Килдеғол: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
182 юл:
 
=== Көрәште тауы ===
Был тауҙа сейә күп. Элек сейәне ауылдың ҡыҙҙары күмәкләшеп барып йыйып алып ҡайтыр булғандар. Көрәште тауының исемен ике төрлө аңлаталар. ҺуғышБеренсе булғанвариант буйынса, тау бик текә юл шунан үтә, тауға йөк менән йәйәү күтәрелеүе бик ауыр була, көрәшә-кәрәшә менергә кәрәк булған. Икенсе вариант "[[Бабсаҡ менән Күсәк]]" эпосы менән бәйле. "Күсәк бей Ҡарағөлөмбәтте, ҡыҙыл һы­йырға атландырып, Һарағыға килтерә. Йәйләүҙәге көллө кеше күрһен тип, Өмбәткә алып бара", тип яҙылған эпоста. Көрәште тауының итәгендә халыҡ "Ҡыҙыл һыйыр" тип атаған үҙәк бар. Эпостың ололар һөйләгән варианты буйынса, ошо "Ҡыҙыл һыйыр" тигән үҙәктә ҡыҙыл һыйыр үлә. Шуға ул ерҙе "Ҡыҙыл һыйыр" тип атағандар. Шунан улар йәйәүләп тау башына менәләр. Тау бейек, алыҫҡа ҡараһаң, ялан яҡтары күренгән кеүек. Шунда Күсәк бей Ҡарағөлөмбәткә, "Әйҙә ошонда көрәшәйек. Һин мине еңһәң, үлтермәйем, ебәрәм, ана ялан яғына. Мин һыңар ҡулым менән көрәшәм", тей. Күсәк бер ҡулын бәйләтә. Көрәшә башлайҙар. Ҡарағөлөмбәт әсир булып йөрөп хәлһеҙ була. Олоғайған да була. Йәш һәм көслө Күсәкте еңә алмай. Шунан артабан юл тоталар. Шунан тауҙы «Көрәште» тип атағандар.
 
=== Иген саттығы яланы ===
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Килдеғол» битенән алынған