Эмпайр-стейт-билдинг: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
=== Архитектура ===
Бинала 103 ҡат, уның бейеклеге – 381,3 метр. Үткән быуаттың 50-се йылдарында ҡуйылған телевизион башня менән дөйөм бейеклеге – 443 метр. Нигеҙендәге киңлеге яҡынса 140 метр. Коммерция майҙандары бинаның 85 ҡатын ала (257 211 м²). Ҡалған 16 ҡат ар-деко стилендәге төҙөлөш, 102-се ҡатта күҙәтеү майҙансығы урынлашҡан. Эмпайр-стейт-билдинг – 100-ҙән ашыу ҡаты булған донъялағы беренсе бина. Башняла 6500 тәҙрә, 73 лифт бар. Бинаның ауырлығы 331 000 тонна, ул ике ҡат нигеҙгә ҡоролған һәм ауырлығы 54 400 тонна булған ҡорос конструкция менән нығытылған. Уны төҙөүгә 10 млн кирбес, 700 километр кабель киткән. Тәҙрәләрҙең дөйөм майҙаны – 2 гектар, нигеҙҙең майҙаны – 8 мең м². Баҫҡыста 1860 тупһа, йылына бер тапҡыр баҫҡыс буйлап күтәрелеү буйынса ярыш ойошторола. Офис бүлмәләренә 15 000 кеше һыя, лифттар бер сәғәт эсендә 10 000 кешене йөрөтә ала. Башняла яҡынса 1000 офис, хеҙмәткәрҙәр һаны 21 000 кеше, Эспайр-стейт-билдинг хеҙмәткәрҙәр иҫәбе буйынса Пентагондан ҡала икенсе урында тора. Торбаларҙ дөйөм оҙонлоғо – 113 метр, электр үткәргестәрҙеке – 760 км<ref>[http://www.esbnyc.com/tourism/tourism_facts.cfm?CFID=46899 Официальный сайт]{{ref-en}}</ref>. Быу менән йылытыла.
Ҡайһы бер заманса бейек йорттарҙан айырмалы рәүештә, башня фасады классик стилдә эшләнгән[7]<ref name="AIA"/>. Эстәге холдың оҙонлоғо 30 метр, бейеклеге 3 ҡат. Ул донъяның ете мөғжизәһе һүрәттәре менән биҙәлгән, тик уларға 8-се мөғжизә – Эмпайр-стейт-билдинг үҙе өҫтәлгән.
 
=== Яҡтыртыу ===