Башҡорт дәүләт университеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
37 юл:
}}
 
'''Башҡорт дәүләт университеты''' (БДУ)  — [[1909]] йылда [[Башҡортостан]]дың баш ҡалаһында, [[Өфө]]лә асыла. Иң беренсе ул уҡыу йорто [[1909 йыл]]дан ''Уҡытыусылар институты'' тип атап йөрөтөлгән. [[1920 йыл]]дың ғинуар айынан Халыҡ мәғарифы институты итеп үҙгәртелә. Ошо уҡ йылдың октябренән алып [[Тимирязев, Климент Аркадий улы|Климент Тимирязев]] исемендәге институт, ә инде [[1923]]—[[1929]] йылдарҙа Халыҡ мәғарифы буйынса Климент Тимирязев исемендәге ғәмәли институт исемен ала.
 
[[1957 йыл]]да Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты итеп ойошторола. [[1992]] йылда Октябрҙең 40 йыллығы исеме төшөрөп ҡалдырыла һәм Башҡорт дәүләт унивеситеты тип атала башлай.
48 юл:
[[1909]] йылдың [[4 июль|4 июлендә]] Өфө уҡытыусылар институты үҙенең ишектәрен аса, ул Телеграф урамының 9-сы йортонда (хәҙерге ваҡытта [[Исмәғилев Заһир Ғарип улы|Заһир Исмәғилев]] исемендәге Өфө сәнғәт академияһы корпустарының береһе, Цюрупа урамы, 9) урынлаша. Ырымбур уҡыу округы попечителе институтты асыҡ тип иғлан иткәс, тантанала ҡатнашҡандарҙың барыһы исеменән халыҡ мәғарифы министрына телеграмма төҙөлә һәм ебәрелә. Унда императорға тоғролоҡ тойғолары белдерелә. Телеграммаға Өфө губернаторы, Өфө һәм Минзәлә епискобы, преосвященный Нафанил, Ырымбур уҡыу округы попечителе, дворяндарҙың өйәҙ башлығы, губерна земство идаралығы рәйесе, Өфө уҡытыусылар институты директоры һәм башҡа рәсми кешеләр ҡул ҡуя. Был телеграмма Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән «императорға тоғролоҡ тойғоларын, сикһеҙ һөйөүҙәрен» белдергән 20 башҡа хат, мөрәжәғәттәр араһында [[1909]] йылдың [[12 ноябрь|12 ноябрендә]] халыҡ мәғарифы министры тарафынан [[Николай II]] императорға тапшырыла.
[[1912]] йылда институттың тәүге сығарылышы була. Уны, тулы уҡыу курсы үтеп, 24 кеше тамамлай. Педагогик советтың [[1912 йыл]]дың [[4 июнь|4 июне]] ҡарары менән уларға ҡала училищеһы уҡытыусыһы исеме бирелә. Институтты алтын миҙал менән  — Борткевич Михаил һәм Самарин Николай, көмөш миҙал менән  — Антонюк Иосиф, Младенцев Никита, Панков Иосиф, Проскуряков Николай һәм Толмачев Дмитрий тамамлайҙар. Уларҙың барһы ла Ырымбур уҡыу округының ҡала училищеларына уҡытыусылар итеп тәғәйенләнә.
[[1917]] йылдың сентябрендә 2-се курс уҡыусыларын артабан уҡыу өсөн тәүге тапҡыр ике ағымға бүләләр: физика-математика һәм тәбиғи-география бүлектәре. 1-се курсҡа ҡабул итеү 3 бүлектең: тарих-әҙәбиәт, физика-математика һәм тәбиғи-география бүлектәренең һәр береһенә айырым атҡарыла.
[[1919]] йылда Өфө уҡытыусылар институты Халыҡ мәғарифы институты итеп үҙгәртелә<ref>[http://www.bashkortostan450.ru/scienes-education/higher/vuz_9.html Башкирский государственный университет]</ref>. [[1923]] йылдан алып институт “Практик«Практик институт”институт» исемен ала һәм өҫтәмә рәүештә ауыл хужалығы белгестәре лә әҙерләй башлай.
[[1929]] йылда уның базаһында Климент Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты ойошторола. [[1930]] йылда институттың эсендә үҙгәртеп ҡороуҙар була, бүлектәр факультеттарға әйләндерелә (физика-математика факультеты, тәбиғи фәндәр факультеты, география факультеты, тарих-филология факультеты). Был факультеттарҙа 15 кафедра эшләй. Шул уҡ йылда ситтән тороп уҡыу бүлеге, тағы бер йылдан киске уҡыу бүлеге асыла.
[[1957]] йылда, СССР Министрҙар Советының [[1957 йыл]]дың 20 июлендәге ҡарары менән педагогия институты Башҡорт дәүләт университеты тип үҙгәртелә. [[6 ноябрь|6 ноябрҙә]] университетты асыу тантанаһы үткәрелә. Илдә ул 37-се уҡыу йорто була. Уны ойоштороусы һәм университеттың беренсе ректоры  — Шәйхулла Хәбибулла улы Чанбарисов була<ref>[http://www.hrono.ru/text/2008/ergin11_07.html Ю. Ергин. Первый ректор БГУ]</ref>.
Башҡорт дәүләт университеты белем көсөнөң ҡеүәтле сағылышына һәм бик күп кешеләр өсөн уларҙың туған йорттарына әйләнде.
87 юл:
# Математика һәм информацион технологиялар факультеты
 
