Белорет районы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
→‎Тарих: удалена копипаста (Белорет районы рәсми сайты/Тарих)
81 юл:
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы ойошторолған; Оло Ямантау, Оло Ирәмәл, Ирәмәл, Ар ташы, Ҡотҡор урманы (Ҡаһарман ауылы эргәһендә), Оло Инйәр буйындағы Ҡыҙыл яр мәмерйәһе комплексы тәбиғәт ҡомартҡыһы, Шығай ауылы эргәһендәге һәм Бишитәк тауындағы йөҙйәшәр ҡарағастар, Белорет лесничествоһындағы кедр культураһы ботаник ҡоматтҡы тип иғлан ителгән.
== Тарих ==
{{Яҙырға}}
1752 йылдың ун дүртенсе октябрендә Иван Мясников Оренбург канцеляриеһына бишенсе тапҡыр «Покорнейшее доношение»һын тапшыра. Ике айҙан һуң компанейщиктар оҙаҡ көтөп алынған «Рөхсәт резолюцияһын» ҡулға алалар. Инженер корпусының кондукторы Менц ер участогын бүлгәндән һуң, 1752 йылдың 27 декабрендә төҙөлөш эштәре башлана.
Был ерҙәргә башҡа билдәле шәхестәр, шул иҫәптән ағалы-ҡустылы Мосоловтар күҙ һала. Улар завод еренә булған хоҡуҡтарын билдәле граф Шувалов менән Петр Ивановичҡа тапшырып, шул рәүешле Твердышевҡа «аяҡ сала». Һуңғыһы ҙур бәйләнештәре булған граф Шувалов менән һүҙ көрәштермәйенсә, үҙ завод биләмәһен Тирлән йылғаһы эргәһендә төҙөй башлай.
1753
П.И. Шуваловҡа шулай уҡ Әүжән-Петровский заводын төҙөү рөхсәт ителә. Был заводтарҙы эш көсө менән тәьмин итеү маҡсаты менән Ҡазан губерниеһынан Котловка, Булдырь, Каменный ключ, Чистое поле ауылдарынан 1920 дәүләт крәҫтиәндәре күсерелеп килтерелә. Бер йылдан Үрге Әүжән-Петровский заводының төҙөлөшө башлана.
1755
Завод беренсе эш стадияһына бары бер домна һәм дүрт ҙур сүкеш менән тәьмин ителеүенә ҡарамаҫтан, үҙенең тәүге продукцияһын бирә башлай.
1756
Был заводтан йыраҡ түгел Түбән Әүжән-Петровский заводы үҙ эшмәкәрлеген башлай.
Был йылдарҙа ике заводта 722 крәҫтиән эшләгән.
1762
Ҡатай башҡорттарынан һатып алынған ерҙә ҡасаба һәм заводтың төҙөлөшө башлана. Тәүлек оҙононда эшләйҙәр. Был төҙөлөш Орловский губерниеһынан Губин менән Оглоблин ҡарамағында алып барыла.
Заводтың тәүге биләмәһе ағастан төҙөлә, шунлыҡтан Пугачев күтәрелеше ваҡытындағы янғындарҙан һуң һаҡланмаған. Беҙҙең көндәге ҡаланың йөҙө XIX быуаттарҙа формалаша башлай. Тауҙар менән уратып алынған завод биләмәһе ҡаланың үҙәк элементына әйләнә. Заводҡа нигеҙ һалғандан һуң быуа буйында халыҡ өсөн йорттарҙың төҙөлөшө башлана. 1780 йылда завод ҡасабаһы ике өлөшкә бүленде.
XIX быуат аҙағында Белореттың тәүге үҙәк районы – Баҙар майҙаны төҙөлә.
Халыҡ был ваҡытта заводта эшләй, игенселек, урмансылыҡ менән шөғөлләнә; ҡала эсендә мәктәп, сиркәү, лазарет, пристань эшләй.
1766
Белорет заводында домна фабрикаһы төҙөлә, домна мейесе менән дүрт фабрикаларҙың ҡоролошо башлана.
1769
Белорет заводы Магнитогорск ҡалаһынан алып киленгән руданы эшкәртә башлай.
