Ҡәһүә (эсемлек): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
3 юл:
 
== Ҡәһеүә эшләү, үҫтереү һәм бизнесы тарихы ==
XIV быуатҡа тиклем ҡәһеүә ҡырағай шарттарҙа Эфиопияла үҫкән. Һуңынан ҡәһеүә ағасы Ғәрәп ярымутрауына килтерелә.  XVI быуатта ул Осман империяһында киң тарала башлай. XVI быуат ахырында европа сауҙагәрҙәре ҡәһеүәне ғәрәп порттарында һатып алып Европаға килтерә башлайҙар. Легендалар һөйләүенсә, XVII быуат урталарында мосолман кәмәһе йәшерен рәүештә ҡәһеүә орлоҡтарын Көньяҡ Һиндостанға алып сыҡҡан. Унан инде, XVII быуат ахырында, голланд сауҙагәрҙәре йәшерен рәүештә ҡәһеүә ағасын Ява һәм Суматру утрауҙарына алып сыҡҡандар. Был хәл ҡәһеүә үҫтереү буйынса ғәрәп монополияһының тамамланыуына килтергән<ref>Виктор Погадаев. «Тебя сбирала девушка нагая по зарослям благоуханной Явы». — «Восточная коллекция». Специальный выпуск «Чашка кофе», 2015, p. 34-40. ISSN: 1681-7559</ref>
 
Һуңынан, 1706 йылда голланд колонистары ҡәһеүә ағасы үҫентеһен Амстердам ботаник баҡсаһына ебәргәндәр. Тап ошо ағастан Яңы Ер колонияларында был үҫемлекте күпләп үҫтерә башлағандар. Бер нисә йылдан француз короле голландлыларҙан бүләккә был ағастың үҫентеһен ала һәм тиҙҙән француздар мокко сортын Йәмәндән Бурбон (хәҙерге Реюньон, Мадагаскар утрауы янындағы ) утрауына алып сығалар. Шулай итеп билдәле арабика сортының "бурбон" төрө тарихы башлана.