Ботсвана: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Башлап ҡуйҙым. Морат Солтан.
Мәғлүмәт өҫтәнем. Морат Солтан.
69 юл:
 
=== Климаты ===
Илдең күпселек өлөшө субтропик климат бүлкәтендә ята. Ғинуарҙа уртаса температура 22-27 °C, июлдә 14-16 °C. Күп райондарҙа иң эҫе ай булып октябрь тора. Күпселек райондарҙа ноябрҙән мартҡа тиклем ямғырҙар миҙгеле була. Йылдағы уртаса яуым-төшөм 460 мм. Барлыҡ яуым-төшөм йәйгә, йәғни декабрь менән март араһына тура килә тиерлек. Августа ҡом бурандарына әйләнеүсән миҙгелле елдәр иҫә башлай.
 
=== Рельефы ===
Ботсвананың 70 % ере һөҙәк Калахари уйпаты территорияһында урынлашҡан. Уртаса бейеклек — 800-1000 м. Көнсығыш төбәк үлән, ҡыуаҡтар үҫкән убалы район, көнбайышта Окаванго һаҙлыҡтары һәм Калахари сүле ята.
 
=== Һыу ресурстары ===
Ботсвананың иң ҙур йылғаһы — Окаванго. Уның дельтаһында күлдәр күп, уларҙың иң ҙуры — Нгами. Илдең көньяҡ-көнсығышында Лимпопоның һул ҡушылдыҡтары, төньяҡ-көнсығышында Чобе йылғаһының уң ҡушылдыҡтары аға. Ҡалған территорияла тик ямғырҙар миҙгелендә генә һыу менән тулған ҡороусан йылғалар бар. Ботсвананың күпселек йылғалары Анголала йәки КАР-ҙа башлана.
 
=== Файҙалы ҡаҙылмалары ===
Ботсвананың ер аҫтында файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар күп. Алмас, алтын, нефть, никель, баҡыр, марганец, кобальт, ҡурғаш, цинк, таш күмер, асбест, көкөрт, бром ятҡылыҡтары табылған. Иҡтисад өсөн алмастар табыу иң ҙур әһәмиәткә эйә. Ботсвана алмастары юғары сифаты менән билдәле, уларҙың 30 %-ы биҙәнеү әйберҙәре эшләү өсөн ҡулланыла.
 
=== Үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы ===
Илдең күпселек өлөшөн һирәк ағас-ҡыуаҡлы саванналар биләй. Илдең көньяҡ-көнбайышында суккулент ҡыуаҡтар һәм ярым ҡыуаҡтар үҫкән ярым сүлдәр таралған. КАР менән сиктә «тере таштар» тип аталған литопс үҫемлеге осрай.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ботсвана» битенән алынған