Вильнюс — версиялар араһындағы айырма

3462 байт өҫтәлгән ,  4 года назад
өҫтәмә мәғлүмәт
(өҫтәмә мәғлүмәт)
(өҫтәмә мәғлүмәт)
[[Файл:Hara Giedymina. Гара Гедыміна (1870).jpg|thumb|240px|Гедимин тауы (1870 йылғы картина)]]
Ҡаланың төрлө өлөшөндә үткәрелгән [[археология|археологик]] тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, хәҙерге Вильнюс биләмәләрендәге боронғо кешеләр йәшәгән осор [[мезолит]] дәүеренә ҡарай. Ҡала көнсығыш литва убаларының (кургандарының) иртә [[урта быуаттар|урта быуат]] [[феодализм]]ға тиклемге мәҙәниәтенә ҡараған территорияһында урынлашҡан<ref>[http://club-kaup.narod.ru/kaup_r_archussr_baltu_7.html Археология; Литовские племена]</ref><ref>[http://club-kaup.narod.ru/rec/archussr_baltu/archussr_baltu_map45.jpg Карта распространения восточнолитовских курганов]</ref>. Ҡалала ундан артыҡ уба асылған<ref>[http://piliakalniai.lt/district2.php?rajonas_id=34 Курганы на территории Вильнюса (которые были известны на 2005 г.)]</ref>.
 
Яҙма сығанаҡтарҙа ҡала беренсе тапҡыр [[XIV быуат]]тың беренсе сирегендә телгә алына. Был ваҡытта ул бөйөк литва кенәздәренең даими торған урыны (резиденцияһы) һәм [[Бөйөк Литва кенәзлеге]]нең баш ҡалаһы була. 1316—1341 йылдарҙа хакимлек иткән кенәз ''Гедимин'' 1323 йылдың 25 ғинуарында [[латин теле]]ндә яҙған хатында ''Вильну''ны үҙенең баш ҡалаһы тип атай<ref>{{книга|автор = Venclova, Tomas.|часть = |заглавие = Wilno. Przewodnik|оригинал = |ссылка = |ответственный = Tłumaczenie Beata Piasecka|издательство = R. Paknio leidykla|год = 2006|том = |страницы = 13|страниц = 216|серия = |isbn = 9986-830-47-8}}{{ref-pl}}</ref>. Шулай итеп, был көнгә ошо кимәлгә еткән ҡалаға XIII быуатта нигеҙ һалынған булыуы мөмкин.
 
Үҙенең үҫеш юғарылығына Вильна поляк короле һәм бөйөк литва кенәзе Оло Сигизмунд хакимлеге осоронда күтәрелә. Артабан ҡала даими үҫә һәм ҙурая. 1579 йылда [[Польша]] короле Стефан Баторий Вильнюста университет асыу тураһында фарман бирә, шулай итеп, Вильна Бөйөк Литва кенәзлегененең тәүге университетлы ҡалаһы, уның мөһим [[фән]]ни һәм [[мәҙәниәт|мәҙәни]] үҙәгенә әйләнә.
 
Поляк короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлеге федерацияһы булған Речь Посполитая дәүләтен [[Австрия]], [[Пруссия]] һәм [[Рәсәй]] 1795 йылда өсөнсөгә бүлешкәндән һуң, Вильна [[Рәсәй Империяһы]] составына инә. Башта (1795—1797) ул Вилен губернаһының, аҙаҡ Литва (1797—1801), Литва-Вилен (1801—1840), ә 1840 йылдан яңынан батшалыҡтың Төньяҡ-Көнбайыш крайына ҡараған Вилен губернаһының административ үҙәге була.
 
1803 йылдың апрелендә батша [[Александр I Павлович|Александр I]] Вилен университетына «император статусы»н бирә.
 
[[XIX быуат|XIX]] һәм [[XX быуат|XX быуаттар]] киҫешкән осорҙа Вильна литва [[дәүләт|дәүләтселелегенең]] мәҙәни һәм сәйәси яҡтан яңырыу үҙәгенә әйләнә. [[1904 йыл]]да литва телендә [[Латин алфавиты|латин хәрефтәре]] менән яҙыуҙы тыйыу бөтөрөлгәс, бында литва телендәге ''«Вильняус жинёс»'' ([[урыҫ теле|урыҫса]] ''«Виленские вести»'', [[башҡорт теле|башҡортса]] ''«Вилен хәбәрҙәре»'') исемле тәүге [[гәзит]] сыға башлай.
 
== Иҫкәрмәләр ==
66 309

үҙгәртеү