Математика һәм мэғлүмәт технологиялар факультеты  — Башҡорт дәүләт университетының факультеттары араһында иң эреләренең береһе. Факультет 1972 йылда физика һәм математика факультеттарының бүленеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Әлеге ваҡытта бында яҡынса 80 уҡытыусы эшләй. Шулар араһында 74-нең ғилми дәрәжә һәм исеме бар, 21 уҡытыусы фән докторы, уҡытыусылар М. А.  Илһамов, В. В.  Напалков Рәсәй Фәндәре академияһы ағзалары. Математика факультетының күп кенә уҡытыусылары БР, РФ-ның атҡаҙанған фән һәм мәғариф эшмәкәре тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
 
Математика факультеты математика һәм физика факультеты корпусының айырым этаженда урынлашҡан. Факультет эстәлегенә 14 уҡыу аудиторияһы, 5 компьютер залы, кафедра һәм деканат кабинеттары, икенсе этажда уҡыу залы инә. Факультеттағы барлыҡ компьютерҙар бер-береһе менән локаль селтәр һәм сервер аша БДУ-ның локаль селтәре менән бәйләнгән, шулай уҡ Интернет селтәренә лә тоташҡан.
105 юл:
 
=== Һөнәрҙәр һәм уҡыу ваҡыты ===
Математика факультеты тулы уҡыу циклын булдырған: студенттар бакалавриат, дипломлы белгес, магистратура, аспирантура һәм докторантурала уҡый ала. Классик университеттың, айырыуса математика факультетының, белем биреү принциптарының береһе  — һәр белгестең буласаҡ эшмәкәрлегенең күп вариантлы булыуы.
 
Математика факультеты биш йыл уҡыу дәүерендә түбәндәге һөнәрҙәр буйынса дипломлы белгестәр әҙерләй:
010100  — «Математика», «математик» квалификацияһы тапшырыла;
010500  — «Ғәмәли математика һәм информатика», «Математик. Системалы программист» квалификация тапшырыла.
 
Икенсе курстан һуң студент туғыҙ кафедраларҙың береһен һайлай. Бынан башҡа, өҫтәлмә курстар өйрәнеп, һәр бер студенттың шәхси план буйынса үҫешеү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ факультетта бакалавр(дүрт йыл уҡыу) һәм магистрҙарҙы(ике йыл уҡыу) «Математика» һәм «Ғәмәли математика һәм информатика» йүнәлештәре буйынса әҙерләйҙәр, аҙаҡ уларға ошо йүнәлештәр буйынса бакалавр(магистр) дәрәжәһе бирелә.
122 юл:
Факультет ғалимдары Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, АҠШ, Германия, Франция, Канадалағы үҙҙәренең коллегалары менән тығыҙ бәйләнеш тоталар.
 
Факультетта дүрт һөнәр буйынса аспирантура эшләп килә: 01.01.01  — математика анализы; 01.01.02  — дифференциаль тигеҙләмәләр; 01.01.07  — иҫәпләү математикаһы; 05.13.18  — математика моделированиеһы, һанау методы һәм комплекслы программа. Факультеттың сығарылыш студенттары түбәндәге һөнәр буйынса аспирантураға уҡырға инә: 08.00.13.  — иҡтисадтың математик һәм инструменталь медоттары(иҡтисад факультеты) йәки 01.02.05  — шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы(физика факультеты).
 
