Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
42 юл:
762 йылда хәлифә [[:ru:Абу Джафар аль-Мансур|Абу Йәғәфәр әл-Мансур]] ''Тигр'' йылғаһы буйындағы бәләкәй генә ауыл урынында буласаҡ ҡалаға [[Бағдад]]ҡа илдең башҡалаһын күсерә. Башҡала өсөн урын уңышлы һайланған: ике йылға араһының (Тигр һәм ''Ефрат'') уңдырышлы, халыҡ тығыҙ ултырған үҙәгендә ''Ғәрәбстан''дан, [[Сирия]]нан, ''Кавказ'' аръяғынан, [[Иран]]дан килгән сауҙа юлдары киҫешкән.
 
Ғәббәсиҙәр династияһы идара иткән йылдарҙа ғәрәптәр ''Сицилия'', ''Кипр'', ''Крит'' утрауҙарын һәм Көньяҡ [[Италия]]ның бер өлөшөн баҫып ала. Яулап алынған өлкәләрҙә крәҫтиәндәрҙән ҙур һалым йыйылған. [[Ислам]] динен ҡабул иткәндәр башта йән башынан алына торған һалымдан азат ителгәндәр, был яулап алынған илдәрҙә күп халыҡтың икенсе дингә күсеүенә этәргес биргән. Әммә һуңғараҡ был ташлама бөтөрөлгән. Мосолмандар [[Иран]], [[Ираҡ]], [[Афғанстан]], [[Мысыр]], [[Сирия]], Африканың байтаҡ өлөшө, [[Һиндостан]]дың бер өлөшө һәм Индонезияның күпселек халҡын тәшкил иткән. Ғәббәсиҙәр осоронда ислам Урта Азияла, Төньяҡ һәм Көнсығыш Кавказ менән [[ИҙелВолга]] буйының күп халыҡтары араһында нығынған.
 
Хәлифәлектә мосолман булмаған бөтә кешеләр юғары һалымдар түләгән һәм үҙ иҫәптәренә ғәскәр аҫрарға тейеш булған. Баҫып алынған илдәрҙең халыҡтарына ҡорал йөрөтөү тыйылған, улар ғәрәптәрҙән кейемдәре менән айырылып торорға тейеш булғандар. Уларға судта мосолманңдарға ҡаршы шаһит булып сығыш яһарға рөхсәт ителмәгән.