Галактика: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:NGC 4414 (NASA-med).jpg|мини|300пкс|'''[[NGC 4414]]''', Вероника сәстәре [[йондоҙлоҡ|йондоҙлоғондағы]] спираль галактика, диаметры ≈17 [[Кпк]], [[Ер (планета)|Ерҙән]] ≈20 [[Мпк]] алыҫлыҡта]]
'''Гала́ктика''' ({{lang-grc|Γαλαξίας}}  — һөтлө)  — гигант, [[ҡара материя]], [[йондоҙ]]-ара [[газ]] һәм туҙан, йондоҙҙарҙың гравитация көсө менән бәйле гигант системаһы. Галактика составындағы барлыҡ объекттар дөйөм масса үҙәге тирәләй хәрәкәт итә<ref name="GiUanIntro-2">{{книга |автор=Sparke L. S., Gallagher III J. S. |заглавие= |оригинал=Galaxies in the Universe: An Introduction |ссылка=http://books.google.com/books?id=tzNF79roUfoC&hl=ru&source=gbs_navlinks_s |издание=2 |издательство=Cambridge University Press |год=2007 |страницы= |страниц=442 |серия= |isbn=0521671868}}{{v|2011|11|30}}</ref>{{sfn|Засов и Постнов|2006|с=290}}<ref name="Kononovich">{{книга |автор=Кононович Э. В., Мороз В. И. |часть=11.1. Объекты, принадлежащие нашей Галактике |ссылка часть= |заглавие=Общий курс астрономии |ссылка= |викитека= |ответственный=Иванов В. В. |издание=2 |место=М |издательство=Едиториал УРСС |год=2004 |страницы=433 |страниц=544 |серия= |isbn=5-354-00866-2 |тираж=3000}}{{v|2011|11|30}}</ref>.
 
== Масса һәм үлсәме ==
Галактиканың магнит ҡыры бар, уны ғәйәт ҙур энергия кисәксектәре ағымы  — космик нурҙар киҫеп үтә. Галактика йондоҙҙары ҡатлаулы һәм шаҡтай төҙөк фигура хасил итеп, уның үҙәге шар һымаҡ ҡалынайып торған яҫы диск рәүешендә күренә.
 
Галактиканың диаметры 100 меңгә яҡын [[яҡтылык йылы]]н тәшкил итә (1 яҡтылык йылы  — яҡтылык 1 йылда уҙған ара). Диск йондоҙҙарҙың сферик ассистемаһы (гало) менән әйләндереп алынған, уның радиусы 70 мең яҡтылык йылы самаһы. Үҙәк өлкәнән диск ситтәренә табан ғәйәт ҙур спираль тармактар һуҙылған. Галактиканың айырыуса яҡты йондоҙҙары күберәк шуларҙа тупланған. Ҡояш системаһы Галактика дискының симметрия яҫылығында тиерлек, үҙәктән радиустың өстән ике өлөшө самаһы йыраҡлыкта урынашҡан. [[Ер (планета)|Ерҙән]] күҙәтеүсе дискты «ҡабырға» йүнәлешендә ҡараһа, йондоҙҙарҙың тоташ таҫма булып яҡтырып тороуын, бөтә күкте солған алған [[Ҡош юлы]] (Галактиканың икенсе исеме) хасил итеүен күрә. Галактиканың массаһы бик ҙур, сама менән 3•10 41  кг.
 
== Формаһы һәм составы ==
[[Ҡояш]] Галактика үҙәге тирәләй 220  млн йыл эсендә әйләнеп сыға. Галактиканың йолдозҙҙар составы ғәйәт күп төрлө. Йондоҙҙарҙың айырым төркөмдәре йәше, химик составы, торошө һәм Галактика үҙәге тирәһендә әйләнеү рәүеше менән бер-берһенән бик ныҡ айырыла. Шул сифатламаға ҡарап, Галактикалағы йондоҙҙар гало, йоҡа диск, ҡалын диск кеүек өс ассистемаға бүленә. Гало ассистемаһын 13—15  млрд йәштәге иң ҡарт йондоҙҙар тәшкил итә. Уларҙа ауыр элементтар Ҡояштыҡына ҡарағанда бер ярым - — өс мәртәбә аҙыраҡ һәм улар һуҙынҡы орбита буйынса хәрәкәт итә. Гало үз эсенә тиҫтә меңдәрсә йондоҙҙо эсенә алған гравитацион бәйләнештәге системаларҙы  — шар һымаҡ йолдоҙ тупланышларын ала. Ҡояш йоҡа диск (уның ҡалынлығының яртыһы 1 мең яҡтылык йылынан артмай) ассистемаһына керә. Был ассистемалағы йолдыҙҙар 9  млрд. йәштән дә ҡарт түгел, улар араһында бөтенләй йәш, бер нимә млн. йәштәге йондоҙҙар ҙа осрай. Был хәл Галактикала йондоҙҙар яһалыу дауам итүен раҫлай. Йоҡа диск ассистемаһындағы йондоҙҙарҙың химик составы Ҡояштыҡы кеүегерәк, улар Галактика үҙәге тирәләй түңәрәккә яҡын орбиталар буйынса хәрәкәт итәләр. Был ассистемага йөззәрсә, меңдәрсә йондоҙҙарҙы, ҡайнар йондоҙҙарҙы, пульсарҙарҙы, рентген һәм гамма нурҙары сығанаҡтарын, йондоҙ-ара газ һәм туҙан болоттарын эсенә алған тарҡау йондоҙ тупланмалары керә. Ҡалын дисктағы йондоҙҙар төркөмө (диск ҡалынлығының яртыһы 6 мең яҡтылыҡ йылы самаһы) фәзалағы торошо буйынса уртала, әмма йәше (12—13  млрд йыл) менән ул йоҡа диск йондоҙҙарына ҡарағанда галога яҡыныраҡ.
 
Галактиканың төзөлөшөн хәҙергесә күҙаллау XX быуаттың 20—30-сы йылдарында Америка астрономдары Х. Шепли һәм Р. Трюмплер тикшеренеүҙәре нәтижәһендә формалаша башлай. Спираль тармактар булыуын [[1951 йыл]]да Америка ғалимдәре У. Морган, С. Шарплесс һәм Д. Остерброк иҫбатлай. Галактиканың үҙәк өлкәһенең беренсе һүрәттәрен 1948 йылда совет ғалимдәре В. Б.  Никонов, А. А.  Калиняк һәм В. И.  Красовский инфракыҙыл нурҙарҙа төшөрөп алалар. [[XX быуат]]тың 40-сы йылдарында немец астрономы В. Г.  Бааде, совет ғалимдәре Б. В.  Кукаркин һәм П. П.  Паренаго Галактикала төрлө йондоҙ төркөмдәре булыу концепцияһын үҫтерәләр.
 
Ҡазан университетында Галактиканы өйрәнеү эштәре [[XIX быуат]]тың 50-се йыллдарында башлана. 1859 йылда М. А.  Ковальский Галактиканың әйләнеше тураһындағы идеяны беренсе булып әйтә һәм фазала Ҡояш хәрәкәтен билдәләү ысулын тәҡъдим итә. Уға бәйһез рәүештә Америка астрономы Д. Б.  Эри ла шул ук ысулды тәҡъдим итә (Ковальский-Эри ысулы). XX быуттың 20-се йылданда ғына күҙәтеүҙәр нәтижәсендә Галактиканың әйләнеше раҫлана, [[1927 йыл]]да Нидерланд (Голландия) астрономы Я. Оарт Галактиканың әйләнешен тулыһынса иҫбатлай. Ҡазан галимы Ш. Т. Хәбибуллин (1948, В. П.  Энгельгардт исемендәге Астрономия обсерваторияһы) Галактикала йондоҙҙар таралыу тығыҙлығын бер нисә йүнәлештә тикшерә. Шунан һуң 1950—80 йылдарҙа Галактикалағы спираль тармаҡтарның торошон һәм рәүешен асыҡлау буйынса тикшеренеүҙәр циклы башлана. [[2000 йыл]]да [[Ҡазан]] ҡала астрономия обсерваторияһы тарафынан ҡалын дисктағы йондоҙҙар төркөмөнөң, гало төркөмөндәге йондоҙҙар кеүек үк, ҡарт булыуын раҫлаған күҙәтеү мәғлүмәте алына.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Әҙәбиәт ==
* Морочник Л. С., Сучков А. А.  Галактика. М., 1984; Физика космоса: Маленькая энцикл. М., 1986.
 
== Сығанаҡ ==
* [http://tatarile.org/maglumat/%D0%BC%D3%99%D0%BA%D0%B0%D0%BB%D3%99/%D0%B3%D0%B0%D0%BB%D0%B0%D0%BA%D1%82%D0%B8%D0%BA%D0%B0 Галактика. Татар энциклопедияһы] {{Ref-tt}}
 
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>
 
[[Категория:АстрономияАстрономик объекттар]]
[[Категория:Астрофизика]]
[[Категория:Космос]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Галактика» битенән алынған