Берлин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
263 юл:
 
== Мәғариф һәм фән ==
[[Файл:Humboldt Universitaet Berlin.jpg|thumb|200px|[[Гумбольдт исемендәге Берлин университеты]]]]
Берлиндың Пруссия, һуңырак Герман империяһының баш ҡалаһы булыуы, уның фәнни үҙәккә әүерелеүен алдан уҡ билдәләй. Билдәле булыуынса, Икенсе Бөтә Донъя һуғышы тамамланғас, ҡала икегә бүленә. Көнсығыш өлөштә ҙур фәнни ойошмалар яңынан тергеҙелә. Улар араһында Германия фәндәр академияһы, [[Гумбольдт исемендәге Берлин университеты]], Берлин техник университеты, Берлин сәнғәт университеты бар.
 
Дәүләт сәйәсәтенең Көнбайыш Берлиндағы фәнгә ярҙам итеүе арҡаһында [[Берлин ирекле университеты]] асыла, фәндең стратегик йүнәлешен булдырыуға, фәнни кадрҙар әҙерләү буйынса рекомендациялар индереүгә һәм иҡтисади тикшеренеүҙәр, урбанистика, ядро тикшеренеүҙәре буйынса фәнни үҙәктәр асыуҙы маҡсат итеп ҡуйған Макс Планк ойошмаһы булдырыла.
 
Германия берләшкәс, Берлин Европаның алдынғы фәнни үҙәктәренең береһе булыу статусын кире ҡайтара. Бөгөнгө Берлин студенттары һаны яҡынса 140 000 кеше тәшкил итә.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Берлин» битенән алынған