Парана: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Ryanag Парана (йылға) битенең исемен үҙгәртте. Яңы исеме: Парана
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
29 юл:
== Гидрография ==
[[Файл:Paranarivermap.png|thumb|Йылға бассейны|left]]
Парана [[Бразилия]] территорияһында, [[Бразилия яҫы таулығы]]ның көньяҡ өлөшөндә Паранаиба һәм Риу-Гранди йылғалары ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Артабан Парана йылғаһы башлыса көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендә аға. Оҙонлоғо — 4380 км<ref name="bse">{{из БСЭ|http://slovari.yandex.ru/dict/bse/article/00057/39800.htm|title=Парана (река в Юж. Америке)}}<ref/ref>, бассейн майҙаны — 2663 мең км²; уртаса тәрәнлеге 12 м, максималь тәрәнлеге — 48 м<ref name="geo">{{геословарь|http://slovari.yandex.ru/dict/geography/article/geo/geo2/geo-3600.htm|title=Парана}}</ref>. Уртаса йыллыҡ һыу сығымы 17,5 мең м³/с тәшкил итеп, 6 меңдән 30 мең м³/с тиклем тирбәлергә мөмкин<ref name="geo" />.
 
Үрге ағымында йылға лавалы плато аша үтә шунлыҡтан был урында бихисап тупһалар һәм шарлауыҡтар осрай. Һул ҡушылдығы Игуасу йылғаһында бейеклектәре 72 метрға барып еткән [[Игуасу шарлауыҡтары]] урынлашҡан. Артабан Парана йылғаһы Ла-Плата уйһыулығына сыға һәм уның буйлап үҙенең тамағына тиклем аға. Иң ҙур ҡушылдығы Парагвай менән ҡушылғандан һуң Парана көньяҡҡа табан борола һәм күп кенә тармаҡтарға, ҡылымыҡтарға һәм иҫке үҙәндәргә бүленеп киңлеккә 2 километрға тиклем тарала. Дьяманте ҡалаһынан һуң тигеҙлеккә сыҡҡас, йылға 50 километрға тиклем киңәйә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Парана» битенән алынған