1771
Ар ауылы барлыҡҡа килә.
1777
Е.Демидов Үҙән йылғаһында Үрге Үҙән тип атама алған яңы завод төҙөй.
1783
Я.Б. Твердышевтың үлеменән һуң, Белорет заводтары мираҫ буйынса Дарья Ивановна Пашкова һәм уның тормош иптәше офицер Александр Ильичҡа күсә.
1796
В.Е. Демидов Әүжән-Петровский заводтарын ул замандың билдәле шәхесе Михаил Петрович Губинға һата.
1801
Тирлән заводының төҙөлөшө башлана. Был маҡсатҡа мастер һәм крепостной крәҫтиәндәр күсерелә.
1818
Тирлән заводында беренсе тапҡыр Домна мейесе эксплуатацияға инә.
1828
И.А.Пашков үлгәндән һуң, Белорет заводтары мираҫ буйынса уның улы генерал-майор, батша һарайының обер-гермейстеры А.И. Пашковҡа күсә.
1830
Иван Демидов Үҙән заводын генерал-майор Андрей Иванович Пашковҡа һата.
1863
Етештереү ҡеүәтенең кәмеүе арҡаһында Үҙән һәм Ҡағы заводтары ябыла.
1866
Пашковтар заводтар менән идара итеүҙән ситләтелә. Белорет менән Тирлән заводтары Березовский һәм Ломовка ауылдары менән берлектә опекунлыҡ идарасылығы аҫтына алына.
1882
Ҡағы һәм Үҙән заводтары «Вогау һәм К» сауҙа йорто тарафынан һатып алына.
1887
Инйәр ҡасабаһында ике синыфлыҡ мәктәп төҙөлә. Бында бары байҙарҙың балалары уҡый алған.
1888
Беренсе Волость идаралығы бинаһы төҙөлә. Бинаның эргәһендә янғын һүндереү командаһы урынлаша.
1898
Инйәр акционер йәмғиәте төҙөлөп, уның составына Инйәр һәм Лапышта заводтары керә. Сермән ауылында ике синыфлы башҡорт-рус мәктәбе асыла.
1902
Белорет һәм Тирлән заводтарында тимер рудаһының табышы туҡтатыла.
1905
Инҡилаб шауҡымы Белоретты ла ситләтеп үтмәй. Эшселәр һәм демократик партия вәкилдәренән торған комитет ойошторола.
1911
Барак йорттарҙың төҙөлөшө башлана. Заводтың мастерҙары һәм идарасылары ҡалала юғары мәҙәни кимәлде тоторға тырыша: мастерҙар һәм эшселәр өсөн уҡыу учреждениелары асыла.
1912
Белоретта тар тимер юлы төҙөлә. Илле йылдан ашыу был тимер юлы металлург заводының, ҡала-райондың башҡа предприятиелары өсөн берҙән-бер бөртөк транспорт артерияһы булып һанала.
1914
Империалистик һуғыш алдынан илдең мөһим булып һаналған сәнәғәт райондарын инҡилаб хәрәкәттәре солғап ала. Белорет тау округына ла барып еткән хәрәкәт асыҡ сәйәси характер ала: эшселәр эш хаҡының арттырыуын, штрафтарҙы бөтөрөүҙе һәм һигеҙ сәғәтлек эш көнө талап итә.
1915
Даға сөйҙәре цехы үҙ эшмәкәрлеген башлай, бер йылдан сәнскеле сым цехы асыла.
Волость идаралығы эргәһендә завод эшселәре һәм инженер балалары өсөн ике синыфлыҡ ир-егеттәр гимназияһы асыла.
1916
XIX быуат аҙағы XX быуат башы Белорет ҡалаһының төҙөлөшө классик һәм «неорусский» стилендә алып барыла. Ҡаланың тарихи элементы булараҡ һыу ебәреү башняһы билдәле.
1920
Архитектураның Советтар Союзы дәүере бер нисә рәт объекттарҙың төҙөлөшө менән тарихи йылъяҙмаға инеп ҡалды. Атап әйткәндә, фабрика-ашхана, «Урал» рестораны, ҡала поликлиникаһы, почта-телегаф, Дәүләт банкы, күп ҡатлы йорттар төҙөлә.
