Вулкан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ҡалып, категория
3 юл:
[[Файл:Aa_large.jpg|thumb|200px|[[Лава]]]]
[[Файл:Submarine Eruption-numbers.svg|thumb|200px|Һыу аҫты вулканы]]
'''Вулкан''' (йә Я''нартау'')  — ер ҡатламында магматик сығанаҡтарҙан ер өҫтөнә даими йәки әленән-әле лава, тау тоҡомо киҫәктәре, эҫе газдар сыҡҡан каналдар һәм йырындар өҫтөндә барлыҡҡа килгән геологик ҡатлам; йыш ҡына вулкан конус йәки көмбәҙ рәүешендә була, уның башында буранка рәүешендәге кратер урынлаша<ref>Краткий русско-башкирский терминологический словарь по естествознанию (А. М. Багаутдинов, А. М. Багаутдинов, 2009)</ref>; Түбәһендәге кратерынан ваҡыт-ваҡыт ирегән ҡайнар матдә, газ, тау тоҡомдары атылып торған осло тау; янартау<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)</ref>;[[Ер]] йәки башҡа [[планета]] ҡабығында [[магма]] урғылып сығып, барлыҡҡа килгән [[геология|геологик]] ҡатлам.
«Вулкан» һүҙе [[боронғо Рим]]дең ут аллаһы исеменән барлыҡҡа килгән.
Вулкандарҙы вулканология һәм геоморфология [[фән]]е өрәнә.
13 юл:
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
* [[1963]] йылда вулкан урғылыуҙан [[Исландия]]ның көньяғында Суртсей утрауы барлыҡҡа килә.
* [[1883]] йылда [[Индонезия]]ла Кракатау вулканы урғылыуы тарихта ишетелгән иң көслө тауыш сығара. Уның тауышы 4800  км алыҫлыҡта ишетелә. Тауыш тулҡындары [[Ер]]ҙе 5 көн эсендә 7 мәртәбә урап сыға. Вулкан 36 000 ғүмерҙе өҙә, ер йөҙөнән 165 ауылды юҡ итә. Вулкандан һүң барлыҡҡа килгән цунами 132 ауылға зыян килтерә. Был вулкан [[1927]] йылдан һүң урғылып Анак Кракату (Бала Кракату) утрауын барлыҡҡа килтерә.
* [[Гавай архипелагы]]ндағы Килауэе вулканы бөгөнгө көндә иң әүҙем вулкан. Вулкан [[1983]] йылда урғыла башлаған һәм бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә.
* [[Тайвань]]да янар вулкан булыуы асыҡланған. Элегерәк 20 000 йыл элек һүнгән тип иҫәпләнгән булһа, хәҙер бары тик 5 000 йыл элек һүнгән тип иҫәпләнә.
* [[2010]] йылда [[Эйяфьядлайёкюдль]] вулканы атылыуы [[Европа]]ла 60 меңләп һауа рейсын ғәмәлдән сығара.
 
== Вулкан урғылыуҙар ==
 
=== [[XXI быуат]] ===
* 2010 йыл, 21 март —Эйяфьядлайёкюдль вулканы, Исландия утрауы
 
=== [[XX быуат]] ===
* [[1902]] йыл, [[8 май]]  — Мартиника утрауы, Мон-Пеле вулканы
* [[1902]] йыл, [[24 октябрь]]  — Гватемала, Санта-Мария вулканы
* [[1911]] йыл, [[30 ғинуар]]  — Филиппиндар, Тааль вулканы
* [[1931]] йыл, [[13 декабрь|13-28 декабрь]], Индонезия, Ява утрауы, Мерапи вулканы
* [[1944]] йыл, март, [[Италия]], Везувий вулканы
Юл 46 ⟶ 47:
 
{{Commons|Volcano}}
{{rq|sources}}
 
{{Geo-term-stub}}
[[Категория:ВулкандарЯнартауҙар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Вулкан» битенән алынған