Ток-писин: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ток-писин''' (төп исеме Tok Pisin) [[Папуа-Яңы Гвинея|Папуа-Яңы Гвинеяла]] һөйләшкәнтаралған [[креол тел]]е. Был илдең рәсми теле булып тора. Ток-писин — [[Папуа-Яңы Гвинея]]ла киң таралған һәм был илдәге 700-ҙән артыҡ телдә һөйләшкән халыҡ өсөн аралашыу теле булып тора.
 
==Килеп сығышы==
Квинсленд һәм башҡа плантацияларға [[Тын океан]] утрауҙарынан эшкә килгән төрлө телле халыҡтар ҡушылыуы нәтижәһендә барлыҡҡа килгән. Аралашыу нәтижәһендә [[инглиз теле]]нә нигеҙләнгән пинжин формалашҡан. Был телдең лексикаһы плантацияла эшләгән [[немец теле|немец]], [[португал теле|португал]] һәм [[австронезий теле|австронезий]] телле эшселәрҙән дә өлөш алған. [[Инглиз теле]]нә нигеҙләнгән ''пижин'', Германияның Яңы Гвинеяһында ток-писин булараҡ үҫеш ала. Бында ток-писин немец телле юғары ҡатлам кешеләре менән һәм үҙ-ара аралашыу теленә әүрелә.
 
==Рәсми статусы==
Ток-писин киң мәғлүмәт сараларында һәм хөкүмәт органдарында рәсми тел булараҡ ҡулланыла, әммә инглиз теленән ҡалыша. Ток-писин теле башланғыс белем дәрәжәһендә уҡытыла.
 
==Региональ төрлөлөгө==
Папуа-Яңы Гвинеяның төрлө төбәктәрендә ток-писин теленең [[лексика]]һы һәм [[грамматика]]һы айырыла. Яңы Гвинеяның бейе таулы төбәктәре теле,төньяҡ яр буйы һәм Яңы Гвинея утрауҙары теленән айырыла.
[[Категория:Тел]]
[[Категория:Креол телдәр]]
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ток-писин» битенән алынған