Сәйәхәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
"thumb|200 px|[[Испанияның Овьедо ҡалаһындағы «Сәйәхәтсе» стат…" исемле яңы бит булдырылған
(айырмалар юҡ)

19:49, 16 март 2016 өлгөһө

Сәйәхәт — ниндәй ҙә булһа бер биләмә (территория) йәки акватория буйлап уларҙы өйрәнеү, үҙенсәлектәре менән танышыу маҡсатында йөрөү (хәрәкәт итеү). Сәйәхәттең маҡсаттары башҡа төрлө лә булырға мөмкин. Сәйәхәт яһаусы йәки яһаған кеше сәйәхәтсе була.

Испанияның Овьедо ҡалаһындағы «Сәйәхәтсе» статуяһы

XIX быуатҡа тиклем теге йәки был ил тураһында мәғлүмәт алыуҙың төп сығанағы нәҡ сәйәхәт булған. Уның ярҙамында Ерҙең төрлө өлөштәре хаҡында бөгөн беҙ ҡулланған белем тупланған. Сәйәхәтселәр төрлө дәүләттәрҙең тарихы һәм тәбиғәте, халҡы һәм уның күп яҡлы эшмәкәрлеге тураһында белешмә менән таныша ала.

Хәҙерге заман сәйәхәттәре күп төрлө һәм махсус телетапшырыуҙарҙа («Клуб путешественников»), документаль фильмдарҙа һәм сериалдарҙа («Одноэтажная Америка») яҡтыртыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар