Диоген: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
4 юл:
|изображение = Diogenes looking for a man - attributed to JHW Tischbein.jpg
|ширина =
|описание изображения = Иоганн Тишбейн картинаһы «''Диоген кешене эҙләне''»
|имя при рождении =
|псевдонимы =
|дата рождения = ок. [[412 до нб. э. т. 412]] тирәһе
|место рождения = {{ТУ|Синоп|Синопта}}
|дата смерти = 10.6.-323
53 юл:
 
== Ижады ==
Диоген Лаэртский, Сотионға һылтанып, Диогендың 14 хеҙмәте булыуы тураһында хәбәр итә, улар араһында философик хеҙмәттәр («яҡшылыҡ тураһында», «Изгелек тураһында» һ. б.), бер нисә трагедия бар.
 
== Аскетлығы ==
Диоген бер нимәнән дә ҡурҡмаған, бер нимәгә лә ынтылмаған, әҙ менән ҡәнәғәт булған сысҡан миҫалында аскетлыҡ идеалын иғлан итә. Диогендың мискәлә йәшәүе, түшәк урынына плащ ҡулланыуы ошо принципты кәүҙәләндерә. Әйберҙәрҙән уның муҡсаһы менән таяғы ғына була. Ҡайһы берҙә ул ҡарҙа ялан аяҡ йөрөй.
[[Файл:Waterhouse-Diogenes.jpg|thumb|Джон Уотерхаус, «Диоген»]]
 
64 юл:
* Берәйһенән үтескә алырға йыйынғанда Диоген «аҡса бирегеҙ» тип түгел, «минең аҡсамды бирегеҙ» тип һорар була.
[[Файл:Tupylev_MakedonskDiogen.jpg|thumb|Тупылев И. Ф. Искәндәр Зөлҡәрнәй Диоген алдында, 1787]]
* Аттикаға килгән [[Искәндәр Зөлҡәрнәй]] атаҡлы «маргинал» менән танышырға була. Плутарх һөйләүенсә, Искәндәр Диогендың килеп хөрмәт күрһәтерен оҙаҡ көтә, ләкин теге килмәй. Искәндәр уның янына үҙе барырға була. Ул Диогенды Кранияла (Коринф эргәһендәге гимназия) таба, теге ҡояшта йылынып ултыра. Искәндәр уға: «Мин — бөйөк Искәндәр батша», — ти. «Ә мин, — ти Диоген, — Диоген тигән эт». «Ә ниңә һине эт тиҙәр һуң?» «Ризыҡ ырғытҡанға — ҡойроҡ болғайым, ырғытмағанға — өрәм, яуыз кешене тешләйем». «Ә минән ҡурҡаһыңмы?» — тип һорай Искәндәр. «Ә һин кем — яуызлыҡмы, изгелекме?», — тип һорай Диоген. «Изгелек», — ти батша. «Ә изгелектән кем ҡурҡа?» Ниһайәт, Искәндәр уға былай ти: «Минән ни теләһәң, шуны һора». «Ситкәрәк кит, һин миңә ҡояшты ышыҡлайһың», — ти ҙә Диоген йылыныуын дауам итә. Ҡайтышлай Диоген тураһында тел сарлаған юлдаштарына Искәндәр: «Мин Искәндәр булмаһам, Диоген булыр инем», — тип тә әйткән икән, тиҙәр. Яҙмыш хикмәте буйынса, Искәндәр менән Диоген икеһе бер көндә б. э. т. 323 йылдың 10 июнендә үлә.
* Афиналылар Филипп Македонский менән һуғышҡа әҙеләнә, ҡалала ығы-зығы, сыуалыш башлана. Диоген үҙе йәшәгән мискәһен ҡала урамдары буйлап тәгәрәтергә тотона. Ниңә улайтаһың, тигән һорауға Диоген былай ти: «бөтә кеше эш-мәшәҡәт өҫтөндә, миңә эшһеҙ ятыу уңайһыҙ булып китте, башҡа бер нимәм дә булмағас, бына, мискә тәгәрәтәм».
* Диоген әйтеүенсә, грамматиктар Одиссейҙың бәләләрен өйрәнә, ләкин үҙҙәренекен белмәй; музыканттар лира ҡылдарын көйләй, ләкин үҙ холҡона хужа була алмай; математиктар ҡояш менән айҙы күҙәтә, ә аяҡтары аҫтындағыны күрмәй; риторҙар дөрөҫ һөйләргә өйрәтә, тик дөрөҫ ҡылыҡҡа өйрәтмәй; ҡомһоҙҙар аҡсаны әрләй, ә үҙҙәре уны бөтәһенән дә нығыраҡ ярата.
* Диогендың көпә-көндөҙ шәм күтәреп «Кеше эҙләйем» тип йөрөгәне антик дәүерҙә үк хрестоматияларға ингән.
* [[Платон]]: «Кеше — ул ике аяҡлы, ҡанатһыҙ хайуан», — тигән билдәләмә биргәндән һуң Диоген әтәсте йолҡоп мәктәпкә алып килә һәм: «Бына Платондың кешеһе!» — ти. Платон үҙ билдәләмәһенә «…һәм яҫы аяҡлы», — тип өҫтәргә мәжбүр була.
* Бер заман Диоген Анаксимен Лампсакскийҙың лекцияһына килә лә иң артҡы рәткә ултыра. Шунан муҡсаһынан балыҡ сығарып, өҫкә күтәрә. Тәүҙә бер тыңлаусы уға әйләнеп ҡарай, шунан икенсеһе, тиҙҙән күпселек, артына әйләнеп, Диоген ҡулындағы балыҡҡа ҡарай. Анаксимен асыулана: «Һин минең лекциямды өҙҙөң!» «Ниндәйҙер бер тоҙло балыҡ һинең фекерҙәреңде түңкәрелдергәс, — ти Диоген, — ул лекцияның ни баһаһы?».
90 юл:
== Әҙәбиәт ==
{{commonscat|Diogenes of Sinope}}
* «Антология кинизма»; под ред. И. М. Нахова. М.: Наука, 1984.
* Диоген Лаэртский. «О жизни, учениях и изречениях знаменитых философов». М.: Мысль, 1986.
* Кисиль В. Я., Рибери В. В. Галерея античных философов; в 2-х томах. М., 2002. ISBN 5-8183-0414-0.
* {{Мәҡәлә|автор = Зайцев А. И.|заглавие = Диоген Синопский|ссылка = http://iph.ras.ru/elib/0977.html|ответственный = Предс. научно-ред. совета В. С. Степин|издание = Новая философская энциклопедия|место = М.|издательство = Мысль|год = 2001|isbn = 5-244-00961-3}}
 
98 юл:
* [http://iph.ras.ru/elib/0977.html Диоген Синопский]
 
{{rq|wikify}}
[[Категория:«Илаһи комедия» персонаждары]]
[[Категория:Алфавит буйынса шәхестәр]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Диоген» битенән алынған