Студенттар ғилми-тикшеренеү эшендә ҙур әүҙемлек күрһәтә һәм Рәсәй, региондар кимәлендә, уҡыу йорттары араһында уҙғарылған конкурстарҙа ҡатнаша. Йыл һайын факультетта студенттар, аспиранттар, йәш ғалимдар араһында региональ ғилми-практик конференция үтә. Шулай уҡ ике тапҡыр халыҡ-ара конференцияһы ла уҙғарылған. Уны үткәреүҙә Рәсәйҙең нигеҙле тикшеренеүҙәр фонды һәм Маҡсатлы федераль программалар гранттары ярҙам күрһәтә.
131 юл:
Факультет Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Математика һәм механика институты, РФА-ның нефтехимия һәм катализ институты, «[[Газпром Нефтехим Салауат]]» ойошмаһы менән килешеү төҙөгән. Сығарылыш студенттары сәнәғәт предприятиеларында ла эшләйҙәр. Ҡайһы бер студенттар сит илдәрҙә ([[Америка Ҡушма Штаттары|АҠШ]], [[Канада]], [[Франция]], [[Бөйөк Британия]], [[Германия]], [[Италия]] һ.б.) уңышлы эшләп килә.
 
# [[БДУ-ң Психология факультеты|Психология факультеты]]
# [[БДУ-ң Роман-герман филологияһы факультеты|Роман-герман филологияһы факультеты]]
# [[Башҡорт дәүләт университетының философия һәм социология факультеты|Философия һәм социология факультеты]]
142 юл:
 
== Ректорҙар ==
* [[Чанбарисов Шәйхулла Хәбибулла улы]] (1957—1981)
* [[Ғимаев Рәғиб Насретдин улы]] (1981—1999)
* [[Хәрәсов Мөхәмәт Хәдис улы]] (2000—2010)
* [[Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы]] (2010—2013)
153 юл:
 
== Университетты тамамлаған шәхестәр ==
 
=== Сәйәсмәндәр ===
* Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙы  — [[Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай]] депутаты<ref>[http://www.gsrb.ru/ru/organization/deputats/77552/ Аиткулова Эльвира Ринатовна]</ref> .
* Солтанова Рәшиҙә Искандәр ҡыҙы  — Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе<ref>[http://www.uwrb.ru/pages=4 Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар союзы ПРЕДСЕДАТЕЛЬ ПРАВЛЕНИЯ]</ref> .
* [[Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы|Әхмәт Сөләймәнов]]  2002-20062002—2006 йылдарҙа [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы]] башҡарма комитеты рәйесе.
* [[:ru: Гумерова, Люция Шагибаловна|Ғүмәрова Люция Шаһыбал ҡыҙы]]  — 2009 йылдан [[Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды]] рәйесе.
* [[Солтанов Фәйзулла Вәли улы]]  — БАССР Юғары Советы Президиумы Рәйесе (1967—1990).
 
=== Яҙыусылар ===
* [[Рамазанов Ғилемдар Йыһандар улы]]  — башҡорт совет шағиры һәм әҙәбиәт белгесе.
* [[Кәримов Мостафа Сафа улы|Мостай Кәрим]]   күренекле башҡорт яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы. Башҡортостандың халыҡ шағиры.
 
=== Фән эшмәкәрҙәре ===
 
==== Филология ====
* [[Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы]]  — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1981), профессор, БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).
* [[Шәкүров Рәшит Закир улы]]   күренекле шағир һәм ғалим, тел белгесе, публицист; Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), М. Аҡмулла исемендәге әҙәбиәт премияһы лауреаты;
* [[:ru:Галяутдинов,Ғәләүетдинов ИшмухаметИшмөхәмәт ГильмутдиновичҒилметдин улы|Ишмөхәмәт Ғәләүетдинов]]  — филолог, 2000—2013 йылдарҙа [[Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы]]ның Ректоры.
 
==== Химия ====
* [[Абдрахманов Илдус Барый улы]]  — химик, [[Башҡортостан Фәндәр Академияһы|Башҡортостан фәндәр академияһы]] академигы.
 
==== Математика ====
* [[Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы ]] — математик, БДУ кафедра мөдире<ref>[http://www.uchaly.ru/publ/6-1-0-9 Муртазин Хайрулла Хабибуллович]</ref> .
 
