Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Һаулыҡ һаҡлау: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Һаулык һаҡлау)
→‎Төҙөлөш: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Төҙөлөш)
91 юл:
 
== Төҙөлөш ==
{{Яҙырға}}
2009 йылда төҙөлөш тармағы донъяуи финанс-иҡтисад кризисының йоғонтоһон үтә лә ныҡ һиҙҙе. Белорет районы муниципаль район территорияһында инвестиция күләме 2008 йыл күрһәткестәре менән сағыштырмаса ике тапҡырға кәмегән. Шуға ҡарамаҫтан, йыл ағымында бер нисә объект сафҡа индерелде. Уларҙың иң мөһимдәре булып киләһе объекттар һанала: 121 койка урынға тәғәйенләнгән бала табыу йорто, «Асы» шифаханаһында 300 урынлыҡ ашхана менән административ блок һәм даулау-диагностик корпус, шулай уҡ ландшафтлы һыу ятҡылығы. Ҡатай һыу ҡоролмаһын төҙөү өсөн Федераль бюджеттан 77,7 млн.һум һәм республика бюджетынан 10 млн.һум аҡса үҙләштерелде. Муниципаль район сараларына Манышта, Бриштамаҡ, Үрге Әүжән ауылдарында хужаһыҙ электр селтәрҙәре яңыртылды, «Еҙем» станцияһы төҙөлдө. «Абҙаҡ» ЯСЙ, БМК ААЙ етештереү кимәлен үҫтереү өсөн инвестиция күләме ҡулланылды. Муниципаль райондың консолидацияланған бюджетынан бер нисә торама пункттарында, атап әйткәндә Инйәр, Сосновка, Әзекәй, Тирлән, Шығай, Белоретта һыу торбаларын үткәреүгә аҡса бүленде. 2,3 км һыу торбаһы селтәрҙәре үткәрелде. Электр линияһы, трансформатор, һыу торбалары 2 млн һумға ремонтланды. Бюджет учреждениеларында капиталь һәм ғәҙәттәге ремонт үткәреү өсөн 17,1 млн. һум аҡса бүленде, бынан тыш янғынға ҡаршы хәүефһеҙлек өсөн 2,4 млн. һум тотонолдо.
 
Торлаҡ фондының капиталь ремонтына 104 млн.һум, иҫәп приборҙарын ҡуйыу өсөн 2,5 млн.һум аҡса маҡсатлы файҙаланылды.
Ауылдарҙың төҙөкләндереүенә 35,6 млн.һум бүленде, шулай уҡ 24,4 млн. һум Белорет ҡалаһына.
2009 йылда Белорет районы территорияһында 33523 кв.м. торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды. Тапшырылған торлаҡтың 98% - шәхси йорттар.
== Эшҡыуарлыҡ ==
Донъяуи кризисҡа ҡарамай, 2009 йылда муниципаль районда бәләкәй эшҡыуарлыҡ ыңғай үҫеште. Һуңғы муниципаль район территорияһында теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың һаны 629-ҙан 681-гә тиклем артты. Йыл дауамында 483 ШЭ теркәлгән, һалым учетынан 300-ҙө төшөрөлдө. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны 12,5 мең кешене тәшкил итә. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетынан «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» Республика программаһы сиктәрендә дәүләт финанс ярҙамын 4 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары алды. Республика бюджетынан бүленгән дөйөм субсидия 575,9 мең һумды тәшкил итте.