1923
Белорет – Өфө араһы 350 км тәшкил итә. Белорет ҡала статусына эйә була. Белорет округының идарасыһы итеп И.Г.Сапожников тәғәйенләнә.
1925
Ҡала халҡы беренсе тапҡыр тракторҙар эшләүен күҙәтә. Егәҙе-Комаровала тимер рудаһының ятҡылығын үҙләштереү буйынса геолог разведкаһы эштәре башлана.
Апрель айында домна мейесе эксплуатацияға индерелә.
1929
Ҡалала һаңғырау балалар өсөн тәғәйенләнгән мәктәп асыла.
Ленинград Фәнни Академияһынан тау бәллүрен торғоҙоу һәм эшкәртеү буйынса бер төркөм белгестәр килә.
1931
Металлург мәҙәниәт һарайы төҙөлә.
Тирләндә ҡалай прокатлау заводының реконструкция эштәре тамамлана.
1933
Халыҡ комиссарҙары Советы ҡарары нигеҙендә металлург техникумы асыла.
Инйәр ҡасабаһы эргәһендә геолог разведкаһы ҡатнашыусылары тарафынан нефть билдәләре табыла.
1934
Белореттарҙан йыйылған сараға аэроклуб ойошторола.
«Произодственник» артель хужалығы базаһында етештереүсе комбинат үҙ эшен башлай.
Ҡалала металл эшкәртеү заводы асыла.
Металлург мейестәренең бер нисәүһе домна газына күсерелә. Белорет-Магнитогорск электр сымдары юлының ҡоролмаһы башлана.
1938
Беренсе мәктәп, металлург техникумы төҙөлә.
1940
Ҡорос сым заводы эшселәре өсөн мәҙәниәт һарайы асыла.
1942
Металлург комбинатының домна цехына дәүләт Оборона Комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла.
1943
Ҡорос-сым заводында ун етенсе һанлы канат цехы сафҡа индерелә.
1944
Ҡорос-сым заводы Союз-ара бәйгеһе һөзөмтәһендә беренсе урын яулай һәм «Советтар Союзының иң яҡшы метиз заводы» исеменә лайыҡ булла.
1945
Ҡаланың предприятиеларында Бөйөк Ватан һуғышының тамамланыуы һәм Еңеү байрамы уңайынан митингтар үтә.
1946
Үҙәнбаш ауылы барлыҡҡа килә.
1947
Башпроекттрест тарафынан эшләнелгән ҡала төҙөлөшөнөң ген.проекты ҡабул ителә.
1950-1960
Планға ярашлы Карл Маркс, Точисский, Хмельницкий, Пушкин, Косоротов урамдарында йәмғиһе йөҙ ҙә утыҙ йорт төҙөлә. Шул уҡ ваҡытта Нижний Селение биҫтәһендә, Октябрьск ҡасабаһында һәм Лукала мәктәптәр төҙөлә. Мраткино биҫтәһендә инфекцион дауахана, бала табыу йорто, йөҙ ҙә илле урынға тәғәйенләнғән ҡунаҡһана, Магнитогорск тау-металлург институтының филиалы, ҡала-район КПСС-ның биналары һәм уның эргәһендәге майҙан ҡаланың йәмғиәт үҙәгенә әүрелә.
РСФСР-ҙың Юғары Советы Указы нигеҙендә Белорет ҡалаһы өлкәгә буйһоноу категорияһына күсерелә.
«Металлург» кинотеатры эксплуатацияға тапшырыла.
1961
Газопроводтың төҙөлөшө башлана.
1964
Тирлән ҡасабаһында һыу баҫыуҙы бөтөрөү буйынса эштәр алып барыла.
«Белорецкгаз» трессы ойошторола.
1965
РСФСР Юғары Советы Президиумы ҡарары нигеҙендә Белорет ауыл биләмәһенән Белорет районына күсерелә. Белорет – Туҡан юлында юғары вольтлы электр сымдары сафҡа индерелә.
1966
Ҡалала хирургия дауаханаһының яңы корпусы файҙаланыуға тапшырыла.
1967
Мәскәү-Белорет һауа юлы асыла.
Белорет-Өфө-Белорет авиариейсы асыла.
Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған белореттарға һәйкәл асыла. Октябрьск биҫтәһендә өс йөҙ урынға тәғәйенләнгән «Октябрь» кинотеатры сафҡа индерелә.
1968
Металлург комбинатына М.И.Калинин исеме бирелә. Белорет-Инйәр-Өфө авиарейсы асыла.
Өфө-Белорет-Магнитогорск-Белорет-Өфө һауа юлы асыла.
Пассажирҙарҙың ЛИ-2 самолетында осоу мөмкинлеге булған.
1969
Ҡалала крайҙы өйрәнеү музейы асыла.
Белорет-Сочи һауа юлы асыла.
6-сы һанлы юл төҙөү идаралығы ойошторола.
1970-1980
Был ун йыллыҡта бик күп торлаҡ төҙөлә. Яңы мәктәптәр, дауахана ҡаласығы сафҡа индерелә.
Метиз етештереү һәм Тирлән ҡасабаһында яңы прокат станы, цехтың төҙөлөшө тамамлана.
Белорет-Ҡарламан тимер юлының беренсе рельстары һалына. Милиция музейы асыла. Теш дауалау поликлиникаһы ойошторола.
СССР Министрҙар Советы механизацияланған төҙөлөш материалдары заводының төҙөлөшөнә документтарын раҫлай. Металлург комбинатында 150-се һанлы стан сафҡа индерелә. Белорет-Шишмә тимер юлы сафҡа индерелә. Пассажирҙар өсөн тәғәйенләнгән Өфө-Сибай электропоезының, Магнитогорск-Мәскәү поезының маршруты асыла.
1983
8-се март исемендәге Өфө тегеү ойошмаһының Белорет тегеү фабрикаһын сафҡа индереү тураһындағы актҡа ҡул ҡуйыла.
1989
Сермән ауылында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Афған илендә интернационал бурысын үтәгәндә, Сталин репрессияһы ваҡытында һәләк булыусылар иҫтәлегенә һәйкәл-мемориал асыла.
1994
Тирлән ҡасабаһында быуаның йырылып китеүе арҡаһында 29 кеше һәләк була, 700 ашыу 5аилә йортһоҙ ҡала.
1995
Геройҙар аллеяһында 298-се һанлы уҡсылар полкы иҫтәлегенә мемориал һәйкәл асыу уңайынан тантаналы йыйылыш үтә. Матбуғат йортоноң асылыу тантанаһы үтә.
1998
«Металлург» стадионында бассейн асыла.
1999
Уҫманғәле ауылында урта белем биреү мәктәбе асыла.
2000
Башҡортостан Республикаһы Президенты М.%.Рәхимов БР Белорет Хакимиәтенең ойошторолоуы тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Берләштерелгән Хакимиәттең башлығы итеп Евгений Яковлевич Карепанов тәғәйенләнә.
Ҡалала педагогия колледжының яңы бинаһы файҙаланыуға тапшырыла.
Инйәр ҡасабаһында яңы мәктәп асыла.
Үрге Әүжән ауылында реконструкциянан һуң мәктәптең асылыу тантанаһы үтә.
2001
Бриш ауылында социаль-мәҙәни үҙәк файҙаланыуға тапшырыла. Бинала башланғыс мәктәп, магазин, фельдшер-акушерлыҡ пункты, крайҙы өйрәнеү музейы урынлашыуы менән бик уңайлы була. Ҡала-район кимәлендә ҡотҡарыу хеҙмәте үҙ эшен башлай.
Автовокзалдың асылыу тантанаһы үтә.
Белорет металлург комбинатының дәүләт акциялары пакеты яуаплылығы сикләнгән «Мечел» йәмғиәтенә тапшырыла.
Асы дауаханаһы асыла.
Абҙаҡ ауылында мәсеттең асылыу тантанаһы була.
Инйәр ҡасабаһында почта элемтәһенең федераль үҙәге файҙаланыуға тапшырыла.
Уҫманғәле ауылында «Ибраһим-вә-Хәмзә» мәсетенең асыу тантанаһы була.
2002
Башҡортостан Республикаы Президенты М.Ғ.Рәхимов «Белорет һәм Белорет районында иҡтисади имен зонаһын ойоштороу» тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуя.