== Өҫтәлмә профессиональ белем алыу ==
 
=== Программалар ===
[[2009 йыл]]дыңйылдың [[12 февраль|12 февралендәге]] АА №000780№ 000780 лицензияһына ярашлы, Башҡорт дәүләт университетының өҫтәмә профессиональ белем биреү бүлеге түбәндәге программаларҙы тормошҡа ашыра:
* «Арбитраж идара итеүселәрҙе әҙеләүҙең берҙәм программаһы»
* «Сифат менеджменты системаһының Р ИСО сер.9000 ГОСТ-ына ярашлылығын сертификациялау»
Юл 187 ⟶ 190:
* «Наркотиктарға бәйләнгән булыуҙы профилактикалау буйынса эште ойоштороу методикаһы».
 
Уҡыу ваҡыты: ҡыҫҡа курстар  — 72—100 сәғәт, урта курстар  — 100—500 сәғәт. Курстарҙы тамамлаусыларға дәүләт өлгөлө документтар тапшырыла.
 
=== Белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү ===
Юл 198 ⟶ 201:
* «Документтар эшен алып барыу һәм идаралыҡты документтар менән тәьмин итеү»
* «Персонал менән идара итеү»
* «Культура  — ара коммуникациялар һәм тәржемә»
* «Һайлау хоҡуғы һәм процесы»
 
Юл 204 ⟶ 207:
 
=== Ғилми-педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын күәреү ===
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы профессиональ белем биреү учреждениелары ғилми-педагогик кадрҙарының квалификацияһын күтәреү:
* «Рәсәй  — демократик федератив дәүләт»
* «Тәбиғәт ресурстарын рациональ ҡулланыуҙың физик нигеҙҙәре»
* «Экологик-аналитик мониторинг»
Юл 213 ⟶ 216:
* «Үҫемлектәрҙең популяцион экологияһы»
 
Уҡыу ваҡыты:  — 72 сәғәт. Курстарҙы тамамлаусыларға квалификацияны күтәреү тураһында танытма тапшырыла.
 
=== Хеҙмәткәрҙәрҙе профессиональ әҙерләү ===
Юл 221 ⟶ 224:
* «ПЭВМ 1 С-та бухгалтер иҫәбе: Бухгалтерия 8.0»
* «Менеджмент (ойошма менән идара итеү)».
Уҡыу ваҡыты: ҡыҫҡа курстар  — 40 сәғәттән 500 сәғәткә тиклем. Курстарҙы тамамлаусыларға тейешле өлгөлө документтар тапшырыла.
 
Сит тел булараҡ урыҫ теле буйынса дәүләт тестарын үткәреү үҙәге. Был курстар сит ил граждандары өсөн, гражданлыҡтары булмағандарҙы Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеү өсөн һәм сит ил граждандарының урыҫ телле мөхиттә уҡыу һәм эшләү өсөн әҙер булыуҙарын тикшереү өсөн үткәрелә. Тестарҙы уңышлы үтеүселәргә дәүләт өлгөлө сертификат тапшырыл. Соискателдәр өсөн философия һәм сит телдәр буйынса кандидатлыҡ имтихандарын тапшырырға әҙерләү курстары. Уҡыу ваҡыты  — 40 сәғәттән 60 сәғәткә тиклем.
 
=== Сит телдәрҙе ныҡлы өйрәнеү купстары ===
БДУ студенттары һәм уҡытыусылары өсөн сит телдәрҙе ныҡлы өйрәнеү курстары:
* «Инглиз теле»
* «Француз теле»
Юл 235 ⟶ 238:
 
=== Интенсив әҙерлек курстары ===
Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға интенсив әҙерләү курстары:
* Урыҫ теле;
* Әҙәбиәт;
Юл 242 ⟶ 245:
* Тарих;
* Биология.
Уҡыу ваҡыты  — 8 ай һәм 5 ай.
Башҡортостан Республикаһы фәненең һәм иҡтисадының актуаль проблемалары буйынса мастер-кластар һәм ҡыҫҡа ваҡытлы, бер-биш көнлөк семинарҙар.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Сығанаҡтар ==
Юл 253 ⟶ 259:
* {{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1851-bash-ort-d-l-t-universitety|автор=Мостафин Ә. Ғ.}}
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
{{Яҡшы мәҡәлә}}