Шәмсетдин Зәки: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә clean up using AWB
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
 
== Тормош юлы ==
Ғөбәйҙуллин Шәмсетдин Йәрмөхәмәт улы [[1822]] йылда [[Ырымбур губернаһы]] [[Ырымбур өйәҙе]] 10-сы Башҡорт кантоныны [[Бөрйән]] улусының (хәҙерге [[Башҡортостан]]дың [[Көйөргәҙе районы]]ның) [[Зәк-Ишмәт|Иҙәк]] утарында мулла ғаиләһендә тыуған.
 
Ул тыумыштан һуҡыр була (башҡа мәғлүмәттәр буйынса бала саҡта һуҡырая). [[Балыҡлы мәҙрәсәһе]]ндә, [[Ҡазан]]дағы Мөхәмәткәрим мәҙрәсәһендә белем ала.
 
Ауылдашы З. МөхәмәтрәхимиҙеңМөхәмәтрәхими теркәүенсә<ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=781 Зәйтүнә ШӘРИПОВА,филология фәндәре докторы, БДУ профессоры.]</ref>, ''ун өс йәшлек малай мәҙрәсәлә ҡыш сыҡҡансы, башҡаларға эйәреп һәм бары ишетеү буйынса, сарыф менән нәхеү дәрестәрен, фарсы телен үҙләштерә. Икенсе йылға ул ХIII быуаттың данлыҡлы фарсы шағирҙары — суфый Ф. Ғаттарҙың айырым әҫәрҙәрен, Сәғди Ширазиҙың атаҡлы «Бостан», «Гөлбостан» китаптарын яттан уҡый, шулар өлгөһөндә ижади илһам тоҡана үҫмер йөрәгендә''.
 
Һуңынан ул Таймаҫ ауылында шәкерттәргә белем бирә. Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлына баҫҡас, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта башлай. Шәмсетдин Зәкиҙе бөрйән ырыуының аҫаба башҡорто һәм шағир, [[Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы|Аҡмулланы]]ң уҡытыусыһы итеп кенә түгел, шулай уҡ Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлындағы йөҙҙәрсә суфыйҙарҙың мөршиде итеп тә беләләр. Тап суфыйҙар [[XX быуат]] башында үҙ халҡын ойоштороп, III Башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһын төҙөүгә өлгәшә<ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=781 Сәғит хажи ИСМӘҒИЛЕВ. БӨРЙӘН ЫРЫУЫ БАШҠОРТО УЛ.]</ref> .
Беҙ Шәмсетдин Зәкиҙе бөрйән ырыуының аҫаба башҡорто һәм шағир, [[Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы|Аҡмулланы]]ң уҡытыусыһы итеп кенә түгел, шулай уҡ Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлындағы йөҙҙәрсә суфыйҙарҙың мөршиде итеп тә беләбеҙ. Тап улар, йөҙҙәрсә, меңдәрсә суфыйҙар [[XX быуат]] башында үҙ халҡын ойоштороп, III Башҡорт ҡоролтайында Башҡортостан Республикаһын төҙөүгә өлгәшә<ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=781 Сәғит хажи ИСМӘҒИЛЕВ. БӨРЙӘН ЫРЫУЫ БАШҠОРТО УЛ.]</ref>
 
[[1865]] йылдың сентябрендә Таганрог ҡалаһында вафат булған.