Башҡортостан Республикаһының министрҙар Кабинеты тарафынан «2002-2006 йылдарға Асы санаторийы һәм Асы ауылының комплекслы үҫеше программаһы»ның ҡарарын ҡабул итә.
29 апрель көнө ААЙ БМК-ның мартен цехы эшмәкәрлегең һуңғы көнө булып һанала.
Реконструкциянан һуң Башҡорт гимназияһының асыу тантанаһы үтә.
2003
Шиғай ауылында мәҙәни-социаль үҙәк асыла.
Абҙаҡ ауылында яңы мәктәп асыла.
Пугачев карьерынан Белорет тимер юл станцияһына тиклем дүрт км оҙонлоғондағы киң колеялы тимер юл файҙаланыуға тапшырыла.
Инйәр ҡасабаһында спорт һауыҡтырыу комплексының асыу тантанаһы үтә.
2004
Ҡалала никахты теркәү йортоноң яңы бинаһы асыла.
Брииштамаҡ ауылында яңы мәктәп асыла.
Бынан тыш Уҫманғәле-Асы трассаһы файҙаланыуға тапшырыла. Ғинуар айында Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаында муниципаль берәмектәрҙең административ үҙәк, статус һәм сиктәр» тураһындағы закон үҙ көсөнә эйә була.
Белорет районы составына 19 мунципаль берәмек инә: Абҙаҡ, Әзекәй, Асы, Үрге Әүжән, Тимер юл, Егәҙе, Зөйәк, Инйәр, Ишле, Ҡағы, Ломовка, Николаевка, Нура, Сосновка, Сермән, Тирлән, Туҡан, Үҙән, Шығай.
Белорет муниципаль райондың административ үҙәге итеп Белорет ҡалаһы билдәләнә. Уға ҡала биләмәһе статусы бирелә. «Башгражданпроект» ойошмаһы тарафынан ҡабул ителгән яңы планға ярашлы Учалы һәм Магнитогорск автотрассалары араһында шәхси төҙөлөш өсөн майҙан бүленә.
Был йылдарҙа Иҙелбшы төбәге иҡтисади һәм социаль юҫыҡта имен зона булып һанала.
2005
Асы ауылында тау саңғыһы комплексы асыла.
Белорет ҡалаһында «Социнвестбанк» акционер йәмғиәтенең өҫтәмә офисы асыла.
Ғәбдүк ауылында яңы мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.
Манышта һәм ҡалала яңы мәктәптәрҙең асылыу тантанаһы үтә.
2007
Был йыл Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуының дүрт йөҙ ҙә илле йыллыҡ һәм Белорет ҡалаһының ике йөҙ илле йыллыҡ юбилейы аҫтында үтте. Республика хөкүмәте тарафынан Сермән, Инйәр ҡасабаларында мәҙәни үҙәк, торлаҡ йорттар, яңы асфальт юлдар төҙөлөп файҙаланыуға тапшырылды.
2008
Ҡалала Халыҡ-ара иҡтисад һәм хоҡуҡ институты, Магнитогорск техник университеты филиалдары, медицина, металлург, педагогия колледждары, 25-се, 21-се һанлы лицей, Яныбай Хамматов исемендәге гимназияһы, компьютер, музыка, спорт, һынлы сәнғәт мәктәптәре, үҫмерҙәр туристик үҙәге, техник ижад үҙәге, мәктәпкәсә йәштәге балаларға белем биреү учреждениелары, район үҙәк дауаханары, өс диспансер, мәҙәниәт йорто, алты клуб учреждениелары, ун һигеҙ китапхана,Яҡты өйрәнеү музейы, Белорет картина галереяһы һәм башҡа социаль объекттар эшләй. «Белорецкий рабочий», «Металлург», «Урал» башҡорт һәм рус телдәрендә сыға. «Белорет ТВ-6» телекомпания коллективының эше юғары баһалана. Телекомпания хеҙмәткәрҙәре тарафынан аҙна һайын башҡорт һәм рус телдәрендә биш тапҡыр «Яңылыҡтар» тапшырыуы эфирға сыға.
 
== Иҡтисад ==