Мосолман байрамдары — версиялар араһындағы айырма

ә
робот косметические изменения
ә (робот косметические изменения)
{{Ислам}}
'''Мосолман байрамдары'''- мосолмандар байрам иткән байрамдар. [[Ислам]] динендә 13 [[байрам]] телгә алына һәм үткәрелеп килә. Иң ололары-[[Ураҙа]] ғәйете һәм [[Ҡорбан]] ғәйете.Улар [[Мөхәммәт]] СҒС ваҡытынан уҡ байрам ителә. Байрамдар ай календары буйынса үткәрелә.
== Ураҙа байрамы ==
''Төп мәҡәлә'' [[Ураҙа]]
 
Ғәрәпсә Ғәйдел Фитыр көнө тип йөрөтөлә. Рамаҙан ураҙаһы тамам булғандан һуң өс көн байрам ителә. Байрамдың башы [[Шәүүәл]] айының беренсе көнөнә тура килә. Был көндә мосолмандар мәсеттәргә йыйылып ғәйет намаҙы башҡара. Аллаһы Тәғәләнән гонаһтарын ярлыҡауҙы һорап теләктәр теләйҙәр. [[Рамаҙан]] иң изге ай- сөнки был айҙа [[Ҡөръән]] китабы иңдерелә башлаған.Мәтдт мөмкинселектәре булған мосолмандар ғәйет намаҙына тиклем фәҡирҙәргә йәки мәсеткә фытыр саҙаҡаһы бирә. Рамаҙан айы барышында ураҙа тотоусы кешеләрҙе киска ашҡа, Ифтарға(ауыҙ асырға) йыйыу йолаһы бар.
== Ҡорбан ғәйете ==
''Төп мәҡәлә'' [[Ҡорбан байрамы]]
 
Мосолмандар был көндө махсус намаҙ уҡырға һәм күңелдәрен Аллаһыға йүнәлтергә тейештәр. Ҡәғбә храмын төҙөгән Ибраһим бәйғәмбәр Ябраил фәрештәнән "ҡара ташты" алғас, үҙенең Аллаһыға бирелгәнен күрһәтеү өсөн, улы Исмәғилде Ҡорбан итмәксе була(37, 97-110 аяттар). Ләкин шәфҡәтле Аллаһы Тәғәлә, фәрештә аша бәрән ебәреп, уның улын ҡотҡара.
 
== Ғәрәфә көнө ==
Ҡорбан байрамынан алдағы көн. Мосолмандар өсөн был изге һәм мөбәрәк көн иҫәпләнә. Был көндө, йәғни Зөлхиззә айының 9-сы көнөндә улар Мәккәгә Ғәрәфәт тауы итәгенә күмәкләшеп намаҙ уҡырға йөрөй торған булғандар.
 
== Һижриәт көнө ==
Икенсе төрлө күсеү көнө тип йөрөтөлә. Был көн сәфәр айының 26-сы көнөндә билдәләнә. Ислам диненең сөнни мәзхәбендәге мосолмандар, 13 йыл буйы Мәккә кешеләрен ислам диненә өндәгәндән һуң, ошо кистә хәҙрәти Рәсүл СҒС, хәҙрәти Әбүбәкер менән бергәләшеп, Мәҙинәи Мөкәрәмәнәнән сығып, Мәҙинәи Мөнәүәрә ҡалаһына барып еткәндәр.Ошонан һуң Ислам дине тиҙ арала тарала башлай, көсәйеп китә. Шуға күрә мосолмандар был көндө мөбәрәк күрәләр. Әммә Шиғый мәзһәбендәге мосолмандар был көндө байрам итмәйҙәр.
 
