Ираҡ тарихы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
2 юл:
 
== Тарихҡа тиклемге эпоха ==
 
Тарихҡа тиклемге осорҙа Ираҡ территорияһы аша Һиндостан һәм Көнсығыш Азия яғына кроманьондарҙың боронғо миграциялары үтә. Һуңғараҡ, 36 мең йыл самаһы элек, хәҙерге Ираҡ менән Иран территорияһында юғары палеолиттың барадост мәҙәниәте , 18 мең йыл элек уны зарзи мәҙәниәте алмаштыра, ә мезолит эпохаһында, беҙҙең эраға тиклем 9 мең самаһы йыл элек, Ираҡтың төньяҡ-көнсығышында шанидар-кәрим-шаһир мәҙәниәте, керамикаға тиклемге неолит Ираҡта беҙҙең эраға тиклем 8 мең йыл самаһы элек барлыҡҡа килә (джарм мәҙәниәте). Беҙҙең эраға тиклем 6 мең самаһы йыл элек Үҙәк Ираҡта Хассун неолит мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Уның менән бер үк ваҡытта тиерлек уға оҡшаш самарр мәҙәниәте йәшәй, ул беҙҙең эраға тиклемге 5 мең йыллыҡ һуңында убайд мәҙәниәтенә күсә һәм Ираҡ сигенә сығып, Анатолияның көньяғына тарала. Убайд мәәҙәниәте халаф мәҙәниәте менән (хәҙерге Сүриәнең төньяғы) дошманлаша һәм ахырҙа уны «йота».
 
== Боронғо яҙма осор ==
 
Месопотамияның [[Тигр]] һәм [[Евфрат]] үҙәнендәге уңдырышлы ере Шумер, Аккад,Вавилония, Ассирия кеүек бер нисә боронғо цивилизация барлыҡҡа килеү урыны була.
 
== Фарсы осоро ==
 
Оҙаҡ ваҡыт хәҙерге Ираҡ территорияһы Фарсы һәм Селевкидтар дәүләте составында була. Беҙҙең эраға тиклем 539 йылда Бөйөк Кир Икенсе
Халдейҙарҙы ҡыйратып, [[Месопотамия]]ны Ахеменидтарҙың фарсы дәүләтенә ҡуша. Ахеменидтар беҙҙең эраға тиклем 334 һәм 327 йылдарҙа [[Александр Македонский]] еңеүҙәре һөҙөмтәһендә монархия тарҡалғанға тиклем идара итә. Яҡынса 10 йылдан һуң Ираҡ территорияһы Парфян батшалығы составына инә. Месопотамияның ҙур булмаған өлөшөндә [[Фарсы ҡултығы]]ның ярында боронғо батшалыҡ, беренсе ғәрәп дәүләттәренең береһе (беҙҙең эраның III быуатына тиклем) — Харакена йәшәй. Беҙҙең эраның 115-се йылында Месопотамия Иран тарафынан яулап алына һәм [[Рим империяһы]]ның провинцияһына әүерелә. Беҙҙең эраның 227 йылында Ирандың яңы хакимдары — Сасанидтар тарафынан яулана. III быуатта Ираҡтың көньяҡ-көнбайыш сигенә ғәрәптәр-лахмидтар килеп ултыра.
 
 
== Исламдың яулап алыуы ==
 
635 йылда Сасанидтар [[ғәрәптәр]]ҙең һөжүме алдында үҙҙәренең позицияларын юғалта бара һәм 637 йылда Кадисия эргәһендәге алышта еңелеп ҡуялар. 640 йылдарҙа ғәрәптәр урындағы күпселек христиандарҙы исламға йәлеп итә.
 
Юл 22 ⟶ 17:
 
== Ғәббәсиҙәр ==
 
Ғәббәсиҙәр заманында Әл-Мансур (754—775) хәлифә идара иткән осорҙа 762 йылда нигеҙләнгән [[Бағдад]] ҡалаһы Төньяҡ [[Африка]]ның [[Атлантик океан|Атлантик]] яр буйынан (хәҙерге [[Марокко]]) алып Төньяҡ [[Һиндостан]]ға тиклем йәйрәп ятҡан Ғәрәп хәлифәлегенең үҙәгенә әйләнә. Ғәббәсиҙәрҙең идара итеү осоро мәҙәниәттең, фәндең, иҡтисадтың һәм сауҙаның һәр яҡлап үҫеше менән билдәләнә. Әммә IX быуат һуңына Ғәбәссиҙәр Ғәрәп хәлифәте тарҡалыу һөҙөмтәһендә ислам донъяһының башҡа территориялары өҫтөнән хакимлығын юғалта. Хәлифәлекте зинджейҙарҙың ихтилалы ныҡ ҡаҡшата.
 
== Монгол яулап алыуы ==
 
1258 йылда хәҙерге Ираҡ территорияһы [[Һәлагү]]-хан етәкселегендә [[монголдар]] тарафынан баҫып алына. Баҫҡынсылар Бағдадты талай һәм Месопотамияны бөлгөнлөккә төшөрә. Монголдарҙың Хулагуидтар династияһы төбәктә XIV быуат урталарына тиклем хакимлыҡ итә. Уны Джалаиридтар династияһы (1339—1410) алмаштыра.
 
== Тимуридтар ==
 
1393 һәм 1401 йылдарҙа Бағдадты [[Аҡһаҡ Тимер|Тимер]] (Тимур, Тамерлан) ғәскәре ҡыйрата һәм ҡала ике тапҡыр яңынан тергеҙелә. Джалаиридтарҙан һуң тәхеткә ҡыҫҡа ғына ваҡыт идара итеүсе төрлө династиялар ултыра, уларҙың иң һуңғыһы 1509 йылда Ираҡ территорияһын баҫып алған [[Иран]]дан [[Сәфәүиҙәр]] династияһы була. Улар шиғыйлыҡты дәүләт дине тип раҫлай.
 
== Ғосман империяһы ==
 
1534 йылда хәҙерге Ираҡ территорияһы төрөк-османдар тарафынан яулана һәм уларҙың хакимлығы 400 йыл тирәһе дауам итә. Месопотамияла власть, Бағдадтың [[Ғосман империяһы]]нан алыҫ булыуы сәбәпле, ғәмәлдә бик йыш наместниктар ҡулында була. XIX быуат һуңында, административ реформа үткәреү һөҙөмтәһендә, Ираҡҡа автономия биреү хәрәкәте башлана.
 
== Британия колонизацияһы һәм идараһы ==
 
1914 йылда [[Беренсе донъя һуғышы]] башланыу менән Ғосман империяһы [[Германия]]ға һәм уның союздаштарына ҡушыла. Шул уҡ йылда [[Британия империяһы]] Көньяҡ Ираҡҡа баҫып инә. 1917 йылда британдар Бағдадты һәм Киркукты баҫып ала, 1914 йылда Ираҡтың тотош территорияһына тиерлек хужа була.
 
Юл 47 ⟶ 37:
 
== Республика идараһы ==
 
1958 йылда июль инҡилабы ваҡытында Әбдел-Кәрим Ҡасим һәм Әбдел-Сәләм Ареф етәкселегендәге «Азат офицерҙар» төркөмө монархияны ҡолата, король Фейсал Икенсе үлтерелә. Ираҡ Бағдад пактынан сыға, ил территорияһынан инглиз хәрби базалары сығарыла.
 
Юл 73 ⟶ 62:
* 1994 — 1998 йылдар — Ираҡ Курдистанында Граждандар һуғышы.
* 1998 йыл — «Сүллектәге төлкө» операцияһы (Бағдадҡа Америка авиаһөжүм яһай). 2011 йылдың 11 сентябрендә Нью-Йорктағы террористик акттан һуң АҠШ Президенты Джордж Буш (кесе) Ираҡты, халыҡ-ара терроризмға ярҙам итеүсе һәм кешене күпләп юҡ итеүсе ҡорал эшләргә тырышыусы башҡа «мөртәт илдәр» менән бер рәткә ҡуйып, ғәйепләй.
 
 
=== Ираҡ һуғышы ===
Юл 121 ⟶ 109:
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Һылтанмалар ==
== Ссылки ==
* [http://www.countries.ru/library/orient/iraq/book.htm Шумов С. А, Андреев А. Р. Ирак: история, народ, культура]
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ираҡ_тарихы» битенән алынған