Замбия: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
Мәғлүмәт өҫтәнем. Морат Солтан.
44 юл:
}}
 
'''Замбия ('''[[Инглиз теле|ингл.]]  ''Zambia)'', тулы рәсми исеме — '''Замбия''' '''Республикаһы ('''[[Инглиз теле|ингл.]] ''Republic of Zambia''''')''' — Көньяҡ [[Африка|Африкалағы]] дәүләт. [[Конго Демократик Республикаһы]], [[Танзания]], [[Малави]], [[Мозамбик]], [[Зимбабве]], [[Ботсвана]], [[Намибия]], [[Ангола]] менән сиктәш, [[Диңгеҙ|диңгеҙгә]] сығыу юлы юҡ. Баш ҡалаһы һәм иң ҙур ҡалаһы — Лусака.
'''Республика Замбия''' - Африкалағы дәүләт.
 
[[1964]] йылда [[Бөйөк Британия|Бөйөк Британиянан]] бойондороҡһоҙлоҡ алған.
 
== Географияһы ==
Замбия Көньяҡ Африкала урынлашҡан. Тропик климатлы, диңгеҙгә сығыу юлы булмаған, башлыса яйлала ятҡан ил. Майҙаны 752 614 км², донъяла 38-се урында. Территорияһы Замбези һәм [[Конго (йылға)|Конго]] йылғалары бассейнына ҡарай. Замбия менән Зимбабве сигендә Замбези йылғаһында шарлауыҡтар, шул иҫәптән атаҡлы Виктория шарлауығы урынлашҡан.
 
==== Файҙалы ҡаҙылмалар ====
Ер аҫты байлыҡтарынан [[баҡыр]], кобальт, [[Зөбәржәт|зөбәржәттәр]], [[алтын]], [[көмөш]], уран, ҡурғаш, [[цинк]], күмер, [[марганец]] бар.
 
== Тарихы ==
Замбия территорияһында борондан кешеләр йәшәгән. Бер нисә мең йыл элек унда бушмен ҡәбиләләре (һунарсылар һәм йыйыусылар) көн иткән. Беҙҙең эра башында бушмендарҙы төньяҡтан килгән готтентоттар (игенселәр һәм малсылар) ҡыҫырыҡлап сығарған. Бер мең йыл самаһы ваҡыт үткәс, готтентоттарҙы [[Үҙәк Африка|Үҙәк Африканан]] килгән банту ҡәбиләләре ҡыҫырыҡлап сығарған.
 
[[XVIII быуат|XVIII быуатта]] Баротсе ҡол биләүселек дәүләте барлыҡҡа килгән. Шул уҡ XVIII быуатта тәүге европалылар килә башлай (португалдар). Ә [[XIX быуат|XIX быуатта]] Замбия Төньяҡ Родезия исеме аҫтында Британия протекторатына әйләнә. [[XX быуат|XX быуатта]], [[1964]] йылда, Замбия бойондороҡһоҙлоҡ ала.
 
== Сәйәси ҡоролошо ==
Замбия — күп партиялы системалы [[Демократия|демократик]] ил. Дәүләт башлығы, хөкүмәт етәксеһе һәм баш командуюущий булып президент тора. Ул 5 йылға бер һайлана, бер кеше ике мөҙҙәттән ашыу президент вазифаһын биләй алмай. Парламент — Милли ассамблея — 158 депутаттан тора, 150-һе һайлана, һигеҙе президент тарафынан тәғәйенләнә. Парламент 5 йылға һайлана, президент уны таратыу хоҡуғына эйә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Замбия» битенән алынған