Ҡыпсаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up using AWB
1 юл:
[[Файл:Kypchak steppe 11-12.png|thumb|right|400px|Ҡыпсаҡ далаһы. Ҡыпсаҡтарҙың Евразиялағы биләмәһе, [[XI быуат]] аҙағы — [[XII быуат]] башы]]
'''Ҡыпсаҡтар''', йәки '''ҡомандар''' — төрки сығышлы күсмә халыҡ. XI быуат башында [[ИҙелВолга]] (Волга) артынан [[Ҡара диңгеҙ]] яны далаларына үтәләр, унан бәшәнәктәрҙе һәм уғыҙҙарҙы ҡыҫырыҡлап сығаралар. Шунан ҡыпсаҡтар [[Днепр]] аша сыға һәм [[Дунай|Дунайҙың]]ҙың түбәнге ағымына етә, Дунайҙан Иртышҡа тиклем Бөйөк даланың хужаларына әйләнә. Ул шул заман көнсығыш сығанаҡтарында [[Дәшти Ҡыпсаҡ]] тип атала башлай (урыҫ сығанаҡтарында Поле половецкое). [[Алтын Урҙа]] барлыҡҡа килгәс, ҡыпсаҡтар [[Монголия|монгол]] баҫҡынсыларын ассимиляциялай, уларға үҙ телен бирә. Ҡыпсаҡ теле [[Башҡорт теле|башҡорт]], [[Татар теле|татар]], ҡарасәй-балҡар, нуғай, [[Ҡаҙаҡ теле|ҡаҙаҡ]], ҡумыҡ, [[Ҡарағалпаҡ теле|ҡарағалпаҡ]] һәм башҡа телдәрҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһаған.
 
== Тарихы ==
Б. э. т. 201 йылда телгә алынған «кюеше» йәки «цзюеше» атамаһын ҡайһы бер тикшереүселәр ҡыпсаҡтарға бәйләнешле, тип һанай. Рәшид-әд-диндең "Йылъяҙмалар йыйынтығы"нда ҡыпсаҡтарҙың килеп сығышы тураһында генеалогик риүәйәттәр һаҡланған. Уғыҙ-хан хаҡындағы риүәйәт буйынса, уғыҙҙарҙың ит-барак ҡәбиләһенә ҡаршы уңышһыҙ походы ваҡытында тыуған мифик малайға «ҡыпсаҡ» исеме бирәләр (Әбелғәзи буйынса, «ҡыуышлы ағас» тигәнде аңлата). Шулай уҡ Рәшид-әд-дин яҙыуынса, ҡыпсаҡтар уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләһенең береһе булған.
 
