизонтов]] сир организм менән мөхит араһында мөнәсәбәттәр боҙолоу һөҙөмтәһендә тыуған ҡатмарлы тайпалыштар теҙмәһе булып тора, сир үҙен организм функцияларының боҙолоуы менән белдерә тип һанай. .
 
[[Давыдовский, Ипполит Васильевич|Давыдовский]] ҡәҙимге [[физиология|физиология ]] менән тайпылыштар ( [[патология|патология ]]) араһында ҡырҡа айырмалар юҡ тип белдерә. Уныңса, сир  — организмда яраҡлашыу процестарының береһе генә.
 
Шуға ауаздаш фекер [[Селье, Ганс|Г. Селье хеҙмәттәрендә бар. Уның аңлатмаһы буйынса, сир ул - — организм өсөн үтә хәүефле ҡуҙғытҡыс тураһында ауыртыныу, көсөргәнеш(«[[стресс]]») аша белдерә торған һаҡлағыс синдром булып тора.
Ә иң мөһиме, ауырыу кешенең үҙ сиренә булған мөнәсәбәте. Кемдер өсөн һыуыҡ алдырыу ҙа үлемесле булып күренә. Икенсе берәү үҙендә яман сирҙәрҙе лә еңеп сығыр көс таба. Шуға ла, ауырыу ҙың хәле сирҙең үҙенә генә түгел, ә айырым кешенең күңел торошона, психик көйләнешенә лә бәйле.<ref name="Психаналит. диагн.">{{книга |автор= Баканова И. В., Зейгарник Б. В. и др. |часть= Бессознательное. Природа, функции и методы исследования.
|заглавие= Отношение к болезни как условие формирования осознаваемых и неосознаваемых мотивов деятельности |оригинал=
|һылтанма =
49 юл:
* химик
* биологик
* психоген (кеше өсөн ) ''(см. [[Ятрогения|Ятроген сирҙәр]])''
 
Был сәбәптәр ҡайһыныһы булһа ла, ҡәҙимге сиктәрҙән ҡырҡа үтеп киткәндә , организм өсөн ғәҙәти булмағанда, ауырыу хәл тыуҙырырға һәләтле. Ауырыуҙы тыуҙырыусы ҡуҙғытҡыстың сиктән үтеүе микдарға бәйле булырға мөмкин (көсөргәнеш, стресс).
 
Ә сифат яғынан булғанда, ҡуҙғытҡысҡа ҡаршы организмда һаҡлағыс механизм булмаған осраҡ тураһында һүҙ бара.
 
Ваҡытлыса тәьҫир иткәндә ғәҙәти булып та, оҙайлы ваҡыт эсендә йәки юғары ритмдә сир тыуҙырыусы сәбәптәр ҙә була. Социаль йәки милли тигеҙһеҙлек тә сирҙәрҙең генә түгел, ә тотош халыҡтарҙың юҡҡа сығыуына сәбәп булырға мөмкин (мәҫәлән, австралиялылар, бушмендар , индейцецтар һ.б. (ҡарағыҙ. [[Социаль гигиена]]).
 
'''Сирҙәрҙең ошондай билдәләрен һанап китеп була:'''
 
# Сирҙең үҫешенә төп сәбәп тышҡы мөхит булғанда (кеше өсөн, иңберенсе нәүбәттә, социаль мөхит) социальная (ҡарағыҙ. [[Социаль сирҙәр]]).
# Организмдың эске торошондағы үҙгәрештәр мөхит тәьҫиренән дә, нәҫелдән килгән сәбәптән дә булырға мөмкин. Артабан ауыр эҙемтәләргә алып килергә мөмкин. (ҡарағыҙ. [[медицина генетикаһы]]).
# Сир ҡуҙыуҙа ҡуҙғытҡыс тың үҙенән бигерәк, организмдың һаҡлағыс механизмының (иммун системаһы ) ҡаҡшауы сәбәбсе булырға мөмкин. Психоген ҡуҙғытҡыстар арҡаһында килеп тыуған ауырыуҙар ҙа була.
# Сир  — дөйөм организмдың ҡыйынлыҡ кисереүе ул. Организм туҡымалары, ағзалары үҙ-ара бәйләнештә генә тереклек итә. Шуның өсөн дә, сир ҙә тәндең айырым өлөшенә генә ҡағыла алмай.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
[[Категория:Ауырыуҙар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ауырыу» битенән алынған