Янбулатова Рәғиҙә Сәйетғәли ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
33 юл:
Рәғиҙә Янбулатова тынғыһыҙ сәхнә эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәшлек йылдарынан уҡ әҙәби ижад менән дә әүҙем шөғөлләнә. 1957 йылда «Елбәҙәк ҡарҙар» тип исемләнгән тәүге шиғри йыйынтығы донъя күргәндән һуң [[СССР Яҙыусылар союзы]]на ағза итеп ҡабул ителгән нескә күңелле шағир артабан тағы ла бер нисә китабын нәшер итте, улар араһынан берәүһенә балалар өсөн яҙылған әҫәрҙәр тупланған. Үҙен сәхнәгә арнаған ижадсының шиғырҙары ла тәрән тойғоло, бай моң-аһәңле һәм нескә хисле булыуҙары менән йыр һүҙҙәренә тартымдар. Шуға ла уларға билдәле башҡорт композиторҙары [[Рәүеф Мортазин]], [[Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы|Хөсәйен Әхмәтов]], [[Кәримов Таһир Шакир улы|Таһир Кәримов]] һәм [[Бәхти Ғайсин]] бик күп көй яҙҙы, был йырҙар шунда уҡ тиерлек башҡарыусылар араһында ла, төрлө быуын тыңлаусыларҙа ла ҙур популярлыҡ яуланы.
 
Композитор Рәүеф Мортазин менән берлектә [[Һәҙиә Дәүләтшина]]ның «Ырғыҙ» романы буйынса «Дауыл» тигән операға либретто яҙып бер ни тиклем тәжрибә туплаған Рәғиҙә Янбулатова артабан үҙ ҡәләмен драматургия өлкәһендә лә емешле генә һынап ҡараны. Уның башҡорт халыҡ ижадының бай һәм ҡабатланмаҫ өлгөләренә нигеҙләнеп яҙылған «Байрамбикә» пьесаһы [[Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры]] сәхнәһендә, «Ғашиҡтар төнө» комедияһы [[Өфө]]нөң Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайының халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре тарафынан ҡуйылды. Үҙешмәкәр композитор [[Шәрипов Тәлғәт Муса улы|Тәлғәт Шәрипов]]тың был комедия нигеҙендә яҙылған опереттаһын [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]] коллективы бик теләп сәхнәләштерҙе.
 
Киң ҡырлы талант эйәһе төрлө телдәрҙә ижад ителгән драма әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итеүгә лә һиҙелерлек хеҙмәт һалды. Сит ил авторҙары [[Рабиндранат Тагор]], Абдулла Каххар һәм П.Калдерон, күп милләтле элекке СССР әҙиптәре [[Айытматов Сыңғыҙ Түрәҡол улы|Сыңғыҙ Айтматов]], Любимов, В. Гусев һәм Тоҡаев һәм башҡаларҙың пьесаларын башҡортсаға ауҙарҙы. Быларҙан тыш шағир бик күп урыҫ йырҙары текстарын да башҡорт теленә тәржемәләне.