Ҡалҡан (күл): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
|Впадающие реки =
|Вытекающая река =
|Страна = РоссияРәсәй
|Регион = БашкортостанБашҡортостан
}}
''' Ҡалҡан (күл)'''  — Башҡортостандын [[Учалы районы]]нда күл. [[Ҡалҡан]] ауылы янында. Күлдә [[ҡыҙылғанат]], [[суртан]], [[сабаҡ]], [[алабуға]], [[ҡарабалыҡ]], [[табан]] балыҡтары бар.
 
Урал йылғаһы бассейнындағы күл. [[Учалы районы]] [[Ҡалҡан]] ауылынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2,5  км алыҫлыҡта урынлашҡан.
 
== Тасуирлама ==
Күл өҫтө майҙаны 1,8 км2, оҙонлоғо 2,6  км, уртаса киңлеге 0,6  км, уртаса тәрәнлеге 2,9 м (иң тәрән урыны —4,7 м), һыу күләме 5,1  млн м3; һыу йыйыу майҙаны 9,0 км2. Тектоник күл, ордовик (серпентинлашҡан дуниттар) тау тоҡомдарында барлыҡҡа килгән; соҡоро һуҙылған, төбө һөҙәк, сапропель менән (ҡалынлығы 1,5—3,5 м) ҡапланған, төньяҡ өлөшөндә улаҡтары бар. Тымыҡ күл, һыу кимәле юғары булғанда шишмә ағып сыға һәм Урал й. м‑н тоташтыра. Уртаса күп йыллыҡ һыу кимәленең үҙгәреүе 0,5  м тәшкил итә. Башлыса яуым‑төшөм һыуҙары менән туйына. Һыуы сөсө, сульфатлы‑натрийлы. Күл эвтрофик. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары һөҙәк, аҙ беленә, көнсығышы  — ҡалҡыу, көнбайышта  — текә, күл эргәһендә Ҡалҡан тауы урынлашҡан. Көнсығыш өлөшөндә күлгә ярымутрау килеп инә. Күлдең тирә‑яғындағы [[ландшафт]] [[ҡайын]]‑[[ҡарағас]] урмандарынан һәм болонло далаларҙан тора. Яр буйҙарында [[көньяҡ ҡамышы]], [[тар япраҡлы екән]], сумған мөгөҙьяпраҡ, ябай һыу бөрсөгө һ.б. үҫә. Күлдә [[алабуға]],[[ ҡарабалыҡ]], [[ҡыҙылғанат]], [[сабаҡ]], [[суртан]], [[табан балыҡ]], яр буйында [[аҡсарлаҡ]],[[ ала тумыртҡа]], [[барҡылдаҡ]], [[ҡурғай]], [[кәкүк]],[[ өйрәк]], ябай [[һандуғас]] йәшәй. Күлдең көньяҡ һәм төньяҡ өлөштәре һаҙлыҡлы.
[[Файл:Peninsula on Lake Kalkan.jpg|мини|400пкс|none|Ҡалҡан]]
 
== Һылтанмалар ==
* http://www.uchaly-rb.ru/region/f_gallery/?PAGE_NAME=detail&SECTION_ID=98&ELEMENT_ID=482 фото
Юл 38 ⟶ 39:
* [http://yuzhnyj-ural.ru/obekty/ozera-juzhnogo-urala/123-ozero-kalkan.html Справочная статья на сайте «Весь Южный Урал»]
 
[[Категория:БашҡортостанУчалы районы күлдәре]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡалҡан_(күл)» битенән алынған