Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
категория
67 юл:
}}
 
'''Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре''' ({{lang-ar|الإمارات العربية المتحدة}}  — ''әл-Имарат әл-Арабия әл-Муттахида'')  — ете әмирлектән ({{lang-ar|إمارات}}  — ''имарат'', {{lang-ar2|إمارة}}  — ''имара'') торған [[Федерация|федератив]] дәүләт. Һәр әмирлек [[абсолют монархия]] төҙөлөшөндәге дәүләт: [[Әбү-Даби (әмирлек)|Әбү-Даби]], [[Ғәжмән]], [[Дубай (әмирлек)|Дубай]], [[Рас-эль-Хайма (әмирлек)|Рас-әл-Хайма]], [[Умм-әл-Кайвайн (әмирлек)|Умм-әл-Кайвайн]], [[Фүжәйрә (әмирлек)|Фүжәйрә]] һәм [[Шаржа (әмирлек)|Шаржа]]. Һанап үтелгән әмирлектәрҙең ҡайһы бере кәрлә дәуләт тигән төшөнсәгә тура килә.
Иң ҙур әмирлек Әбу-Дабиҙың әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең президенты булып тора. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең баш ҡалаһы  — [[Әбү-Даби]] ҡалаһы.
 
Һәр әмирлек үҙ биләмәһендәге [[углеводород]]тарҙы үҙ мәнфәғәтендә файҙалана ала, шуға күрә иң эре һәм бай Әбү-Даби әмирлегенең йоғонтоһо ҙур. Нефть запасының күләменә ярашлы, һәр әмирлек дөйөм сәйәсәтте билдәләүҙә ҡатнаша. Мәҫәлән, Дубай әмире Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең хөкүмәт башлығы булып тора.
 
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре Азияның көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә [[Ғәрәп ярымутрауы]]ның көнсығышында урынлашҡан. Көнбайыштан  — [[Сәғүд Ғәрәбстаны]], көньяҡ-көнсығыштан [[Оман]] менән сиктәш.
 
Халҡы 8.5  млн кеше, күпселеге (70 % яҡын) көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыш Азиянан килгән эшселәр. Ерле халҡын нигеҙҙә сөнни мосолмандар тәшкил итә.
 
Ҙур нефть ятҡылыҡтары бар, нефть экспортлау [[эске тулайым продукт]]тың байтаҡ өлөшөн алып тора (1980 йылда 73 %, 1995 йылда 41 % <ref>[https://www.uaeinteract.com/uaeint_misc/pdf/perspectives/12.pdf Economic Development in the UAE]</ref>). Иҡтисадтың нефть менән бәйле булмаған тармаҡтарын да үҫтереү һөҙөмтәһендә ЭТП-ла нефть тармағының өлөшө 2009 — 20132009—2013 йылдарҙа 40%-тан түбән була.<ref>{{Cite web|url = http://www.qnb.com/cs/Satellite?blobcol=urldata&blobheader=application%2Fpdf&blobkey=id&blobtable=MungoBlobs&blobwhere=1355518645770&ssbinary=true|title = UAE Economic Insight 2013|author = |work = |date = |publisher = |График = 2.4}}</ref>
 
[[1967 йыл]]дан [[Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы]] ағзаһы.
 
[[1967 йыл]]дан [[Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы]] ағзаһы.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
<references/>
 
== Һылтанмалар ==
 
{{Ғәрәп илдәре лигаһы}}
{{Азия илдәре}}
 
 
{{countries-stub}}
[[Категория:Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре]]
[[Категория:Абсолют монархиялар]]
[[Категория:Федератив дәүләттәр]]