Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Тарих: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Тарих)
→‎Сәнәғәт: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Сәнәғәт)
85 юл:
== Иҡтисад ==
== Сәнәғәт ==
Белорет ере — элекке [[ҡара металлургия]] усаҡтарының береһе. Әүәлдән тороп ҡалған предприятиелар ныҡ ҡына яңыртылған һәм Белорет, Тирлән, Туҡан сәнәғәтенең нигеҙе булып тора. [[Урман хужалығы]]ның (Әүжән, Белорет, Инйәр, Тирлән лесхоздары), ағас әҙерләүҙең (Әүжән, Белорет, Инйәр, Мулдаҡай, Нура леспромхоздары), ағас эшкәртеү, минераль сеймал (Абҙаҡ үтә ҡаты ҡырсынташ ятҡылығығы, Александровка юл ҡырсынташы, Мулдаҡай эзбизташ ятыштары, шулай уҡ балсыҡ, ҡырсынташ, эре ҡом) сығарыуҙың произврдство өлкәһендәге өлөшө ҙур.
 
Белорет районының иҡтисади потенциалы – ул сәнәғәт предприятиелары, сөнки тау-урмандың тәбиғәт-климат шарттары арҡаһында ауыл хужалығы үҫешмәгән. Сәнәғәт етештереү структураһында эшкәртеү предприятиелары 95% тәшкил итә, 2% - сығарыу производство өлөшөнә, 3% - электр энергияһы, газ, һыу етештереү һәм таратыу өлкәһендә эшләүсе предприятиеларына тура килә. Етештереү предприятие структураһында 94,7% металлургия һәм металл эшкәртеү, 1,5% - аҙыҡ етештереү, 1% - электр, электрон һәм оптик ҡоролмаларын етештереү, 2,1% - машина һәм ҡоролма етештереү, 0,7% - башҡа тармаҡ өлөштәренә тура килә(ағас эшкәртеү, баҫма һәм полиграфия эшмәкәрлеге, туҡыма һәм тегеү сәнәғәте, тиренән әйберҙәр эшләү предприятиелары). «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте быға тиклем ҡаланың төп предприятиеларҙың береһе булып һаналды. Ҡаланың социаль һәм инженер инфраструктураһын барлыҡҡа килтереп «төҙөлөш» йылдарына тиклем уларҙы тәьмин итте. 2002 йылда металлургия етештереү цехтары ябылып айырым предприятиеға күсереү сәбәпле ике меңгә яҡын кеше эштән бушатыла. «Белорет металлургия комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙенең төп ҡеүәтен юғалта. Бөгөнгө көндә «Белорет металлургия комбинаты» ААЙ «Мечел» предприятие төркөмөнә инә һәм ул метиз продукцияһын етештереү буйынса Рәсәйҙең көслө предприятиелары рәтендә һанала. Белорет ҡалаһының эре предприятиелары рәтенә шулай уҡ «Белорет рессор һәм пружина заводы» ЯАЙ, «Дельта плюс» ЯСЙ, «СТИН» етештереү компанияһы» ЯСЙ, «Максимум» Белорет электромеханик заводы» ЯСЙ, «Белорет УПП ВОС» ЯСЙ, «Белорет икмәк комбинаты» ААЙ, «Белорет май сыр етештереү комбинаты» ЯСЙ керә. «Максимум» Белорет электромеханик заводы» ЯСЙ йәшелсә баҡсаһы өсөн тәғәйенләнгән инвентарҙар, металл әйберҙәре, төрлө модификациялы электр приборҙары етештерә. «Стин» етештереү компанияһы» ЯСЙ төҙөлөш тармағы өсөн тәғәйенләнгән инструменттар һәм ҡоролмалар етештерә. Бөгөнгө көндә предприятие төрлө модификациялы сүкеш, бетон ҡатышмаһын әҙерләү ҡоролмаһы етештерә. «Белорет УПП ВОС» ЯСЙ социаль-реабилитация предприятиеһы киң ассортименттағы әйберҙәр етештерә. Атап әйткәндә, щетканан башлап пластмасса әйберҙәренә тиклем, шулай уҡ мебель пружиналары һәм шифер сөйҙәре ҡулланыуға тәҡдим ителә. «Белорет икмәк комбинаты» ААЙ «Ситно» компанияһы составына керә. Комбинат илле төр икмәк һәм икмәк-булка изделиелары, етмеш төр торт һәм пирожный, киң ассортименттағы төрлө кекс, рулет, печеньелар етештерә. «Белорет май-сыр комбинаты» ААЙ киң ассортименттағы һөт продукцияһын, аҡ май, сыр, эремсек етештерә.
== Ауыл хужалығы ==
Таулы-урманлы булғанлыҡтан районда һөрөнтө ер майҙаны бәләкәй, ул 75 мең гектарҙың ни бары 13 меңен генә тәшкил итә. Шуға ла ауыл хужалығы дөйөм иҡтисадта һиҙелерлек роль уйнамай, уның өлөшөнә муниципаль районда етештергән продукцияның ни бары 0,2 проценты тура килә. Бар ауыл хужалығы продукцияһының 87,7 % шәхси хужалыҡтарҙа етештерелә. Аграр секторҙа 8 АХП, 74 КФХ һәм 14585 ШХ эшләй. 2009 йыл һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығының тулайым продукцияһы 1046,4 млн. һум тәшкил итеп, уҙған йылдың күрһәткестәре менән сағыштырғанда 0,9% күберәк булған. Бөртөклө ашлыҡ 777 га ерҙән урып һәм һуғып алынды, бөртөклө ашлыҡтың уңышы 15,6 ц/га тәшкил итте. Ҡоролоҡ арҡаһында 861 га ерҙән ни бары 12 мең центнер тулайым уңыш тәшкил итте. Ҡышлау өсөн малға 2600 тонна бесән, 2700 тонна сенаж әҙерләнде. 2009 йылдың 1 ғинуарына бөтә категория хужалыҡтар буйынса 21835 баш һыйыр малы бар. Шуға ҡарамаҫтан, малсылыҡтың һөҙөмтәлелегенең артыуы арҡаһында 2008-2012 йылдарға ауыл хужалығының үҫеше һәм ауыл хужалығы продукцияһы баҙары, сеймал һәм аҙыҡ әҙерләү программаһының база күрһәткестәре үтәлде. 2009 йылда ауыл хужалығы етештереүселәренә дәүләт ярҙамы күрһәтелде. Ауыл хужалығы етештереүселәре һәм КФХ Федераль бюджет һәм Башҡортостан Республикаһы бюджетынан дөйөм суммала 3629 мең һум аҡса алыу мөмкинселегенә эйә булды. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән 2008 йылдың 10 декабренән 1554-р һанлы ҡарары нигеҙендә шәхси хужалыҡ алып барған граждандарына хужалыҡ техникаһын лизингҡа тапшырыу маҡсаты менән конкурс иғлан ителде. Был конкурста ҡатнашҡан 20 кешенең 4-һе трактор алыу бәхетенә иреште.