Джоан Кроуфорд: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
47 юл:
* «Все целуют невесту» (1942) фильмында Кроуфорд [[Кэрол Ломбард]] уйнарға тейеш булған ролде уйнай. Был ролде ул Ломбардтың армия фондына аҡса йыйыу туры үткәргән саҡта авиаһәләкәттә һәләк булғанынан һуң уйнарға риза була. Бөтә гонорарын Кроуфорд [[Ҡыҙыл тәре һәм Ҡыҙыл ярым ай Халыҡ-ара хәрәкәте|Красный крест]]ҡа тапшыра. Хатта ул бер агентты ошо аҡсанан үҙенә тейешле тип һанаған аҡсаны алып ҡалғаны өсөн эштән сығара.
* Кроуфорд үҙен һәр фанатҡа яуапты шәхсән яҙырға яуаплы тип һанаған. Фанаттарына ул автографтарын ебәргән. Күп йылдар дауамында ошо шөғөл уның буш ваҡытын алған. Үҙенең Стивенс – колледждағы класташтарына ғына ул быны эшләмәгән, сөнки улар Кроупфордты уҡыу ваҡытында бик ыҙалатҡандар.
* Кроуфордта таҙалыҡ манияһы булған. Ул ун минут һайын ҡулдарын йыуған һәм ҡунаҡтар артынан фланель сепрәк менән улар ҡағылған урындарҙы һөртөп йөрөгән; ул сигареттарҙы үҙенең пачкаһынан ғына тартҡан. Ҡайһы отелдә туҡталһа ла, иң зауыҡлыларҙа ла шул иҫәптән, ванналарҙы үҙе йыуған. Сантехник уның өйөндә унитаз ҡуйғандан һуң файҙаланғанын белеп ҡалғас, унитазды ғына түгел, бөтә канализация торбаларын да алыштыртҡан. * Джоан Кроуфорд [[Голливуд «Дан аллеяһында»|Голливуд Дан аллеяһы]]нда (1752 Vine Street) йондоҙғайондоҙ ҡуйыуға лайыҡ була..
 
== Иҫкәрмәләр ==