Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
викилаштырыу
1 юл:
<!-- {{охранный статус}} -->
 
'''Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр''' ''(англ. Endangered species, EN)'' — һаны ныҡ кәмеп йәки башҡа сәбәптән үлеп бөтөү ҡурҡынысы янаған [[Төр (биология)|биологик төрҙәр]].
 
[[Юҡҡа сығыу|Юҡҡа сыға барыусы]] төр  — таксономик [[Төр (биология)|төр]], ләкин төр эсендә айырым төркөм дә булырға мөмкин .Мәҫәлән, төрсә(подвид) . [[Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берекмәһе]] (ХТҺБ) Юҡҡа сығып барыусыларға барлыҡ организмдарҙың 40 % -ы инә тип бара (2006 йылғы мәғлүмәттәр).<ref name= "ВСОП">[https://web.archive.org/web/20060630054235/http://www.iucnredlist.org/info/tables/table1 Статистика Красного списка, 2006.]</ref> (Иҫкәрмә: Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау берекмәһе(ХТҺБ) ниндәйҙер дәрәжәлә хәүеф янаған бөтә төрҙәр тураһында ла мәғлүмәт йыя.)
 
Элек был турала бер кем дә борсолманы. Тиреһе, ите өсөн күпме кәрәк, шул хәтлем хайуандарҙы үлтерҙе. Халыҡ һанының артыуы, алыш-бирештең үҫеүе айырым төрҙәрҙең юҡҡа сығыуына килтерҙе. Тик [[XVI быуат]] уртаһына ҡарай ғына һунар биләмәләренең бушауын күреп, йәнлектәрҙе аулауға сикләмәләр индерә башланылар. Әлбиттә, сикләү икенсе маҡсатты күҙ алдында тота: йәнлектәрҙең һанын тергеҙеү менән һунарҙы дауам итеүҙе. Ә инде төрҙәрҙе ҡырыуҙан, бөтөнләй юҡҡа сығыуҙан ҡурсалаусы тәүге тыйыуҙар XIX быуаттың аҙағында ғына, Европаның үҙендә лә ҡайһы бер төрҙәр юҡҡа сыҡҡас ҡына индерелә башлай. Зубрҙар юҡҡа сыға яҙа, 1627 йылда — тур, 1918 йылда тарпан юҡ була.
 
Күп илдәрҙә айырым төрҙәрҙе һаҡлауға йүнәлтелгән закондар бар. Мәҫәлән, һунар итеүгә, ер ҙләштереүҙә сикләүҙәр йәки [[ҡурсаулыҡтар(заповедник)]] булдырыу. Ысынында, хәүеф янаған төрҙәрҙең бик әҙе генә юридик яҡтан яҡлау ала. Күпселеге иһә, йәмәғәтселектең күҙ уңына эләкмәй ҙә, яйлап ҡына юҡҡа сыға барыу өҫтөндә. Һуңғы 150 йыл эсендә күп төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы борсоу һала. Төрҙәрҙең юҡҡа сығыу тиҙлеге, Ер тарихының алдағы бөтә дәүерҙәренән 10-100 тапҡырға арттҡан.Әгәр ошо темп һаҡланһа, көсәйһә,алдағы ун йыллыҡта юҡҡа сығыусы төрҙәр миллионлап буласаҡ<ref>[http://www.sciencemag.org/content/269/5222/347 S.L. Pimm, G.J. Russell, J.L. Gittleman, T.M. Brooks, «The Future of Biodiversity», Science, 21 July 1995, Vol. 269 no. 5222 pp. 347—350, DOI: 10.1126/science.269.5222.347.]</ref>. Күпселек кешеләр айырым имеҙеүселәрҙе[[имеҙеүселәр]]ҙе йәки ҡоштарҙы[[ҡоштар]]ҙы һаҡлау өсөн теләктәшлек белдерһәләр ҙә, иң мөһим [[Экология|экологик]] проблема булып экосистемаларҙың тотороҡлоғына янаған хәүеф тора. Экосистеманы, мөхитте һаҡламайынса, төрҙәрҙе һаҡлап ҡалып булмай. Экосистемала аҙыҡ сылбырының иң мөһим быуыны булып торған төрҙәре юҡҡа сыға.
{{Фоторяд|Siberischer tiger de edit02.jpg|Moscow zoo white tiger.jpg|ш1=290|ш2=250|текст=Һулда: Амур юлбарыҫы, подвидюлбарыҫ тигратөрсә. [[Юлбарыҫ]]тар — [[Юҡҡа сығып барыусы төрҙәр|юҡҡа сығып барыусы]] [[хайуандар]], ә амур юлбарыҫы хәле бигерәк тә киҫкен<br />Уңда : Аҡ юлбарыҫ}}
 
