Ғәбәши Солтан Хәсән улы — версиялар араһындағы айырма

ә
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә (→‎Һылтанмалар: clean up using AWB)
ә
 
== Биографияһы ==
1898 йылда [[Ғосмания мәҙрәсәһе]]ндә, һуңыраҡ Өфө реаль училищеһында һәм [[Ғәлиә мәҙрәсәһе]]ндә, 1916—171916—1917 йылдарҙа [[Ҡазан университеты]]нда уҡый, бер үк ваҡытта [[Өфө]] һәм [[Ҡазан]]дың танылған музыканттарынан музыка дәрестәре ала. 1917 йылдан алып Ҡазандың музыка һәм педагогия техникумдарында уҡыта. 1932 йылдан башлап Өфөлә йәшәй: Башҡортостан милли мәҙәниәт ҒТИ хеҙмәткәре, бершул үкуҡ ваҡытта [[Башҡорт сәнғәт техникумы]]нда уҡыта; 1936 йылдан алып [[БАССР]] ХКС эргәһендәге Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ хеҙмәткәре. 1941 йылдан башлап [[Салҡаҡ]] урта мәктәбе уҡытыусыһы. Композиторҙың ижадына милли аһәң һәм классик музыка тәьҫирлелеге берлеге хас.
 
== Эшмәкәрлеге ==
[[Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы|Ғ. С. Әлмөхәмәтов]] һәм В. И. Виноградов менән берлектә «Сания» (Ф. Әмирхан либреттоһы, 1925) һәм «Эшсе» ([[М. Ғафури]] либреттоһы, 1930; икеһе лә Ҡазанда татар телендә ҡуйыла) операларын, шулай уҡ БАССР‑ҙың барлыҡҡа килеүенә 10 йыл тулыуға арнап, симфоник оркестр өсөн «Тантаналы марш» (1929) һ. б. ижад итә. «Вальс», «Ҡайғы», «Пикник», «Ҡайғынан һуң шатлыҡ», «Марш», «Йәшлек» һ. б. инструменталь пьесалар; Ғ. Исхаҡиҙың «Зөләйхә», Ф. Бурнаштың «Таһир менән Зөһрә», Ғ. Рәхимдең «Буҙйегет», М. Джанандың «Шаһнамә» һ. б. спектаклдәргә музыка; [[М. Хәй]] һүҙҙәренә «Ҡурай» һәм а cappella хоры өсөн «Кәкүк» вокаль циклы авторы; башҡ.башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртә. СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Өфөлә һәүәҫкәр хорҙар һәм оркестрҙар ойоштора, лекциялар менән сығыш яһай, башҡорт һәм татар милли музыкаһы тураһыда мәҡәләләр яҙа.
 
== Әҫәрҙәре ==
1909 йылда Өфө «Милли көйҙәр, сәхнә һәм әҙәбиәт» түңәрәге концерттарында ҡатнаша, Әлмөхәмәтов менән бергә Көньяҡ Урал буйлап һәм Волга буйында гастролдәрҙә була. 1932—341932—1934 йылдарҙа Башҡортостан буйлап музыкаль-этнографик экспедицияларҙа Ғ. (А. С. Ключарёв менән берлектә) 50 башҡорт халыҡ йырын яҙып алып, нотаға һала, улар «Башҡорт халҡхалыҡ йырҙары» (1935) йыйынтығына инә. 1932 йылда Өфө эшселәре һәм ҡыҙылармеецтары араһында йыйған фольклор әҫәрҙәре өлгөләре «Фабрика һәм завод йырҙары» («Песни фабрик и заводов»), «Ҡыҙылармеецтар йырҙары» («Красноармейские песни») йыйынтыҡтарына нигеҙ була. «Башланғыс мәктәптәр өсөн музыканан программа» (1933; [[Ибраһимов Хәбибулла Кәлимулла улы|Х. К. Ибраһимов]] һәм И. В. Салтыков м‑нменән берлектә) төҙөүселәренең береһе.
 
Композиторҙар союзы ағзаһы (1940).
11 547

үҙгәртеү