Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Сауҙа: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Сауҙа)
→‎Һаулыҡ һаҡлау: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Һаулык һаҡлау)
105 юл:
== Ижтимағи өлкә ==
== Һаулыҡ һаҡлау ==
{{Яҙырға}}
Белорет районында халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау һәм социаль сәйәсәттең иң мөһим мәсьәләләренең береһе медицина ярҙамының сифатын күтәреү буйынса өҫтөнлөклө программалар ҡаралған.
2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата район халҡына медик-санитар ярҙамын 6 һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы күрһәтә:
- «Белорет район үҙәк клиник дауаханаһы» ҺМУ,
- 10 амбулаторий һәм 42 ФАПты үҙ составы эсенә алған 4 участка дауаханаһы,
- Бала табыу йорто.
Район территорияһында шулай уҡ:
- «Белорет психиатрия дауаханаһы» ДҺУ,
- «Белорет махсус бала йорто» ДҺУ,
- «Туберкулезға ҡаршы диспансер» ДҺУ эшләй.
Районда 320 табиб эшләй, уларҙың 5 медицина кандидаттары, 87 табиб - юғары квалификация категориялы, 18 - БР атҡаҙанған табибы, 4 - РФ һаулыҡ һаҡлау отличнигы, 28 - БР һаулыҡ һаҡлау отличнигы; 2 доктор(Елосов А.А., Ларионов Ю.Г.) «Хеҙмәттең Ҡыҙыл Байраҡ» ордены менән наградланды, уларға «Белорет ҡалаһының почетлы гражданины» исеме бирелде.
Һуңғы ун йыл эсендә беҙҙең райондың һаулыҡ һаҡлау учреждениелары материаль-техник ресурстары һәм финанслау яғынан ҙур ярҙам алды. «Сәләмәтлек» программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 2006 йылда - 48,5 млн. һум, 2007 йылда 55 млн.һум, 2008 йылда 52,9 млн.һум аҡса күсерелде.
БР Белорет районы МР һаулык һаҡлау муниципаль
учреждениеларын финанслау күрһәткестәре:
Үҙләштерелгән, мен һум:
* 2006 - 139 700,2
* 2007 - 144 104,6
* 2008 - 227 418,65
2008 йылда район территорияһында Республиканың күсмә ултырышы үтте. Был сараға әҙерлек ваҡытында Белорет районы һаулык һаҡлау базаһының материаль-техник яҡтан нығытыу буйынса ҙур эш эшләнде: Уҫманғәле ауылында 8 млн.һумға ФАП, стоматология поликлиникаһының ремонтына 6,5 млн. һум, поликлиниканың ремонтына – 23 млн.һум бүленде.
2008 йылдың иң иҫтәлекле даталарҙың береһе – ул 121 урынға тәғәйенләнгән бала табыу йортоноң асылыуы. Бала табыу йортонда заманса йыһазландырылған әсә һәм бала бүлмәһе, индивидуаль бала табыу өсөн бар шарттар ҙа булдырылған. Белорет бала табыу йорто Белорет, Әбйәлил, Бөрйән, Учалы райондары һәм Межгорье, Белорет, Учалы ҡала халҡын хеҙмәтләндерә. Материаль-техник базаны яҡшыртыу маҡсаты менән Белорет бала табыу йортона Solonint G-40 ультратауышлы аппарат, SOM медицина оптик системаһы, LOGIO 100 ультратауышлы диагностик медицина системаһы һатып алынды. Үҙәк район клиник дауаханаһына FC-38 FV фиброколоноскобы, ЭКГ теркәү системаһы, тиҙ ярҙам машиналары һатып алынды.
Бюджет сфераһында һәм һаулыҡ өсөн хәүефле шарттарҙа хеҙмәт итеүсе шәхестәргә өҫтәмә диспансеризация үткәрелә.
Пациенттарҙы участок терапевт табибтарҙан башҡа педиатр невролог, эндокринолог, кардиолог, ревматолог, хирург, офтальмолог, уролог, акушер-гинеколог һәм УЗИ диагностикаһы буйынса алты табиб ҡабул итә.
Һуңғы 4 йыл эсендә бик күп һаулыҡ һаҡлау объекттары ремонтланды, атап әйткәндә, Тирлән участка дауаханаһы, Асы амбулаторияһы, Абҙаҡ амбулаторияһы, Инйәр участка дауаханаһы, Сермән амбулаторияһы һәм башҡалар.
 
== Мәҙәниәт ==