Төрки ҡағанлығы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
→‎Ҡағанлыҡ тарихы: аныҡлаштырыу
33 юл:
Жужандәрҙең һөжүмдәре арҡаһында көсһөҙләнгән усундар ҡаршылыҡ күрһәтмәй, 555 йылда Истеми ғәскәрҙәре [[Арал диңгеҙе]]нә барып етә. Әммә Аралдан төньяҡта йәшәгән ''уар'' менән ''эфталит'' ҡәбиләләре ныҡлы ҡаршылыҡ күрһәтә, улар бары тик 558 йылда ғына яулап алына. Төркиҙәр [[Волга]]ға килеп етә, әммә уның аръяғына сығып тормай. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бына шулай Волганан ''Хинган'' тауҙарына тиклемге биләмәләрҙә ҙур күсмә империя төҙөлә.
 
561—563 йылдарҙа төркиҙәр эфталиттарға ҡаршы [[Иран]] менән килешеү төҙөй. 564 йлда шаһ ''Хосрау Ануширван'' етәкселегендәге ғәскәрҙәр стратегик яҡтан бик мөһим өлкәне — Тохарстанды ҡулға төшөрә. 565 йылда ''Нахшаб'' янындағы һуғышта төркиҙәр еңеүгә ирешә, һәм ''Соғд'' Төрки ҡағанлығына ҡушыла. Эфталиттарҙың төп көсө 567 йылда ''Бохара'' эргәһендә тамам ҡыйратыла. Урта Азияны яулап алғандан һуң, ҡағанат [[Бөйөк Ефәк юлының]] һиҙелерлек өлөшөн үҙ күҙәтеүенә ала. Улар хакимлеге аҫтындағы төркиҙәр, соғҙиҙар Византия менән турана-тура сауҙа бәйләнештәре алып барыу яҡлы була. Шуға бәйле 568 йылда Истеми ҡаған соғҙи сауҙагәре Маниах етәкселегендә [[Константинополь|Константинополгә]] илселек ебәрә. Византия императоры Юстин II менән һөйләшеүҙәр алып барыу һөҙөмтәһендә сауҙа килешеүенә һәм Иранға ҡаршы хәрби килешеүгә ҡул ҡуйыла. Византия-төрки союзы төҙөлгәндән һуң Иран ҡағанатҡа йыл һайын 40 мең алтын [[динар]] күләмендә яһаҡ түләргә һәм сауҙа эштәренә ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә тейеш була.
575 йылда Иран менән Византия төркиҙәргә ҡаршы берләшә. Быға ҡаршы яуап итеп 576 йылда төрки ғәскәрҙәре Византия вассалы — Киммерий Боспорын ҡыйрата, Ҡырымға һәм Көнбайыш Кавказға еңеүле походтар яһай. Шул яулап алыуҙары һөҙөмтәһендә ҡағанат Бөйөк Ефәк юлының бөтә мөһим участкаларын үҙ күҙәтселегендә тота башлай, шул арҡала карауан сауҙаһынан төрки аҡһөйәктәре ҙур табыш ала.
576—577 йылдарҙа Төрки Ҡағанлығы Төньяҡ Ци ҡытай дәүләтен ҡыйрата. Икенсе ҡытай дәүләте, Төньяҡ Чжоу, Төрки Ҡағанлығы йыл да 100 мең киҫәк ефәк туҡыма менән яһаҡ түләй.