Железняк Максим Иевлевич: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
38 юл:
Иң ҡанлы бәрелештәр Уманда була. Умань алдынан Зализнякты Франциск Потоцкий воеводаһының Зализняк яғына сыҡҡан йөҙ башы [[Иван Һонта]] етәкләгән казактарҙың һарай командаһы ҡаршылай. Уманды алғандан һуң (унда ҡайһы бер поляк мемуаристары яҙғанса, 20 мең поляк паны һәм еврейҙар һәләк булған), Зализняк һетманщинаны тергеҙеүҙе иғлан итә, ә Баш күтәреүселәр Радаһы уны һетман тип атай. Тиҙҙән генерал Михаил Кречетников тарафынан ебәрелгән полковник Гурьев хәйләле юл менән Зализнякты һәм Һонтаны ҡулға ала.
 
Урыҫ подданныйы булараҡ, Максим Зализняк та, Иван Һонта ла поляктарға тапшырылмай, ә урыҫ хакимиәте ҡулында ҡалдырыла. 1768 йылдың 8 июлендә ул һәм уның урыҫ подданныйы һаналған 73 көрәштәше Киев-Печорск ҡәлғәһенә ябыла, ә ай аҙағында Киев губерна канцелярияһының уны хөкүм итеү тураһындағы күрһәтмәһе сыға. Суд Максим Зализнякты һәм уның көрәштәштәрен ҡамсы менән һуҡтырыуға, мөһөр баҫтырыуға, танауҙарын киҫтереүгә дусар итә һәм Нерчинск шахталарына ғүмерлек каторгаға оҙатыу хөкөмөн сығара. Ахтырка эргәһендә һаҡ аҫтында тотолған урындан, Зализняк үҙенең 51 иптәше менән һаҡсыларҙы ҡоралһыҙландырып, ҡасып китә, әммә ҡасаҡтарҙың күпселеге, шулар араһында башлыҡ үҙе лә, оҙаҡламай ҡабат тотолалар. Икенсе фараз буйынса, Максим Зализняк, һуңғараҡ каторганан ҡасып китеп, хатта Пугачев етәкселегендәге һуғышта ҡатнашҡан тигән фекер ҙә йәшәй. Украин халҡы хәтерендәМаксимхәтерендә Максим Зализняк поляктарға ҡаршы милли-азатлыҡ көрәшсеһе, православие динен яҡлаусы батыр булып, уның образы халыҡ йырҙарында һәм риүәйәттәрендә идеалләштерелеп күрһәтелгән көйө һаҡланған. Максим Зализняк [[Тарас Шевченко]]ның атаҡлы «Һайдамактар» поэмаһының төп персонаждарының береһе булып тора.
 
== Әҙәбиәт ==