Девон осоро: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә Перемещение 1 интервики на Викиданные, d:q65955
ә clean up using AWB
3 юл:
 
Был системаның ултырмалары беренсе булып табылған Девоншир графлыгы (Англия) исеме менән бәйле. Ерҙең геологик тарихында палеозой эраһының дүртенсе осорона тура килә торған аҫтан дүртенсе системаһы. Стратиграфик шкалала [[силур осоро]]нан һуң һәм [[ташкүмер осоро]]нан алда урынлашҡан. 410 млн. йыл элек башлана һәм 60 млн. йылға яҡын һуҙыла. 3 бүлеккә һәм 7 ярусҡа.
Был ваҡытта үҫемлектәр ҡитғаларҙы яулап ала башлай, беренсе [[абаға]] һымаҡтар, иң боронғо [[асыҡ орлоҡлолар]], быуынтыҡ һабаҡлылар барлыҡҡа килә, [[Ер (планета)|Ер]] өҫтө хайуандары үрсей, континент бассейндарында [[балыҡтар]] киң үҫеш ала. Девон аҙағында суҡ ҡанатлы балыҡтарҙан беренсе [[амфибиялар]] - стегоцефалдар барлыҡҡа килә, диңгеҙ умыртҡаһыҙҙары: брахиоподтар, остракод, мәрйәндәр киң үҫеш ала, [[бөжәктәр]] араһында [[cелтәр ҡанатлылар]] арта. Ҡомташ, алеврит, эзбисташ, аргиллиттар, доломиттар, тимерле минералдарҙан (шамозит, сидерит) ултырмалары барлыҡҡа килә. Урта девон аҙағында Пашия (юғары девон) ваҡытында территорияның әҙерәк күтәрелүенән һуң диңгеҙҙең яңынан күтәрелеүе башлана, [[гипс]], [[ангидрит]], [[мергель]], балсыҡлы битумлы сланецтар, ҡомташ, [[балсыҡ]] ҡатламдары ҡатнаш доломит ултырмалары һәм эзбисташтар айырылып сыға. Девон ултырмаларына Көнсығыш Европа платформаһының ҡырый өлөшөнөң (ИҙелВолга-Урал бассейны) уңай структуралары менән бәйле төп [[нефть]] тупланмалары һәм яныусан битумлы сланецтар тура килә. Донъяның башҡа төбәктәрендә девон ултырмаларында [[ташкүмер]], [[алмаз]], [[тимер]], [[марганец]], [[никель]], [[хром]], [[алтын]] һ.б. ятмалары табылған.
 
== Әҙәбиәт ==
12 юл:
== Иҫкәрмәләр ==
<references/>
 
 
 
[[Категория:Геологик эралар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Девон_осоро» битенән алынған