Әхмәт ибн Фаҙлан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә →‎Сәйәхәте: clean up using AWB
19 юл:
 
== Сәйәхәте ==
[[Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге|Бағдад хәлифәһе]] һарайында хеҙмәт итә. 921-22 йылдарҙа Болғарга әл-Моктәдир илселеге сәркәтибе. Юл яҙмалары алып бара, һуңынан шулар нигеҙендә ''ИҙелВолга буйы Болғары дәүләте''нә барыуҙары тураһында сәйәхәтнамә төҙөй.
 
Бағдадтан 921 йылдың 21 июнендә сығып киткән ҙур илселек башта Шәреҡтең кесе һәм ҙур ҡалалары аша үтә, унан һуң Бохараға килеп етә, әмир тарафынан ҡабул ителә. Тик Бохара әмире уларға юлды дауам итергә рөхсәт бирмәй, илселеккә 28 көн Бохарала тотҡарланырга тура килә. Унан илселек ҡарауаны Харәземгә килеп керә һәм әл-Жөржанда туҡтала. Һыуыҡтар башланыу сәбәпле, илселек ҡышты Иҫке Үргәнестә үткәрергә мәҗбүр була.
25 юл:
Яҙ еткәс, илселек ҡабат юлга ҡуҙғала. Харәзем өлкәһе сигендә урынлашҡан Төрктәр ҡапҡаһын (Баб ат-Төрк) уҙып, төрки-уғыҙҙар йәшәгән далаға килеп керә. 15 көн дауамында буш даланан барғас, төрки-уғызҙар ҡәбиләһе менән осраша. Юлда осраған бер нисә йылға аша сығып, бәжәнәктәр янында бер төн ҡунғандан һуң, илселек ҙур юғалтыуҙар менән [[Яйыҡ]]ты кисә һәм башҡорт ҡәбиләләре йәшәгән ергә аяҡ баҫа.
 
922 йылдың 12 майында илселек Болғар иле ерҙәренә килеп етә. Был ваҡиға һәм болғарҙарҙың ислам динен ҡабул итеүе уңайынан ҙур тантаналар башлана. Китапта болғар идарасыһының ҡунаҡтарҙы ҡабул итеү йолаһы, уларҙың, хазәрҙәрҙең, рустарҙың, ИҙелВолга-Урал төбәгендә, Урта [[Азия]]ла йәшәгән башҡа халыҡтарҙың һәм ҡәбиләләрҙең көнкүреше, хужалығы һәм ғөрөф-ғәҙәттәре ентекләп тасуирлана.
 
Көндәлек-сәйәхәтнамәлә Ибне Фаҙландың ИҙелВолга буйы Болғар дәүләтенән шул уҡ йылда, «көндәр ҡыҫҡара башлағас» китеүе тураһында хәбәр ителә. Уның шунан һуңғы яҙмышы билдәһеҙ.
 
== Әҙәбиәт ==