Шәриф Сөнчәләй: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Тормошо: clean up using AWB
ә →‎Тормошо: clean up using AWB
24 юл:
 
== Тормошо ==
Шәрифулла Хәмиҙулла улы Сөнчәләев (замандаштары араһында ул Шәриф Сөнчәләй исеме менән билдәле) 1885 йылдың 3 ноябрендә [[Һарытау]] губернаһының Хвалын өйәҙе<ref name="Х" /> Иҫке Мәстәк ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1903 йылда Шәриф Сөнчәләй Ҡазан уҡытыусылар мәктәбенә уҡырға бара. 1905—1907 йылдарҙағы беренсе урыҫ революцияһы осоронда шәкерттәр сыуалышында ҡатнаша, листовкаларҙы тәржемә итеп тарата. Уҡытыусылар мәктәбен тамамлағас, 1907 йылда Шәриф Сөнчәләй [[Пермь губернаһы]]ның [[Сараш (Барҙа районы)|СарашСәрәш]] урыҫ-башҡорт мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. Быны ул халыҡ араһында сәйәси-ағартыу эше менән бергә алып бара. Батша ялсылары уҡытыусыға бер урында тыныс ҡына эшләргә ирек бирмәй. 1915 йылда ул [[Өфө губернаһы]]ның [[Бәләбәй өйәҙе]] [[Ҡарғалы]] ауылында күсерелә. Бында ул мәктәптән тыш уҡытыу бүлеге мөдире була.
 
[[Февраль революцияһы]] ваҡытында Шәриф Сөнчәләй ярлы крәҫтиәндәрҙе митингыларға, юғары башланғыс училище уҡытыусыларын һәм шәкерттәрен демонстрацияларға саҡыра, яңы тормош төҙөргә өндәй, халыҡ алдында күп тапҡыр телмәр тота.