Исламов Динис Фәтхи улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу, өҫтәмә мәғлүмәт
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
1 юл:
'''Динис Фәтхи улы Исламов''' ([[15 декабрь]] [[1921]] — [[14 апрель]] [[1973]] — [[Бөйөк Ватан һуғышы]]нда ҡатнашҡан [[башҡорттар|башҡорт]] [[әҙәбиәт|яҙыусыһы]], [[журналистика|журналист]] һәм [[проза|прозаик]]. [[Ҡыҙыл Байраҡ ордены|Ҡыҙыл Байраҡ]], I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалдеры. 1965 йылдан [[СССР Яҙыусылар союзы]] ағзаһы.
 
== Тормошо ==
 
Динис Фәтхи улы Исламов 1921 йылдың 15 декабрендә элекке Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы) Яңы Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылындағы мәктәптә ала, артабан күрше Иҫке Муса ауылындағы мәктәптә уҡый. 1936 йылда Өфөләге «Востоксталь» металлургия рабфагына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, ете йыллыҡ мәктәптәр өсөн тарих уҡытыусылары әҙерләй торған бер йыллыҡ курста уҡый.
1940 йылда Динис Исламов Көйөргәҙе районының Таймаҫ урта мәктәбендә уҡыта башлай. Оҙаҡ та тормай, хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Архангельскиҙәге хәрби инженерҙар училищеһына уҡырға ебәрелә.
Юл 13 ⟶ 11:
 
== Ижады ==
 
Динис Исламов әҙәбиәткә шиғырҙар яҙып аяҡ баҫа. 1947 йылда «Октябрь» журналында уның «Бригадир», «Ағиҙелдә боҙ китә» һ.б. шиғырҙары баҫылып сыға. Ҡырҡынсы йылдар аҙағында очерк һәм шиғырҙары матбуғатта донъя күреп тора.
Ә инде 1950 йылдарҙа Динис Исламов бөтөнләй проза жанрына күсә. «Ураҡ өҫтө» хикәйәһе сыҡҡандан һуң, ул үҙен прозаик итеп таныта. Был хикәйәһе «Гость из Кубани» тигән исем менән «Огонек» журналында баҫылып сыға. «Беренсе көн» тип аталған тәүге хикәйәләр йыйынтығы 1953 йылда донъя күрә. Динис Исламов артабан ауыл кешеләре тормошон, бигерәк тә, йәштәрҙең фиҙаҡәр хеҙмәтен, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен, дуҫлыҡ һәм мөхәббәт тойғоларын еңелсә юмор менән һүрәтләгән хикәйәләр һәм повестар ижад итә. «Юлда», «Яҙ», «Беренсе көн», «Йәй башында»һ.б. хикәйәләре, «Ҡыҙҙар», «Өс осрашыу» повестары шундай йүнәлештә ижад ителгән. Айырыуса «Ҡыҙҙар» повесы Динис Исламовты киң ҡатлам уҡыусыға алып сыға. Был әҫәр башҡорт әҙәбиәтенә йылы юморлы, лирик рухлы, киң ҡарашлы художник килеүен раҫлай. Д. Исламов артабан да повесть жанрында уңышлы ижад итә: «Ғүмер юлдары», «Ысын күңелдән һөйләшеү», «Зелов тауҙары», «Минең ауылдашым - Ибраһим ағай» кеүек заманы өсөн актуаль, социаль йәһәттән үткер зиһенле әҫәрҙәре донъя күрә.
Юл 19 ⟶ 16:
Динис Исламов Бөйөк Ватан һуғышының иң дәһшәтле тәүге осорон һүрәтләгән «Мәскәү юлы» (1968) романы менән башҡорт романистикаһын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Ғүмеренең һуңғы йылдарында әҙип «Көньяҡ ҡояшы» тигән романы өҫтөндә эшләй, тик уны тамамларға өлгөрмәй.
Динис Исламовтың барлыҡ ижады өсөн кеше яҙмыштарына иғтибар, психологизм хас.
== Маҡтаулы исеме, орден, миҙалдары ==
 
* СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965);
* Ҡыҙыл Байраҡ ордены;
* I дәрәжә Ватан һуғышы ордены;
Юл 33 ⟶ 27:
 
== Исемен мәңгеләштереү ==
 
* Шишмә районы Яңы Муса ауылы урамдарының береһенә Динис Исламов исеме бирелгән;
* Өфөлә Динис Исламов йәшәгән йортҡа иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
 
 
== Китаптары ==
 
* Беренсе көн. Өфө, 1953 й.;
* Ҡыҙҙар. Өфө, 1955 й.;
Юл 58 ⟶ 49:
== Әҙәбиәт ==
 
* Вәхитов Ә.Х. Йылдар тауышы. // Ижади портреттар, Өфө, 1976й., 3-110-сы биттәр;
* Байымов Р.Н. Һалдат рухлы тормошсан ижад. // Д. Исламов. Әҫәрҙәр. I том. Өфө, 1986 й., 5-10-сы биттәр;
Юл 71 ⟶ 61:
 
== Сығанаҡтар ==
* Гайнуллин М. Ф., [[Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы|Хусаинов Г. Б.]] Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр.{{ref-ru}}
 
* Ғәйнуллин М. Ф., [[Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы|Хөсәйенов Ғ. Б.]] Совет Башҡортостаны яҙыусылары. ӨфөБиобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, 1988төҙәтелгән икенсе йбаҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 165-166-сы1988. — биттәр;400 бит.
* Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: УфаР. Н. Баимов, 2006Г. Н. Гареева, йР. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, стр2006. — 211496 с.{{ref-212;ru}}
* Башкирская энциклопедия. Т.3. Уфа, 2007 г., стр. 204-205.
 
 
[[Категория: Алфавит буйынса шәхестәр]]
 
[[Категория: Башҡортостан шәхестәре]]
 
[[Категория: Шишмә районында тыуғандар]]
 
[[Категория: 1921 йылда тыуғандар]]
 
[[Категория: 1973 йылда вафаттар]]
 
[[Категория: 15 декабрь көнө тыуғандар]]
 
[[Категория: 14 апрель көнө вафаттар]]
 
[[Категория: Алфавит буйынса яҙыусылар]]
 
[[Категория: Башҡорт яҙыусылары]]
 
[[Категория: СССР Яҙыусылар союзы ағзалары]]
 
[[Категория: Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары]]
 
[[Категория: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар]]
 
[[Категория: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар]]
 
[[Категория: XX быуат яҙыусылары]]
 
[[Категория: Рәсәй яҙыусылары]]