Хань (династия): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
өҫтәмә мәғлүмәт, аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Һалым һалыу һәм милек: өҫтәмә мәғлүмәт
116 юл:
 
=== Һалым һалыу һәм милек ===
Ер хужалары, йыйып алынған уңыштан сығып, ерҙе файҙаланған өсөн түләгән ''ер һалымынан'' тыш халыҡ йән башына һалынған һәм милек һалымдарын аҡсалата түләргә тейеш булған<ref name="nishijima 1986 600 601">Nishijima (1986), 600—601.</ref>. Кеше башына төшкән һалым ир-ат һәм һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн — 120, балалар өсөн 120 тәңкә тәшкил иткән. Сәүҙәгәрҙәр һалымды тағы ҙурыраҡ кимәлдә — йән башына 240 тәңкәнән түләргә тейеш була<ref>Nishijima (1986), 598.</ref>. Йән башынан алынған йыйым аҡса иҡтисадын дәртләндереп, уға стимул булып торған. Был б. э. т. 118 — беҙҙең эраның 5 йылдары арауығында 28 миллиардтан күберәк, йәғни һәр йылға уртаса 220 миллион тәңкә сығарыуға килтергән<ref>Nishijima (1986), 588.</ref>.
 
Ҡулаҡсаның шундай иркен әйләнеше уңышлы сәүҙәгәрҙәргә тәңкәләрен ер һатып алыуға йүнәлтергә мөмкинлек биргән, ә был үҙ сиратында сауҙа синыфының йылдам үҫешенә килтергән. Быға хөкүмәттең, юғары сауҙа һәм милек һалымдары индереп, сәүҙәгәрҙәрҙе ҡаты шарттарға ҡуйыу буйынса айырым ынтылышы ла ҡамасаулай алмаған<ref>Nishijima (1986), 601.</ref>. Император У-ди хатта рәсми теркәлгән сәүҙәгәрҙәргә ер биләүҙе тыйған ҡанундар ҙа ҡабул иткән, әммә эре сәүҙәгәрҙәр, теркәүҙе урап үтеп, ҙур ер биләмәләренә хужа булған<ref>Nishijima (1986), 577; Ch'ü (1972), 113—114.</ref>.
 
=== Шәхси һәм дәүләт етештереү берекмәләре ===