Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Ауыл хужалығы: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Ауыл хужалығы)
→‎Туризм: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Туризм)
98 юл:
Донъяуи кризисҡа ҡарамай, 2009 йылда муниципаль районда бәләкәй эшҡыуарлыҡ ыңғай үҫеште. Һуңғы муниципаль район территорияһында теркәлгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың һаны 629-ҙан 681-гә тиклем артты. Йыл дауамында 483 ШЭ теркәлгән, һалым учетынан 300-ҙө төшөрөлдө. Бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәр һаны 12,5 мең кешене тәшкил итә. 2009 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетынан «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү» Республика программаһы сиктәрендә дәүләт финанс ярҙамын 4 бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары алды. Республика бюджетынан бүленгән дөйөм субсидия 575,9 мең һумды тәшкил итте.
== Туризм ==
{{Яҙырға}}
Тыуған яҡты өйрәнеү, гүзәл тәбиғәт менән танышыу, ышаныслы дуҫтар табыу, физик һәм рухи үҫеш – быларҙың барыһы ла туризмға яңы кешеләрҙе ылыҡтыра, мауыҡтырғыс сәйәхәттәрҙә сәләмәтлекте нығытыуҙан тыш сағыу тәьҫораттар алырға саҡыра. Башҡортостандың Иҙелбашы төбәгенең үҙенсәлекле һәм гүзәл тәбиғәтле булыуы туризмдын бар йүнәлештерендә эшләү мөмкинселеген бирә. Муниципаль район территорияһында 33 ойошма туризм өлкәһендә эшләй, улар араһында иң эреләре «Абҙаҡ» асык акционерҙар йәмғиәте, «Ар ташы» ял итеү базаһы, «Ҡарағайлы урман» спорт-һауыҡтырыу үҙәге һанала. Белорет районы ҡунаҡтарына һәм халыҡҡа тәҡдим ителгән туристик хеҙмәттәр күп төрлө. «Иҙелбашы» санаторий-профилакторийы һәм «Асы» санаторийы дауалау-һауыҡтырыу туризмын тәҡдим итә; күсмә туризмды ойоштороусы ойошмалар ҙа ыңғай эшләп килә: «Ар ташы», «Ағиҙел», «Малиновка» атта һыбай марштруттарын тәҡдим итә, экологик туризмды ойоштора, беҙҙең төбәктән тарихи урындарына һәм тәбиғәт ҡомартҡыларына экскурсия маршруттарын ойоштора; бында тау йылғаларында ағыу, бейек Уралтау һырттарының түбәләренә менеү, сихри-ҡыҙығырлыҡ мәмерйәләр эсенә сәйәхәт итеү, шифалы шишмәләрҙең һыуын тәмләү, тау саңғыларында «Абҙаҡ» һәм «Мораҡ» текә тауҙарҙан шыуыу мөмкинселеге бар; йәйәүле һәм велосипед маршруттары уңышлы эшләй. Белорет районының курорт һәм туристик зоналары йылдан-йыл туристарҙы күберәк йәлеп итә. Йыл һайын беҙҙең территорияла Рәсәйҙең бар төбәктәренән, шулай уҡ сит ил граждандарының ял итергә теләк белдереүселәр һаны меңдән ашып китә. Йыл һайын ял итеүселәр һаны уртаса 300 кешене тәшкил итә. «Мораҡ» тау саңғыһы базаһында сезон эсендә 6 мендән ашыу кеше тау саңғыларында шыуған. «Асы» санаторийында 5120 кеше үҙ һаулыҡтарын нығытырға форсат тапҡан. «Тәңре» экологик ойошмаһанды һуңғы йыл эсендә 8 мең кеше ял иткән. «Ар ташы» 2800 кешене ҡабул итһә, «Ҡарағайлы урман» спорт-һауыҡтырыу үҙәге - 3000. Ял итеүгә йәлеп ителгән туристарҙың башҡалары бәләкәй туристик ойошмаларында ял итеү мөмкинселегенә эйә булды. 2009 йылдың октябрь айы дауалау-һауыҡтырыу туризмы өлкәһендә ыңғай баһаланды. «Асы» санаторийында дауалау-һауыҡтырыу һәм административ корпустары, ландшафтлы быуаның төҙөлөшө тамамланды. Республика көнө айҡанлы яңы һауыҡтырыу объекттары файҙаланыуға тапшырылды. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә спорт майҙансығын файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Яҡын киләсәктә 150 урынға тәғәйенләнгән яңы корпустың төҙөлөшө башланасаҡ. Был объекттың төҙөлөшөн финанс яҡтан РФ Эске Эштәр Министрлығы тулыһынса ҡаплаясаҡ. Киләсәктә эске эштәр идаралығында хеҙмәт итеүсе хеҙмәткәрҙәр үҙ һаулыҡтарын тап «Асы» шифаханаһында нығытыу мөмкинселеге аласаҡ. Шулай итеп, планлаштырылған объекттар сафҡа инеү менән санаторийҙа бер үк ваҡытта 500 кеше үҙ һаулығын нығытасаҡ. Туристик бизнес менән профессиональ нигеҙҙә эшләүсе предприятие һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан тыш муниципаль район территорияһында уңышлы эшләп килеүсе Белорет район үҙешмәкәр һәм спорт туризмы эшмәкәрлеге оло әһәмиәткә эйә. 1989 йылда ойошторолған Балалар һауыҡтырыу-белем биреү туристик үҙәге, Белорет металлург комбинаты ААЙ предприятиеһы эргәһендәге туристар клубы, маршрут-квалификацион комиссия эшләй, маршруттарҙа туристарҙың хәүефһеҙлеген БР буйынса РФ ҒТМ-ның Зональ эҙләү-ҡотҡарыу отряды тәъмин итә. Туризм Белорет районы муниципаль район халҡы өсөн физик һәм рухи тәрбиә биреү, халыҡтың мәҙәни кимәлен үҫтереү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең социаль мөхиткә яраҡлаштырыу ғына түгел, ә райондың иктисадын үҫтерә, һуңғы йылдарҙа райондың иң перспективалы йүнәлештәрҙең береһе булып тора.
