Хань (династия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу, күренеште төҙәтеү
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Һалым һалыу һәм милек: өҫтәмә мәғлүмәт
119 юл:
 
Ҡулаҡсаның шундай иркен әйләнеше уңышлы сәүҙәгәрҙәргә тәңкәләрен ер һатып алыуға йүнәлтергә мөмкинлек биргән, ә был үҙ сиратында сауҙа синыфының йылдам үҫешенә килтергән. Быға хөкүмәттең, юғары сауҙа һәм милек һалымдары индереп, сәүҙәгәрҙәрҙе ҡаты шарттарға ҡуйыу буйынса айырым ынтылышы ла ҡамасаулай алмаған<ref>Nishijima (1986), 601.</ref>. Император У-ди хатта рәсми теркәлгән сәүҙәгәрҙәргә ер биләүҙе тыйған ҡанундар ҙа ҡабул иткән, әммә эре сәүҙәгәрҙәр, теркәүҙе урап үтеп, ҙур ер биләмәләренә хужа булған<ref>Nishijima (1986), 577; Ch'ü (1972), 113—114.</ref>.
 
Ваҡ ер биләмәләренә эйә булған күп һанлы крәҫтиәндәр Хань династияһы һалымдарының төп сығанағына әүерелә. Проблемала Көнсығыш Хань дәүеренең икенсе яртыһында килеп сыға башлай. Бының сәбәбе крәҫтиәндәрҙең күпселегенең, ҙур бурыстарға батып, бай ер биләүселәргә эшләргә мәжбүр булыуында сағыла<ref>Nishijima (1986), 558—601; Ebrey (1974), 173 174; Ebrey (1999), 74-75.</ref>. Хань хөкүмәте ваҡ ер хужаларын бурыстарҙан ҡотҡарып, уларға үҙ ерҙәрендә хеҙмәт һалыу мөмкинлеген биргән реформалар үткәрә. Улар һалымдарҙы кәметеүҙе, түләүҙәрҙән ваҡытлыса азат ителеүҙе, ссудалар биреүҙе, шулай уҡ ерһеҙ крәҫтиәндәрҙе ваҡытлыса торлаҡ менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Дәүләттең ер кешеләренә эш ҡоралдары, һалымдарын түләп бөткәнсе махсус ер биләмәләрендә эш биреүе лә был реформаларҙа ҡаралған була. Һалым иҫәбенә бындай крәҫтиәндәр үҫтергән уңышының яртыһын бирергә тейеш була<ref>Ebrey (1999), 75; Ebrey (1986), 619—621.</ref>.
 
168 йылда һалым дәүмәле алынған уңыштың ун биштән бер өлөшөнән утыҙҙан бер өлөшөнә тиклем, йәғни ике тапҡырға, кәметелә<ref>Loewe (1986), 149—150; Nishijima (1986), 596—598.</ref>, ә һуңыраҡ (Хань династияһы хакимлегенең һуңғы ун йылдарында) йөҙҙөн бер өлөшкә тиклем төшөрөлә. Килемдәрҙең шул рәүешле юғалыуы милеккә һалымдарҙы арттырыу менән ҡаплатыла<ref>Nishijima (1986), 596—598.</ref>.
 
Хеҙмәт һалымы [[хәрби бурыс]] рәүешенә инә: 15 йәшлек үҫмерҙәрҙән башлап 56 йәшкә тиклемге ир-аттар йылына бер ай уны уны үтәргә тейеш була. Көнсығыш Хань осоронда был хеҙмәтте һалым түләү менән алмаштырырға мөмкин була, сөнки ялланма хеҙмәт йылдан-йыл ҙурыраҡ популярлыҡ яулай барған була<ref>Nishijima (1986), 599; de Crespigny (2007), 564—565.</ref>.
 
=== Шәхси һәм дәүләт етештереү берекмәләре ===