Хань (династия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт
56 юл:
 
=== Көнсығыш Хань ===
Ҡыҙыл ҡаштарҙың 25 йылдың 5 авгусындағы еңеүе натижәһендә ''Лю Сю'' (буласаҡ император [[Гуан У-ди]]) '''Лю''' фамилияһының хакимлеген аяҡҡа баҫтыра<ref>[[David R. Knechtges]], in ''The Cambridge History of Chinese Literature'', ed. Kang-i Sun Chang and Stephen Owen (Cambridge: Cambridge University Press, 2010): 116.</ref>. Тәүге осорҙа тәхет вәриҫлегенә күптәр дәғәүә итһә лә, кире ҡайтарылған ''Хань династияһы'' ''«Һуңғы»'' (Хоу) йәки ''«Көнсығыш»'' (Дун) Хань исеме аҫтында 220 йылғаса хакимлек итә. Баш күтәреүҙәр ваҡытынан емереклектәрҙә ятҡан баш ҡаланы тергеҙеү урынына императорҙар [[Лоян]]ға күсенә. 68 йылда бында Ҡытайҙағы тәүге [[будда]] ғибәҙәтханаһы «[[Баймасы]]» нигеҙләнә.
Яңы Хань батшалары, ҡатындары һәм туғандары араһындағы аҫтыртын эштәрҙе иҫкә баш ҡалала ҡалдырып, икенсе тормошҡа аяҡ баҫа. Һөҙөмтәлә етерлек көсләнгән дәүләт баҫҡынсылар өҫтөнән хәл иткес еңеүҙәргә өлгәшә һәм [[Урта Азия]]ла нығыныу хәстәрен күрә башлай. Үҙҙәре «''Серес''» тип атаған Ҡытайға [[Урта диңгеҙ]] буйынан илселектәр килә, ә [[Гань Ин]] етәкләгән разведка отряды [[Месопотамия]]ға, [[Бань Чао]] һалдаттары [[Каспий диңгеҙе]]нә барып етә. Ҡытай ғәскәре ошо ваҡыттан һуң [[Тан осоро]]наса көнбайыш йүнәлештә шулай алыҫ китә алмай.
131 юл:
Көнбайыш Хань дәүеренең тәүге осорҙарында, тимер һәм тоҙ бизнесы менән шөғөлләнеп, мул тормошта йәшәгән етештереүселәр, бай сәүҙәгәрҙәр, шулай уҡ урындарҙағы хакимдәр күләме яғынан дәүләт ҡаҙнаһы менән сағыштырылыҡ байлыҡтары һәм меңәрләгән крәҫтиәндәре менән маҡтана алған. Һуңғыларҙың күпселеге үҙ ерҙәрендә эшләмәгәнлектән, хөкүмәт һалым килемдәренең ҙур ғына өлөшөнән мәхрүм
булған<ref>Needham (1986c), 22; Nishijima (1986), 583—584.</ref>. Алда әйтелгән байҙарҙы сикләү маҡсатынан император У-ди б. э. т. 117 йылда тоҙ һәм металлургия тармаҡтарын дәүләт ҡарамағына алған. Ҡайһы бер сәнәғәтселәргә тармаҡта административ идарасы булырға ла рөхсәт иткән<ref>Nishijima (1986), 584; Wagner (2001), 1-2; Hinsch (2002), 21-22.</ref>. Көнсығыш Хань дәүерендә иһә үҙәк хөкүмәт, был дәүләт монополияһын ғәмәлдән сығарып, телгә алынған тармаҡтарҙы хәрби етәкселәргә, урындағы хакимдәргә һәм дә шәхси эшҡыуарҙарға бирә<ref>Nishijima (1986), 584; Wagner (2001), 15-17.</ref>.
 
Шәхси бизнестың тағы ла бер табышлы тармағы булған [[ҡаты спиртлы эсемлектәр]] етештереү б. э. т. 98 йылда дәүләт ҡарамағына алына, әммә был ҡарар б. э. т. 81 йылда ғәмәлдән сығарыла һәм шәхси эшҡыуарҙар өсөн продукцияның һәр 0,2 литры өсөн ике тәңкә күләмендә һалым индерелә<ref>Nishijima (1986), 600; Wagner (2001), 13-14.</ref>. Б. э. т. 110 йылда император У-ди үҙе табышлы алкоголь тармағындағы мутлыҡтары менән фашлана: ашлыҡтың дәүләт запастарын сәүҙәгәрҙәр хаҡынан түбәнерәк хаҡ менән һата<ref name="ebrey 1999 75">Ebrey (1999), 75.</ref>. Император Мин-ди хакимлеге осоронда (68 йылда) ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа Хаҡ көйләү һәм тотороҡлондарыу буйынса идаралыҡ ойойштороуҙан тыш, бар Көнсығыш Хань дәүерендә үҙәк хөкүмәт тарафынан хаҡтарҙы көйләү ғәмәлдә алып барылмай<ref>de Crespigny (2007), 605.</ref>.
 
== Хакимдар ==