 
ҡунаҡханалар
* «Белорет» ҡунаҡхана-сервис комплексы
* «Спорт» ҡунаҡханаһы, Белорет ҡалаһы
* «Усадьба» ҡунаҡханаһы, Белорет ҡалаһы
* «Алтын көмбәҙ» ҡунаҡхана-сервис комплексы, Белорет ҡалаһы
Шифаханалар
* «Асы» шифаханаһы, Асы ауылы
* «Белоречье» шифахана-профилакторийы, Белорет ҡалаһы
«Асы» шифаханаһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районында Инйәр йылғаһы буйында Урал тауҙары итәгендә урынлашҡан. Гүзәл тәбиғәт, ҡаялар, тау йылғалары, ҡуйы урмандары йән һәм тәндең ял итеүе өсөн бар шарттар тыуҙыра, кеше организмының ҡулланылмаған резервтарының уяныуына булышлыҡ итә. Шифахана урынының бейеклеге – диңгеҙ кимәленән 220 м үрҙә.
Шифахана 2001 йылда асылды. Медицинаның төп профиле – һөйәк-мускул системаһы, тире сирҙәре, нервы системаһын дауалау. Бынан тыш, аш һеңдереү ағза сирҙәре, матдәләр алмашыныуы һәм ҡан әйләнешенең боҙолоуы «Асы» шифаханаһына юллама өсөн нигеҙ булып тора.
Тоҙ-йылға минераль шишмәһе. Ике төрлө минераль һыу: сульфат-хлорид натрий составлы аҙ минералланған(2.3-2.4г/куб.дм) һәм хлорид натрий составлы юғары минералланған(18.8 г/куб.дм) һыу дауалау өсөн ҡулланыла.
«Асы» шифаханаһында ял итеүселәр дүрт урынлы стандарт номерҙарында, бер урынлы, ике урынлы «ярымлюкс», «люкс» һәм апартаменттарҙа урынлаша ала.
== Сауҙа ==
2010 йылдың 1 ғинуарының дислокацияһына ярашлы БР Белорет районы муниципаль район территорияһында: - 792 берәмләп һатыу объекттары(сауҙа үҙәктәре, магазин, павильон, киоскылар); - 10523,8 кв.м тәғәйенләнгән 55 күмәртәләп һатыу предприятиеһы; - 16278 кв.м. тәғәйенләнгән 208 йәмәғәт аш-һыу объекттары; - 190 көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиеһы; - 15 аптека һәм 18 аптека пункттары; - 15 автозаправка станцияһы; - 21 икмәк һәм икмәк изделиелары бешергән предприятиеһы; - 16 ит эшкәртеү предприятиеһы; - 3 колбаса продукттарын эшкәртеү предприятиеһы; - 3 кондитер продукттарын бешереү предприятиеһы; -148 алкоголь продукцияларын берәмләп һатҡан һәм йәмәғәт туҡланыу объекттары; - 2 универсаль баҙар. Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район территорияһында үҙ эшмәкәрлеген алып барған барлыҡ сауҙа объекттарынының реестры алып барыла. 01.01.2010 йыл күрһәткестәре буйынса 82 юридик шәхес, юридик белеме булмаған 160 шәхси эшҡыуар теркәлгән. Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район территорияһында халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәткән объекттарҙың реестры алып барыла. 01.01.2010 йылға ҡарата 5 юридик шәхес, юридик белеме булмаған 29 шәхси эшҡыуар теркәлген. 2009 йылда муниципаль район буйынса берәмләп һатыу әйләнеше 7290,7 млн.һумды тәшкил итте, йәғни 2008 йыл күрһәткестәре менән сағыштырмаса 98%. Тауар әйләнешенең кәмеүе халыҡта аҡса килемең кәмеүенә тура бәйле. Халыҡҡа тәҡдим ителгән продукт һәм тауар хаҡтарының ҡәнәғәтләнерлек кимәлдә булыу маҡсаты менән йыл дауамында 55 сауҙа йәрминкәләре, 31 – «Мәктәп йәрминкәһе», 11 – яңы йыл йәрминкәләре, 13 – ауыл хужалығы продукттарын һатыу йәрминкәләре ойошторолдо. Социаль мөһим продукттарға хаҡтарҙың нигеҙләнмәгән рәүештә үҫеүен булдырмаҫ өсөн аҙна һайын берәмләп һәм күмәртәләп һатыу хаҡтары буйынса мониторинг үткәрелә. Хаҡтарҙың артыу-кәмеү мәғлүмәттәре Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ буйынса Дәүләт комитетына ебәрелә. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» БР Хоҡуғына ярашлы сауҙа селтәрҙәре, көнкүреш хеҙмәтләндереү предприятиелары менән эш алып барыла, уларҙың эш режимы, тауар ярлыҡтарында ҡулланыусылар өсөн мәғлүмәттең дәүләт башҡорт һәм урыҫ телдәрендә дөрөҫ яҙылыуын тикшерә.