Антарктида: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ҡалып, викилаштырыу
1 юл:
[[Рәсем:Antarctica 6400px from Blue Marble.jpg|thumb|180px| Антарктиданың космостан күренеше ]]
'''Антаркти́да''' ({{lang-el|ἀνταρκτικός}}  — [[Арктика|Арктиканың]] ҡапма-ҡаршыһы)  — Ер шарының иң [[көньяҡ|көньяғында]] урынлашҡан [[ҡитға]] ([[континент]]). Антарктиданың үҙәге [[Көньяҡ]] географик полюс менән яҡынса тура килә.
Антарктида [[Һинд|Һинд океаны|Һинд]], [[Тымыҡ|Тымыҡ океан|Тымыҡ]] һәм [[Атлантик океан]]дар һыуҙары менән йыуыла (ҡайһы бер илдәрҙә был океандарҙың көньяҡ өлөшөн Көньяҡ океан тип иҫәпләйҙәр).
 
Майҙаны  — 4,4  млн. кв.км, шуның 1,6  млн кв.км² өлөшөн шельф боҙлоғо тәшкил итә.
Антарктида тип шулай уҡ Антарктида ҡитғаһын һәм сиктәш утрауҙарҙы атайҙар.
Антарктида рәсми рәүештә [[1820]] йылдың 28 ғинуарында [[Беллинсгаузен, Фаддей Фаддеевич]] һәм [[Лазарев, Михаил Петрович|Михаил Лазарев]] етәкселегендәге урыҫ экспедицияһы тарафынан асыла.
Улар «Восток» һәм «Мирный» елкәнле хәрби кораблдәрҙә {{coor dm|69|21|S|2|14|W|}} нөктәһенә, хәҙерге Беллинсгаузен шельф боҙлоғона яҡынлаша.
 
Элек көньяҡ материктың булыуы фаразға нигеҙләнеп кенә раҫланған.
[[Беллинсгаузен, Фаддей Фаддеевич|Фаддей Беллинсгаузен]] һәм [[Лазарев, Михаил Петрович|Михаил Лазарев]] экспедицияһы көньяҡтағы боҙлоҡто урап сығып, алтынсы ҡитға булыуын иҫбатлай.
 
Антарктида — ғәжәп тәбиғәтле берҙән-бер материк. Поляр тикшереүселәр уны йәнһеҙ, аҡ боҙло материк тип исем биргән. Ҡышын поляр төндәр, ә йәйен поляр көндәр була. Ҡояш сығыу һәм батыу күренешен йыллына бер генә тапкыр күҙәтеп була. Антарктидала Ерҙәге сөсө һыуҙың 80%-ы тупланған.
[[Рәсем:Antarctica surface.jpg|thumb|Материктың рельефы, ҡыҙыл төҫ менән бейегерәк урындар күрһәтелгән]]
[[Рәсем:AntarcticBedrock2.jpg|thumb|Боҙ ҡатламы аҫтында материк рельефы]]
[[Рәсем:Antarctica Without Ice Sheet.png|thumb|This is topographic map of Antarctica after removing the ice sheet and accounting for both isostatic rebound and sea level rise. Hence this map suggests what Antarctica may have looked like 35 million years ago, when the Earth was warm enough to prevent the formation of large-scale ice sheets in Antarctica.]]
 
== Рельефы һәм боҙ ҡатламы ==
Антарктида  — [[Ер]]ҙә иң бейек континент, [[диңгеҙ өҫтө бейеклеге]]нән уртаса 2000  м бейеклектә, үҙәк өлөшө 4000  м бейеклектә. Материктың ҙур өлөшө боҙ менән ҡапланған, тик 0,3  % (40 мең кВ. км.) өлөшө генә боҙҙан асыҡ. [[Трансатлантик тауҙары]] Антарктиданы, геологик төҙөлөшө төрлө булған, [[Көнсығыш Антарктида]]ға һәм [[Көнбайыш Антарктида]]ға бүлә.
Яҡынса боҙ ҡалынлығы 2500—2800  м, Көнсығыш Антарктидала максималь боҙ ҡалынлығы —4800  м. Ҡитғаның яры буйында барлыҡҡа килгән боҙлоҡ ярылып төшөп [[айсберг]]тар барлыҡҡа килтерә.
[[Рәсем:Tangra-Great-Needle.jpg|thumb|left|Смоленск утрауында Тангра тауы]]
 
=== Көнсығыш Антарктиданың геологик төҙөлөшө ===
Көнсығыш Антарктиданың геологик платформаһы боронғо кембрийға тиклемге геологик осорҙа барлыҡҡа килгән. Төҙөлөшө [[Һиндостан]], [[Бразилия]], [[Африка]] һәм [[Австралия]] платформаһы менән оҡшаш. Был платформалар [[Гондвана]] суперконтиненты тарҡалыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Тау тоҡомдарының йәшен 2,5  — 2,8  млрд. йыл, тип билдәләйҙәр.
 
Ҡаҙылма ҡатламдар 350—190  млн. йыл элек барлыҡҡа килгән. Ҡатламдар араһында үҫемлек һәм хайуандар ҡалдыҡтары, шул иҫәптән [[ихтиозавр]] ҡалдыҡтары табыла. Йылылыҡ яратыусы үҫемлектәр һәм хайуандар йәшәгән ваҡытта был ҡитғаның климаты хәҙергенән айырылып торған. Был иһә тектоник күренеште, платформаларҙың күсеп йөрөүен иҫбат итә.
 
Ҡаҙылма ҡатламдар 350—190 млн. йыл элек барлыҡҡа килгән. Ҡатламдар араһында үҫемлек һәм хайуандар ҡалдыҡтары, шул иҫәптән [[ихтиозавр]] ҡалдыҡтары табыла. Йылылыҡ яратыусы үҫемлектәр һәм хайуандар йәшәгән ваҡытта был ҡитғаның климаты хәҙергенән айырылып торған. Был иһә тектоник күренеште, платформаларҙың күсеп йөрөүен иҫбат итә.
== Сейсмик әүҙемлеге ==
Материк ситендә [[Росс диңгеҙе]] утрауҙарында хәрәкәт итеүсе [[Эребус вулканы]] бар.
 
== Климаты ==
Антарктида климаты бик ҡырыҫ — температура [[йәй]]ен –30 −30 °C-тан юғары күтәрелмәй, ә [[ҡыш]]ын –70 −70 °C-тан да түбәнерәк була. Ерҙәге иң түбән температура (-89,2  °C) Антарктидалағы "«Восток"» станцияһында теркәлә. [[Йәй]] ваҡытында Антарктида [[Ҡояш]] йылыһын экваториаль зонаға ҡарағанда ла күберәк ала, ләкин был йылылыҡтың 90 % ҡар һәм боҙ өҫтөнән сағылып, кире космосҡа тарала. Климаттың ҡырыҫлығын өс шарт билдәләй. Беренсенән, географик урыны. Икенсенән, ҡеүәтле боҙлоҡ ҡатламының булыуы. Өсөнсөнән, болоттарҙың булмауы, быныһы материктың артабан да һыуыныуға килтерә. Антарктиданың өҫтөндәге йотолған 10 % йылылыҡ та, боҙлоҡтан сағылып ҡаҡлыҡҡан 90 % ҡояш йылыһы кеүек үк, космосҡа кире китә.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
[[Антарктика]]
 
{{rq|sources}}
 
[[Категория:Антарктида]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Антарктида» битенән алынған