Эмпайр-стейт-билдинг: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
19 юл:
 
=== Төҙөлөш ===
Эштәр 1930 йылдың 22 ғинауарында, башняны төҙөү 17 мартта Изге Патрик көнөндә башлана. Төҙөлөштә 3400 эшсе ҡатнаша, уларҙың күбеһе Европанан килгән эмигранттар була, шулай уҡ Монреаль эргәһендәге Канаваке резервацияһынан килгән мохокиҙар (могавктар) ҡәбиләһе вәкилдәре – ҡорос конструкцияларҙы төҙөүсе-монтажлаусылар һаны бер нисә йөҙ тәшкил итә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, төҙөлөш барғанда үлемгә килтергән алты осраҡ теркәлә<ref>[9http://history1900s.about.com/od/1930s/a/empirefacts.htm about.com Интересные факты об Эмпайр-стейт-билдинг]{{ref-en}}</ref>.
Фотограф Льюис Векес Хайндың һүрәттәре төҙөлөштөң төрлө этаптарын сағылдырған мөһим тарихи сығанаҡ ҡына түгел, унда эшселәрҙең тормошон һәм эшләү шарттарын күрергә була. Ҡорос урҙала ултырған монтажсы шул дәүерҙең символына әүерелә.
Бина төҙөлөшө Нью-Йоркта шул мәлдә күҙәтелгән бейек йорттар төҙөү буйынса үҙенсәлекле ярыштың бер өлөшөнә әүерелә. Тағы ике проект – Уолл-стрит, 40 менән Крайслер Билдинг был мәлдә төҙөлөп бөтөп барған була, Эмпайр-стейт-билдинг ҡалҡып сыҡҡанға тиклем уларҙың икеһе лә бер нисә ай буйына иң бейек йорт булып иҫәпләнә. Төҙөлөш 410 көн бара. Бер аҙна эсендә яҡынса дүрт ҡат төҙөлә, бер ваҡыт ун көн эсендә 14 ҡат эшләнеп бөтә. Рәсми асыу тантанаһы 1931 йылдың 1 майында була. АҠШ Президенты Герберт Гувер Вашингтондан тороп төймәгә генә баҫып, бинала ут яҡтырта. Киләһе йылына бинаның башындағы яҡтыртыу ҡорамалдарын беренсе тапҡыр ҡулланып, 1932 йылдың ноябрендәге президент һайлауҙарында Гуверҙы үтеп киткән Рузвельт еңеүен байрам итә[10].