Ҡыпсаҡтарҙың ата-бабалары һарҙар IV—VII быуаттарҙа монгол [[Алтай тауҙары|Алтайы]] һәм көнсығыш [[Тянь-Шань]] араһында күсмә тормош алып барғандар. Улар 15 уйғыр ҡәбиләһе иҫәбендә атала. Һарҙар 630 йылда үҙ дәүләтен булдыра. «Ҡыпсаҡ» атамаһы тәүге тапҡыр Үҙәк Монголияла Рамстед тарафынан табылған таҡтаташта осрай. Унда яҙылған текст Көнсығыш төрки ҡағанатына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Билге ҡағандың ҡәберлегенең бер өлөшө булып тора. Унда «Төрки ҡыпсаҡтар беҙҙең өҫтән 50 йыл хакимлыҡ иткәндә…» тигән һүҙҙәр бар. Ҡағанат һуңынан башҡа ҡәбиләләр һәм ҡытайҙар тарафынан VII быуат уртаһында юҡ ителгән. Һарҙарҙың юғары ҡатламының күп өлөшөн уйғырҙар ҡырған, ҡәбиләнең ҡалған өлөшө Иртыштың үрге ағымына һәм Көнсығыш Ҡаҙағстан далаларына күсенә, һарҙар үҙ атамаларын «ҡыпсаҡ»ҡа алмаштыра («бәхетһеҙҙәр»). 744 йылда уйғырҙар Көнсығыш төрки ҡағанатын ҡыйратҡас, Кимак ҡағанаты составында булалар. IX быуат уртаһына кимактарҙан өҫтөнлөк алалар, ә X быуат уртаһына уларҙы тамам йоталар. XI быуат башында ҡыпсаҡтар Хорезмдың төньяҡ-көнсығыш сиктәренә етә, уғыҙҙарҙы Һырдаръяның түбәнге ағымынан [[Урта Азия|Урта Азияға]]ға һәм Ҡара диңгеҙҙең төньяҡ далаларына ҡыҫырыҡлап сығара. XI быуат уртаһына ҡыпсаҡтарға [[Ҡаҙағстан|Ҡаҙағстандың]]дың бөтә биләмәһе тиерлек буйһона. Көнсығыш сиктәре Иртышта, көнбайышы ИҙелдәВолгадә (Волга), көньяғы Талас йылғаһында, төньяғы көнбайыш Себер урмандарында була. XI быуаттың уртаһынан монгол яуына тиклем урыҫ кенәзлектәренә һөжүм яһайҙар, ҡайһы саҡ кенәздәрҙең үҙ-ара һуғыштарында теге йәки был феодал яғында сығыш яһайҙар. Ҡыпсаҡтар Икенсе Болгар батшалығына һиҙелерлек йоғонто яһай һәм урта быуаттарҙа өлөшләтә улар тарафынан ассимиляциялана. Монгол яуы ваҡытында ҡыпсаҡтар үҙ аллы сәйәси берәмек булыуҙан туҡтай, әммә Алтын Урҙаның төрки халҡының төп өлөшөн тәшкил итә. Ҡыпсаҡтар [[башҡорттар]], [[татарҙар]], [[ҡырғыҙҙар]], [[ғағауыздар]], [[үзбәктәр]], [[ҡаҙаҡтар]], [[ҡырым татарҙары]], [[себер татарҙары]], [[нуғайҙар]], [[ҡарасәйҙәр]], [[балҡарҙар]], [[Ҡумыҡтар|ҡумыҡтарҙыңҡумыҡтар]]ҙың формалашыуына ҙур өлөш индергән, тип һанала.
 
== Ырыу ойошмаһы һәм сәйәси ҡоролошо ==
Ҡыпсаҡтарҙа хәрби-демократик ҡоролош була. Ҡыпсаҡтар бер нисә ырыуға бүленгән, улар ҙур ҡәбилә берләшмәләренә ойошҡан, үҙәктәре булып ябай ҡышлау ҡаласыҡтары торған. XII быуаттың уртаһына 12-15 ҡыпсаҡ урҙаһы булған, һәр урҙа яҡынса 40 000 кешенән торған. Русь, Византия, [[Болгария|Болгарияға]]ға ҡаршы һөҙөмтәле һуғыш алып барыу кәрәклеге арҡаһында урҙалар берлектәре барлыҡҡа килгән, улар эре сәйәси берләшмә булған. Юғары ҡатлам вәкилдәре йыйынында был берләшмәнең етәксеһе ҡаған («хандар ханы») һайланған. Ул үҙ ҡулында ҙур власть туплаған: походтар, барымталар ойоштороу, солох килешеүҙәре төҙөү хоҡуғына эйә булған.
 
== Хәрби эше ==
39 юл:
* Стоянов В. Куманология. Историографски ескизи. Т. 1-2. София: БАН Марин Дринов, 2009.
* Vásáry, I. Turks, Tatars and Russians in the 13th-16th Centuries. Aldershot, 2007 (Variorum Collected Studies Series: CS884).
 
[[Категория:Алфавит буйынса халыҡтар һәм милләттәр]]
[[Категория:Ҡыпсаҡтар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡыпсаҡтар» битенән алынған