Хатшепсут: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә r2.6.4) (робот үҙгәртте: sh:Hatšepsut
Assele (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
Боронғо Мысырҙа ҡатын-ҡыҙ юғары статусҡа эйә була, шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙың фирғәүен титулына эйә булыуы — ғәҙәти күренеш түгел. Мысырҙа тәхеттәге ҡатынды аңлатыусы һүҙ бөтөнләй юҡ, фирғәүен һүҙе, Мысыр аллаһы [[Хор]]ҙың ерҙәге кәүҙәләнешен аңлатып, ир-ат хакимдарға ҡарата ғына ҡулланыла. Хатшепсуттан тыш та Мысыр тарихында тәхеткә ултырыуға ирешкән ҡатын-ҡыҙҙар булһа ла, нәҡ Хатшепсуттың хакимлығы иң оҙайлы ваҡытҡа һуҙыла, һәм тарихсылар уның хакимлығын иң уңышлыһы тип таный.
== Исеме ==
Боронғо Мысыр телендә фирғәүендең тулы исеме ошолай тип яҙыла:
<hiero>G39-N5</hiero><hiero><-i-mn:,:n-W9*t:F4-,:t-A51-></hiero> <hiero>M23-L2</hiero><hiero><-ra-mAat-kA-></hiero>
Уҡыла: '''Мааткара Хенеметамон Хатшепсут'''<br />
Уҡыуы: '''Maatkare Khnumt-Amun Hatšepsut'''<br />
Мәғәнәһе:
: '''Мааткара''' — Хәҡиҡәт — Ҡояштың йәне
: '''Maatkare''' – [[Ра]] [[Ка]]-ға хаҡлыҡ (''maat'') бирелә
: '''Хенеметамон''' — Амон ҡосағына алған
: '''Khnumt-Amun''' - Амонға оҡшаған, Амон тарафынан яратҡан
: '''Хатшепсут''' — Хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙан иң беренсеһе
: '''Hatšepsut''' – донъяның иң матур ҡатын-ҡыҙ
== Тәхеткә ултырыуы ==
[[Рәсем: Sphinx of Hatshepsut.jpg|thumb|left|200px|Хатшепсуттың сфинксы]]
32 юл:
Тутмос I-нең үлеменән һуң, тәхеткә уның икенсе ҡатыны Мутнофреттан улы [[Тутмос II]] ултыра. Фирғәүен ғаиләһендәге ғөрөф-ғәҙәт буйынса, Тутмос II апаһы Хатшепсутҡа өйләнә. Ҡайһы бер белгестәр иҫәпләүенсә, Хатшепсут ире тәхеттә ултырған саҡта уҡ етәкселекте үҙ ҡулына ала башлай. Бының ысынбарлыҡ менән ни тиклем тап килеүе билдәһеҙ.
 
Хатшепсуттың [[Нефрура]] исемле ҡыҙы тыуа (ҡайһы бер фараздар буйынса, ул шулай уҡ [[Тутмос III]]-нөң төп ҡатыны [[Меритра]]ның да әсәһе була). Әммә Тутмос II һәм Хатшепсуттың уртаҡ улдары булмай. Тутмос II-нең үлеменән һуң, фирғәүен тәхете уның гарем ҡыҙы Исиданан улы [[Тутмос III]]-гә ҡала. Тутмос III йәш булғанға күрә, Хатшепсут уның [[регент]]ы вазифаһын башҡара. Әммә күпмелер ваҡыттан тәхеткә Мааткара (''Хәҡиҡәт - Ҡояштың йәне'' ) исеме аҫтында, руханиҙар, аристократия һәм ғәскәр башлыҡтарының ҡайһы бер өлөшө ярҙамына таянып, Хатшепсут үҙе ултыра. Уға ярҙам итеүсе төп көстәр араһында [[Хапусенеб]] — [[Амон]]дың юғары руханиһы, билдәле архитектор, дәүләт эшмәкәрҙәре [[Инени]] һәм [[Сенмут]] була. Сенмутҡа шулай уҡ батшабикәнең ҡыҙы Нефрураны тәрбиәләү йөкмәтелгән була. Күп белгестәр Сенмутты Хатшепсуттың фавориты булған, тип иҫәпләй, быға дәлил итеп Хатшепсуттың ерләү тантанаһы өсөн төҙөлгән һарайы янында үҙе өсөн йәшерен [[кәшәнә]] төҙөүен килтерә. Бында ул шулай уҡ үҙенең рәсемен төшөрөп ҡалдыра. Сенмут үҙе бай булмаған ғаиләлә тыуа һәм батша һарайында ҙур йоғонтоға ирешә, хатта үҙенсәлекле "''батша һарайында ирекле йөрөүгә хаҡлы''" титулы яулай. Был иһә — батшабикә менән архитектор араһында яҡын мөнәсәбәттәр тураһында раҫларға тағы бер сәбәп.
 
Тәхеттәге урынын Хатшепсут үҙенең илаһи тыумышы тураһындағы легенда ярҙамында нығыта. Был легенда буйынса, [[Ҡояш]] аллаһы [[Амон]] Ергә, батшабикә Яхмос янына төшә һәм, Тутмос I ҡиәфәтен алып, «үҙенең ҡыҙы» Хатшепсутҡа йән бирә. Был легенданы Амон аллаһы руханиҙары ла ҡеүәтләй. [[Дейр әл-Бахри]] ҡаяһы итәгендәге Хатшепсуттың ерләү йолаһы өсөн төҙөлгән һарайы стенаһында легенда бик ентекле һүрәтләнгән. Бында Амондың һүҙҙәре уйып яҙылған:
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хатшепсут» битенән алынған