== Төрҙәр юҡҡа сығыу ниндәй эҙемтәләргә килтерә ==
20 юл:
Төрҙең юҡҡа сығыуы тәбиғәтте ярлыландыра. Әхлаки яҡтан ҡарағанда ла, тәбиғи мөхитте һаҡлау кешелектең бурысы. Ерҙәге һәр тереклектең йәшәүгә хоҡуғы бар. Экосистемала тотороҡлоҡ боҙолоуы аҙыҡ сылбырының өҙөлөнеүенән башлана. Бер төр юҡҡа сыҡтымы, икенсе төрҙәпуляция тулҡындарында һикереш башлана. Был хәлдә экосистема ҡырҡа үҙгәреш кисерергә, хатта кире ҡайтҡыһыҙ үҙгәрергә мөмкин.
 
Дүртенсе сәбәп иң нескәһе. Сөнки, һәр төр үҙенә хас ҡына генетик материал(уникаль). Ҡабатланмаҫ үҙ [[ДНК]]-һы менән үҙенә хас ҡына химик матдәләр эшләй. Мәҫәлән, үҙәк Китай үһәндәрендә татлы әрем үҫә. Ул үҫемлек артемизинин тигән препараттың берҙән-бер сығанағы. Артемизинин [[тапма]] ауырыуына ҡарата 100 проценты менән тәьҫир иткән көслө препарат (Jonietz, 2006). Был үҫемлек юҡҡа сыҡһа, тапма сиренә контроль күпкә көсөн юғалтасаҡ. Һәр төр менән уның үҙенә генә хас үҙенсәлекле матдәләре лә юҡҡа сыға. Төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы менән әле беҙ асып, белеп өлгөрмәгән күпме матдәләр юғаласаҡ.
 
Төрҙәрҙең юҡҡа сығыуы тәбиғи һайланыш (миҫал, голоценда төрҙәрҙең күпләп ҡырылыуы) һөҙөмтәһендә лә булыуы мөмкин. Тик хәҙерге юҡҡа сығыуҙар үҙенә бер башҡа.Әгәр элек ул физик сәбәптәргә бәйле булған: ер ҡабығы шылыу, вулкан атылыу, метеориттар ҡолауы, күк есемдәре бәрелеү, климат үҙгәреүе. Хәҙерге юҡҡа сығыуҙар бынан 100 000 йыл элек тирәһе, кешенең планета буйлап таралыуы, кеше эшмәкәрлегенән экосистемала көйләнештең боҙолоуы, йәшәү мөхиттәренең емерелеүе менән башланған. 100 000-дән 10 000 йыл элекке арауыҡ алтынсы юҡҡа сығыуҙың[3] «беренсе фазаһы» тигән исем алған<ref name=bbc>[http://www.bbc.com/russian/science/2015/06/150620_earth_new_extinction_era Ученые: Земля вступает в новую фазу вымирания — BBC Русская служба]</ref>.
 
Икенсе фаза — 10 000 йыл элек [[ауыл хужалығы]] барлыҡҡа килеүенә бәйле. Хайуандарҙы ҡулға эйәләштереү башлана. Шулай итеп, кеше мөхитте үҙ мәйеленә үҙгәртеп йәшәргә һәләтле төр булараҡ таныта. Урындағы экосистеманан ситкә сығып йәшәй алыуы, популяция һанын сикләмәй арттыра алыуы, мөхиткә ҙур баҫым яһап, уны емереүгә алып килә: тропик урмандарҙы ҡырыу, рифтарҙы емереү, башҡа йәшәү мөхиттәрен юҡ итеү, төрҙәрҙе артыҡ тотоноу, экосистемаға сит төрҙәрҙе индереү, тупраҡты бысратыу, парник эффекты.<ref name=bbc>[http://www.bbc.com/russian/science/2015/06/150620_earth_new_extinction_era Ученые: Земля вступает в новую фазу вымирания — BBC Русская служба<!-- Заголовок добавлен ботом -->]</ref>
 
Ҡайһы бер төрҙәр күҙ алдында юҡ ителә. Мәҫәлән, Стеллер һыйыры тәмле ите өсөн 30 йыл тирәһе арауыҡта юҡҡа сыға..
 
