Атыу ҡоралы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Мәғлүмәт өҫтәнем. Морат Солтан.
Мәғлүмәт өҫтәнем. Морат Солтан
24 юл:
Пистолет-пулемет [[Беренсе донъя һуғышы]] йылдарында эшләнгән, [[танк]] һәм химик ҡорал менән бер рәттән, позиция һуғышы торошон ҡырҡа үҙгәртеүгә өлөш индерергә тейеш булған. Был төр ҡорал идеяһы бер үк ваҡытта бер нисә илдә барлыҡҡа килә һәм тормошҡа ашырыла.
 
Ул ваҡытҡа пулеметтар уты үҙенең юғары һөҙөмтәлелеген иҫбатлаған була инде, әммә ул йылдарҙағы пулеметтар лафеттан йәки станоктан атҡан, бик ауыр булған. Мәҫәлән, киң билдәле Максим пулеметы станокһыҙ, һыуһыҙ һәм патрондарһыҙ 20 кг тирәһе тартҡан, ә һуғышҡа әҙер рәүештә, станогы менән — 65 кг-дан артығыраҡ. Уны хеҙмәтләндереү өсөн 2—6 кеше кәрәк булған. Нығытмаларҙы һаҡлау өсөн бик яҡшы булһа ла, улар һөжүм итеү өсөн бөтөнләй ярамаған. Шуға бер кеше йөрөтә һәм һөҙөмтәле ҡуллана алған ҡоралдың барлыҡҡа килеүе көтөлгән хәл булған.
 
==== Автоматтар ====
''Автомат'', йәки ''автоматик карабин'', сит ил әҙәбиәтендә шулай уҡ ''штурм винтовкаһы'' — яҡын алышта дошмандың тере көсөн юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән һәм ҙур тығыҙлыҡлы ут асырға һәләтле шәхси автоматик уҡсы атыу ҡоралы.
 
[[СССР|СССР-ҙа]] автоматтар [[Бөйөк Ватан Һуғышы|Бөйөк Ватан һуғышынан]] һуң киң таралыш ала, улар пистолет-пулеметтарҙы, автоматик булмаған карабиндарҙы, төрлө винтовкаларҙы алмаштырған.
 
7,62-мм Калашников автоматы
 
==== Оҙон мылтыҡтар ====
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Атыу_ҡоралы» битенән алынған