Шәмсетдин Зәки: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә робот косметические изменения
1 юл:
'''Зәки Шәмсетдин Ярмөхәмәт улы''' — башҡорт мәғрифәтсеһе, философ, шағир, дин белгесе.[[1822]] йылда [[Ырымбур губернаһы]] 10-сы Башҡорт кантоныны Таймаҫ волосының Иҙәк утарында, хәҙерге [[Башҡортостан]]дың [[Көйөргәҙе районы]]нда, мулла ғаиләһендә тыуған, Иҙәккә килмешәктәр күсеп килгәс, ауыл Иҙәк-Ишмәт (Зәк-Ишмәт?) тип атала башлай. [[1865]] йылдың сентябрендә Таганрог ҡалаһында вафат булған.
 
Ул тыумыштан һуҡыр була. Буласаҡ шағир-импровизатор Ашҡаҙар-Балыҡлы, Ҡаҙанда Мөхәмәткәрим мәҙрәсәһендә белем ала.
Ауылдашы З.Мөхәмәтрәхимиҙең теркәүенсә <ref>[http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=781 Зәйтүнә ШӘРИПОВА,филология фәндәре докторы, БДУ профессоры.]</ref>, ''ун өс йәшлек малай мәҙрәсәлә ҡыш сыҡҡансы, башҡаларға эйәреп һәм бары ишетеү буйынса, сарыф менән нәхеү дәрестәрен, фарсы телен үҙләштерә. Икенсе йылға ул ХIII быуаттың данлыҡлы фарсы шағирҙары - суфый Ф.Ғаттарҙың айырым әҫәрҙәрен, Сәғди Ширазиҙың атаҡлы "Бостан", "Гөлбостан" китаптарын яттан уҡый, шулар өлгөһөндә ижади илһам тоҡана үҫмер йөрәгендә''.
 
Һуңынан ул Таймаҫ ауылында шәкерттәргә белем бирә. Нәҡшбәндиә тәриҡәте юлына баҫҡас, Стәрлебаш мәҙрәсәһендә уҡыта башлай.
8 юл:
 
Шағирҙың [[төрөк|төрөк теле]], [[фарси|фарси теле]], [[ғәрәп|ғәрәп теле]] телдәрендә яҙылған ҡулъяҙмалары һаҡланған. «Булғай-булмағай», «Өйрәнмәк кәрәк» шиғырҙарында васыят һүҙҙәре суфыйсылыҡ юлын һайлаған тәҡүәләр өсөн генә түгел, ә барлыҡ әҙәми заттар өсөн дә әһәмиәтле икәне бәхәсһеҙ.
== Сығанаҡ ==
* [http://www.bsunet.ru/encikl/zzzz/zaki.htm Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия.]
== Һылтанма ==
<references/>