== Һаҡлау статусы ==
[[Төр (биология)|Төрҙең]] һаҡлау статусы — уның киләсәктә йәшәй алыуына ышаныс бирә. Бындай статус биргәндә күп факторҙар: төрҙең әлеге һаны ғына түгел, ә ваҡыт арауығында үҙгәреүе (арта, кәмей), тереклек иткән экосистемала заттарының һаны нормала булыу, янаған хәүеф, төргә тереклеген һаҡларға ярҙам итә алырлыҡ факторҙар иҫәпкә алына
 
== Ҡыҙыл китап (МСОП) ==
[[Файл:Status iucn3.1 EN.svg|thumb|Ҡыҙыл китаптағы (МСОП) юҡҡа сығып барыусы төрҙәр «ҡурҡыныс аҫтындағы төрҙәр» рәтенә, шулай уҡ саҡта, быть частью «ҡурҡынысҡа дусар ителеүселәр» исемлегенең өлөше булырға мөмкин.
]]
 
Төрҙең һаҡлау статусы буйынса һәр яҡлап ентекле мәғлүмәтте [[Ҡыҙыл китап]] (МСОП) бирә. Унда төрҙәр 9 категорияға бүленә:
 
Юҡҡа сыҡҡан (Extinct, EX) — һуңғы вәкиле юҡҡа сығыусы төр. Кеше ҡулында ла бер заты ла ҡалмаған. (Ирекһеҙ). Бында төрлө сәбәптәр менән 1500 йыл элек юҡҡа сыҡҡандар инмәй. (мәҫәлән, динозаврҙар).
41 юл:
* Киҫкен ҡурҡыныс аҫтында (Critically Endangered, CR) — тәбиғәттә һаны бер нисә тиҫтәнән үтмәгән төрҙәр.
* Курҡыныс аҫтында (Endangered, EN) —һаны күп кенә, тик билдәле сәбәптәр арҡаһында юҡҡа сығыуы ихтимал булған төрҙәр.
* Хәүефле (сетерекле) (Vulnerable, VU) — күп һанлы төр, ләкин янаусы хәүеф бар (мәҫәлән, урман ҡырҡыу)
* Юҡҡа сығыуға яҡын (Near Threatened, NT) — нығынып өлгөргән, тик хәүеф төркөменә төшөү хәүефе юғаллып бөтмәгән.
* Ҙур булмаған ҡурҡыныс аҫтында (Least Concern, LC) — күп һанлы төр. Үҙ-үҙенә юҡҡа сығыу ихтималы әҙ булған төр. 2009 йылда был төркөмгә кешеләрҙе лә кереткәндәр.
57 юл:
 
==Төрҙәрҙе һаҡлау ==
Ареалы бәләкәй булған осраҡта, төрҙәрҙе һаҡлау өсөн өс төрҙәге махсус биләмә булдырыла: [[заказник]], [[ҡурсаулыҡ(заповедник)]] йәки милли парк.
 
Заказник билдәле ваҡытҡа һунарҙы тыя. Эшмәкәрлеге популяцияның һанын тергеҙеүгә йүнәлтелә. Кеше ул биләмәгә иркен кереп йөрөй алһа ла, хужалыҡ эшмәкәрлеге тыйыла.
79 юл:
Уңышҡа ышанып етмәһәләр ҙә, леопардтарҙы тәбиғи шарттарға әҙерләү өсөн питомниктар төҙөү күҙаллана.Икенселәре,төп көстө ҡырағай популяцияны һаҡлауға йүнәлтеү яғында. Леопард йәшәгән биләмәләрҙә( 262000 гектар ерҙә, ареалының 60 %), «Земля леопарда»милли паркы төҙөлә. Бынан алда WWF, 2001 йылдан алып ун йыл буйына тегендә – бында бүлгеләнеп бөткән хужалыҡтарҙан һаҡлау майҙаны булдыра. Унда административ тораҡ, туристик комплекс һәм фәнни объект төҙөлә, алтмышҡа яҡын фотоау (фотоловушка) ҡуйыла. Паркта өс һаҡлау зонаһы — тейелгеһеҙ (бөтә төр, хатта фәнни маҡсатта ла тәьҫир тыйыла), керергә рөхсәт булған зона һәм фәнни зона (ғалимдар өсөн генә).
 
Элек леопардтар Хабаровсктан Пекинға һәм Төнъяҡ[[Төньяҡ КореяныңКорея]]ның бер өлөшенә тиклем һуҙылған биләмәлә осраған. Браконьерлыҡ өсөн Рәсәйҙә хөкөм ҡаты –леопардты үлтергән өсөн 500000 һум штраф һәм 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү ҡаралған. Яһалма эйәрсендәрҙән күҙәтеү өсөн 2 леопардтың муйынсаһына мәғлүмәт тапшырып тороусы механизм (датчик) ҡуйылған. Был уларҙың күсеп йөрөүен күҙәтергә ярҙам итә. Тәүҙә клар бишәү була. Икәүһе сафтан сыға, берәүһен кемдер үлтерә<ref name="ВС2868">Журнал Вокруг Света, № 1 (2868), январь 2013</ref>.
 
==Иҫкәрмәләр ==