Никотин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
категория
ә clean up using AWB
17 юл:
}}
 
'''Никоти́н''' — [[эт ҡарағаты һымаҡтар]] (''Solanaceae'') ғаиләлеге үҫемлектәрендә, айырыуса [[тәмәке (үҫемлек)|тәмәке]], махоркала, бик аҙ күләмдә [[томат]], [[бәрәңге]], [[баклажан]], йәшел [[борос]]та тупланыусы алкалоид<ref>Алкалоидтар, (урта быуат лат. alkali — һелте һәм гр. eidos — төр), составында азот булған тәбиғи сығышлы органик нигезҙәр. Структур яҡтан күп төрлө физиологик активлыҡҡа эйә. Алкалоидтар молекулалағы углерод-азот каркасының төзөлөшө (пиридин, хинолин, акридин, изохинолин, хиназолин, фенилэтиламин һ.б. төркем, шулай ук стероидлы, колхицинлы, терпенлы һ.б. төркөм алкалоидтар), һирәк осраҡта — филогенетик билдәләре (бер затҡа ҡараған үҫемлекләр составындағы матдәләр бер төркөмгә индерелә) буйынса классификациялана. ИҙелВолга һәм Урал буйы флораһы алкалоидлы үҫемлекләргә бай: [[айыутабан]], [[ҡамсат сәскә]], [[һөйял үләне]], [[йылан көпшәһе]] һ.б. Алколоидтар (морфин, кофеин, кодеин, пилокарпин, галантамин, папаверин, атропин, резерпин, эфедрин, аймалин һ.б.) медицинала, ветеринарияла ҡулланыла. Ҡайһы бер алкалоидтар — көслө ағыуҙар (аконитин, стрихнин, тубакурарин, гелиотрин һ.б.).Сығанаҡ: [http://nullбашкирская-энциклопедия.рф/index.php/read/8-statya/692-alkaloidtar Башҡорт энциклопедияһы]</ref> Никотин алкалоидтар шулай уҡ кока япраҡтарында бар. Никотин ҡоро тәмәкенең 0,3 — 5 % ауырлығын тәшкил итә, махоркала 2,2 %. Никотиндың биосинтезы тамырҙа, ә никотин туплануы япраҡтарҙа уҙа. Никотин — [[бөжәктәр]]гә тәҫир итеүсе нейротоксин һәм кардиотоксин; шунлыҡтан элек инсектицид булараҡ файҙаланылған.
 
== Тарихы һәм атамаһы ==
23 юл:
 
== Химик үҙенсәлектәре ==
Никотин — гигроскопик әсе тәмле майлы шыйыҡса, [[нигеҙҙәр|нигеҙле]] формула буйынса һыү менән еңел ҡушыла. [[аминдар|Амин]] булараҡ никотин кислоталар менән тоҙ барлыҡҡа килтерә, тоҙҙары ҡаты һәм һыуҙа яҡшы эреүсән. Никотин [[тире]] аша еңел үтеп инә. Башласа никотин ҡайныу температураһынан тәбәнерәк температурала янып бөтә. Пар баҫымы түбән булыуға ҡрамаҫтан, һауала ялҡынланыу температураһы 95 &nbsp;°C. Шул сәбәпле никотиндың күп өлөшө тәмәке тартҡанда янып бөтә, әммә ҡалған өлөшө эскә һүлыш алғанда етә. Никотин ағыуһыҙ никотин кислотаһына тиклем окислана (РР витамины). Тик кеше организмында окислау өсөн кәрәкле ферменттар юҡ. Шуға күрә хроник тәмәке тартыусылар ҙа [[Пеллагра|был витамин]] етмәүҙән зарар күрә.
 
== Фармакология ==
32 юл:
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
 
[[Категория:Алкалоидтар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Никотин» битенән алынған