== Мәүлид байрамы ==
Ғәрәпсә тыуған көн мәғәнәһендә. Рәбиғүл әүәлдең 12- се кисендә ҡояш байыу менән башлана.Был бөтә мосолмандарының донъя һәм әхирәт сәғҙәттәренә сәбәп булған Мөхәммәт СҒС тыуған көнө. Ул миләди йылы менән 570 йылдың 27 апрелендә Мәккәи Мөкәрәмәлә Ҡорайыш ҡәбиләһенең ярлы шим ырыуында донъяға килә.632 йылда вафат була.Мәүлит байрамында мәсеттәрҙә бәйғәмбәребеҙгә бағышлап хөтбәләр уҡыйҙар, вәғәздәр һөйләйҙәр. Һәр кем салауат әйтә.
 
== Миһраж кисәһе ==
Ғәрәпсәнән ауҙарһаҡ, Миһраж- юғарыға күтәрелеү, күккә ашыу тигәнде аңлата. Ҡөръәндең 17 сүрәһендә әйтелгәнсә Мөхәммәт СҒС уяулы - йоҡоло килеш ятҡанда яҡтылыҡ баҫҡысы буйлап Аллаһы Тәғәлә менән һөйләшергә күккә ашҡан. Шул ваҡиғаны иҫтә ҡалдырыу йөҙөнән мосолмандар рәжәп айының 27-се кисендә миһраж үткәреүҙе ғәҙәткә индергәндәр
 
== Рәғәиб кисәһе ==
Рәжәб айының беренсе йомаһына ҡаршы кискә тура килә. Ошо кисте Мөхәммәдтең СҒС атаһы хәҙерәте Ғабдулла менән әсәһе хәҙрәти Әминә никахлашҡандар һәм беренсе тапҡыр күрешкәндәр.
 
== Бәрәәт кисәһе ==
шәғбан айының 15 -се көнөнә тура килә. Изге кисә 14-се шәғбанда ҡояш байығас та башлана. Риүәйәттәргә ҡарағанда, кешеләрҙең бер йыллыҡ яҙмышы, бәхете, тормошондағы уңышы, рәхәт, етеш йәшәүе ошо кистә билдәләнә.
 
== Ғәшүрә көнө ==
Ғәшүрә көнө мөхәррәм айының 10 көнөндә байрам ителә. Мөхәммәт бәйғәмбәр һәм уның сәхәбәләре ошо көндө мөбәрәк һанап, ураҙа тотҡандар, изге ғәмәлдәр ҡылғандар.
 
== Ҡәҙер кисе ==
Рамаҙан айының 26-сы көнөндә байрам ителә. МөхәммәдкәСҒС Ҡөръән аяттары Аллаһынан ошо кистә иңдерелә башлаған тип аңлатыла. Уның изгелеге шунан килә. Хәҙерәте Рәсүл СҒС,ҡәҙер кисендә тәүбә ҡылған кешенең барлыҡ гонаһтарын Аллаһы Тәғәлә ярлыҡар, тип әйтеп ҡалдырған.Сөнки был кистә изге ғәмәлдәрҙең сауабы башҡа кистәргә ҡарағанда артыҡ була. Шуға күрә мосолмандар был төндө йоҡламай үткәрәләр. Мәсеттәрҙә намаҙ уҡыу, доға ҡылыу, Ҡөръән уҡыу ойошторола.
 
== Тәшриҡ көндәре ==
Ҡорбан ғәйетенән һуңғы өс көндө, йәғни, зөлхиззәнең 11,12,13- сө көндәрен Тәшриҡ көндәре тип атайҙар. Былар изге көндәр. Ғәрәфә көнөнөң иртә намаҙынан алып тәшриҡ көнөнөң икенде намаҙына ҡәҙәр, йәмәғәт намаҙынан һуң мосолмандар һәр урында ҡысҡырып "тәҡбир тәшриҡ" әйтәләр.Йәғни Аллаһы Тәғәлә хәҙрәттәрен ололайҙар
 
== көнө ==
 
 
[["Ислам" белешмә- һүҙлек.1993 йыл. ]]
{{islam-stub}}
 
[[Категория:Дин]]
[[Категория:Ислам]]
[[Категория:Байрамдар]]
{{islam-stub}}
 
 
[[ar:عيد إسلامي]]
2547

үҙгәртеү