Говард Лавкрафт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
32 юл:
 
== Ижады ==
Лавкрафтҡа [[Эдгар По]], [[Амброз Бирс]], Артур Мейчен, Элджернон Блэквуд кеүек яҙыусыларҙың ижады тәьҫир иткән. Әммә Лавкрафт — тик үҙенә генә хас ҡурҡыныс донъяны уйлап сығарған әҙип. Ул үҙ хикәйәләрендә йыһан аллалары пантеонын барлыҡҡа килтерә. Ктулху, Йог-Сотот, Дагон һәм башҡа яуыз аллалар, меңәр йыллыҡ йоҡоларынан уянып, кешелекте ҡот осҡос яҙмышҡа дусар итәсәк… Яҙыусының ижадында «Некрономикон» («Үлеләр китабы») ҙур урын алып тора. Был китапты, йәнәһе, аҡылдан яҙған ғәрәп Абдулла Әл-Хәҙрәд яҙған. Был һәм башҡа китаптарҙа кеше белергә тейеш булмаған серҙәр яҙылған була. Әҫәрҙәрҙә «Үлеләр китабы» менән яҡындан танышыу, уны асыу, әҙ генә өлөшөн уҡыу ҙа герой өсөн аҡылдан яҙыу, һәләкәт менән тамамлана. Был китаптар тураһында ентекле һөйләнелмәй, автор уларҙы ҡурҡыныс солғаныш булдырыу өсөн телгә ала. Лавкрафтың әҫәрҙәрендә ваҡиғалар, ғәҙәттә, Американың тын һәм бәләкәс кенә ҡалаларында бара. Иң ҡурҡыныс нәмәләр тын урындарҙа була, тип һанаған яҙыусы.
 
=== «Ктулху саҡырыуы» хикәйәһе ===